«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АБРУЙЫ - ДОНЪЯ КИМӘЛЕНДӘ
+  - 

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Ресубликаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисаметдинованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арнап, "Мәғәриф системаһында туған тел, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт: традициялар һәм инновациялар" Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡта) ғилми-ғәмәли конференция үткәрелде.

Конференция эше университеттың башҡорт филологияһы факультеты корпусында профессор Ф.Ғ.Хисамитдинова исемендәге аудитория асыуҙан башланды. Сараның координаторы булараҡ, башҡорт филологияһы факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова университеттағы матур традиция - университетты, мәғарифты үҫтереүгә тос өлөш индергән күренекле ғалимдарҙың хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында улар исемендәге аудиториялар булдырылыуы, уларҙың киләсәк быуынға тәрбиәүи әһәмиәте тураһында билдәләп үтте.
Артабан фекер алышыу филология һәм педагогика фәненең иң көнүҙәк проблемаларына арналды. Мәҫәлән, профессор Фирҙәүес Хисаметдинованың төрки филологияһына һәм лингводидактика үҫешенә индергән өлөшө, белем биреү ойошмаларында (балалар баҡсаһы, мәктәп, махсус урта белеем биреү, вуз) туған телдәрҙе һәм туған әҙәбиәтте уҡытыу һәм өйрәнеү, полиэтник йәмғиәттә полилингваль белем биреү теорияһы һәм методикаһы, яңыртылған Федераль дәүләт мәғариф стандарттары шарттарында туған телдәрҙе һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙа инновацион алымдар һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде. Конференцияға Башҡортостан һәм Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән, мәҫәлән, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа дәүләттәрҙән бөтәһе 130-ға яҡын мәҡәлә ҡабул ителде. Ойоштороусылар билдәләүенсә, мәҡәлә авторҙарының байтағы Фирҙәүес Хисамитдинованың тормош һәм хеҙмәт юлы, төрлө йүнәлештәге фәнни хеҙмәттәренә арналғайны. Педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте доценты Зөләйха Хәбибуллина ғалимәнең тормош юлына, фәнни эшмәкәрлегенә төплө анализ яһаһа, Новосибирск ҡалаһынан профессор Н.С Утегешев ғалимә менән лексикография өлкәһендәге фәнни бәйләнештәре һәм ҡаҙаныштары, аспирант Р.Т Моратова ғалимәнең мифология өлкәһендәге әһәмиәтле тикшеренеү һөҙөмтәләре, Ҡаҙан федераль университетынан профессор Ә.Ш. Йосопова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы хеҙмәттәренең төркиәт донъяһындағы урынына арналған тәрән йөкмәткеле докладтарын тәҡдим итте.
Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисаметдинова - М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы факультетының тәүге деканы, ул һәр ваҡыт туған университеты, факультеты менән тығыҙ бәйләнештә була, юғары уҡыу йортоноң фәнни һәм мәҙәни сараларында ҡатнаша, "Иң яҡшы педагогик династия" төбәк-ара конкурсының һәм башҡа сараларҙың жюри ағзаһы булараҡ сығыш яһай. "Беренсенән, кем генә булып эшләһәм дә, һәр ваҡыт үҙ эшемде яраттым: уҡытыусы, декан, министр, директор. Мин ғаиләмде яратам, хәҙер инде ейәндәремде. Донъяны урап үткән бәләкәй ауыл ҡыҙы ғалим һәм кеше булып таныла, күренекле уҡытыусыларҙан белем ала һәм ғәҙәти булмаған кешеләр менән аралаша. Әлбиттә, мин бәхетле кеше!" - Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы үҙе тураһында шулай ти. Ә беҙ, буласаҡ уҡытыусылар, шундай ғалимдарыбыҙ булыу менән ихлас ғорурланабыҙ.

Ләйсән ФӘТТӘХОВА,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының 4-се курс студенты.

"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.25 | Ҡаралған: 155

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 25 июнгә тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru