«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНАН УҠ ИР-ЕГЕТЛЕККӘ ҺЫНАУ ТОТАЛАР
+  - 

Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, ауыҙ-тел ижадын юғары баһалаған коллектив булараҡ, Баймаҡ ҡалаһының "Айыуҡай" балалар баҡсаһы 2020 йылда "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тарафынан башланғыс алған "Урал батыр мәктәбе" проектын ғәмәлгә ашырыу эшенә әүҙем ҡушылды.

Бөтә донъя таң ҡалырлыҡ, аҡыл-фәһем алырлыҡ "Урал батыр" эпосы тыуған ерҙе, яҡшылыҡты данлаусы әҫәр булараҡ билдәле. Башҡорт халҡының боронғо тормошо, донъяға ҡарашы, уй-хыялдары, данлы батырҙары тураһында һүҙ барған был эпос буйынса бәйге үткәреү матур йолаға әйләнә бара. Бәйге "Урал батыр мәктәбе" проекты тарафынан әлегәсә балалар баҡсаһы эсендә генә үткәрелеп килһә, быйыл иһә Рәсәйҙә "Ватанды һаҡлаусылар", Башҡортостанда "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү" йылы уңайынан хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә, Урал батыр тураһында белемде нығытыу, үҫеп килгән быуында туған телгә һөйөү, милли рух, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында район кимәлендә ойошторолдо. Сара Баймаҡ ҡалаһының "Айыуҡай" балалар баҡсаһында уҙҙы. Бәйгелә ҡала һәм район балалар баҡсаһынан дәртле, рухлы, ҡыйыу малайҙар көс һынашты.
Конкурста ҡатнашыусылар үҙ-үҙең менән таныштырыу конкурсында ырыуы, ғаиләһе, шәжәрәһе менән таныштырһа, ижади һәләттәр конкурсында бойондороҡһоҙ жюри һәм тамашасы хөкөмөнә йыр-бейеүҙәрен сығарҙы. Бәйгенең өсөнсө шарты булған интеллектуаль турҙа батырҙар зирәклектә ярышты. Физик көс талап иткән ярыштар ҙа булды бәйгелә. Бында батырҙар Урал батыр кеүек көслө булыуҙарын иҫбатланы. "Таш ташлау" ярышында алыҫ араға метбол тубын ташланылар, мәргәнлектә лә үҙ-ара көс һынаштылар, "Таяҡ тартыш" ярышында сәмләнеп һәр кем көслө булыуын иҫбатланы.
Һөҙөмтәлә 3-сө дәрәжә дипломы менән Тотманов Нурислам ("Йондоҙло" балалар баҡсаһы), 2-се дәрәжә дипломы менән Сәйетҡолов Мираҫ ("Күбәләк" балалар баҡсаһы), 1-се дәрәжә дипломы менән Ишембәтов Искәндәр ("Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре) бүләкләнһә, "Сәсән батыр" номинацияһында Аҫылғужин Инсаф (Иҫке Сибай ауылының "Сулпалар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе), "Рухлы батыр" номинацияһында Иҫәндәүләтов Эмир ("Толпар" балалар баҡсаһы), "Зирәк батыр" номинацияһында Мөхәрләмов Илсаф (Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө) тәбрикләнде, ә "Айыуҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Рахманғолов Данис иң рухлы, иң дәртле, иң көслө тип танылды һәм бәйгенең "Урал батыр - 2025" титулына лайыҡ булды. Һәр ҡатнашыусы конкурстың дипломы һәм "Айыуҡай" балалар баҡсаһынан иҫтәлеккә "Урал батыр" әкиәте китабы менән бүләкләнде.
Был "Урал батыр" батырҙар бәйгеһен йыл да үткәрергә ниәт бар. Бәйге киләсәк быуында милли рух, илһөйәрлек, халҡыбыҙҙың данлы тарихына, йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләү, милли уйын төрҙәрен таратыу маҡсатында уҙғарыла. Сөнки егет кеше батыр ҙа, ҡыйыу ҙа, тәүәккәл дә булырға тейеш. Тап малайҙарҙа - буласаҡ ил һаҡсыларында бөгөн ошо сифаттарҙы тәрбиәләү мөһим!

Г. НОҒОМАНОВА,
Баймаҡ ҡалаһы "Айыуҡай"
балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.25 | Ҡаралған: 84

Киске Өфө
 
Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru