
Баш ҡаланың "Торатау" Конгресс-холында 35-се тапҡыр "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы булып үтте.
Бындай һөнәри бәйгеләр Башҡортостандың белем биреү системаһының айырып алғыһыҙ бер мөһим баҫҡысын тәшкил итә, сөнки һәр йылды ул үҙенең ниндәй ҙә булһа яңы йөкмәткеһе менән байыта килә. Конкурстың талаптары ҡаты, унда шәптәрҙең дә иң шәбе үҙ оҫталығын күрһәтә, тимәк, һәр сығыш - үҙе бер асыш, тип ышаныс менән раҫлай алабыҙ. Баһалама ағзаларына ошондай ҡатнашыусылар араһынан иң-иң маһирҙарын һайлап алыуы шулай уҡ еңел булмағандыр. Уларҙың "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсының абсолют еңеүсеһе итеп таныуына өлгәшеү өсөн Стәрлетамаҡтың 5-се гимназияһы физика уҡытыусыһы Ренар Хәйбуллинға ла күп көс һалырға тура килгәндер. Уның әле быйыл "Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй конкурсында ла был титулды раҫлайһы бар. Шуны ла өҫтәргә кәрәк, әлеге мәртәбәле сарала "СОТЫ" педагогтар марафоны еңеүселәре лә бик матур сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Бәйгелә ҡатнашыусылар ҙа, еңеүселәр ҙә бихисап булды, әммә гәзит уҡыусыларыбыҙҙы бигерәк тә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" бәйгеһе еңеүселәре ҡыҙыҡһындырғанын беләбеҙ. Бына улар: Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Венера Йәрмөхәмәтова һәм Өфө күп профилле һөнәри колледж уҡытыусыһы Фәнзил Санъяров "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсының лауреаттары тип иғлан ителде. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбе уҡытыусыһы Айһылыу Таймасова - өсөнсө, баш ҡаланың 24-се белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Вәлиуллина икенсе урынды яуланы. Өфө ҡалаһының 2-се "Смарт" гимназияһында балаларҙа туған теленә һөйөү тәрбиәләүсе Наҙгөл Хәбибуллина "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2025" төбәк-ара конкурсының абсолют еңеүсеһе тип иғлан ителде.
Наҙгөл Хәйбулла районы ҡыҙы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Талантлы уҡытыусы шулай уҡ университеттың М.Аҡмулла исемендәге премияһына лайыҡ булды. БДПУ ректоры Салауат Сәғитов "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсының бер нисә номинацияһында еңеүселәргә шулай уҡ бүләктәр тапшырҙы: "Һеҙ бөтәгеҙ ҙә башҡорт халҡының күңел донъяһын, рухын, уның моң ҡоралы - ҡурайҙы яҡшы беләһегеҙ. Тәү ҡарамаҡҡа, ул ябай ғына һымаҡ, оҫталарға үҫемлектән ҡурай яһап, уйнап ебәреүе бер ни түгел. Бының өсөн әллә ниндәй көс һалыу кәрәкмәй ҙә һымаҡ. Ләкин уны ҡурай дәрәжәһенә күтәрер өсөн ысын оҫта булырға кәрәк. Бөгөн был залда "тап шундай оҫталар" тип аталырға хаҡлы булғандар йыйылған. Һеҙ бәләкәй балаларҙан ысын кеше яһай беләһегеҙ. Һеҙ уларҙың йөрәгендә моң урғылып торһон һәм уларҙы ғүмер буйы һөйөү оҙата барһын өсөн бөтәһен дә эшләйһегеҙ. Һеҙгә бының өсөн ҙур рәхмәт!" - тине Салауат Тәлғәт улы еңеүселәрҙе ҡотлап.
Йыл һайын был мәртәбәле конкурс үҙ эшенең оҫталарын, ысын талант эйәләрен асыҡларға ярҙам итә. "Уҡытыусы" тигән һүҙ "Киләсәк" тигән төшөнсәгә барып бәйләнә. Балалар - беҙҙең киләсәк. Ил яҙмышы, тел яҙмышы тигән саҡта беҙ педагогтың да хеҙмәтен күҙ уңында тотабыҙ. Киләсәк менән серләшеүсе, киләсәккә эшләүсе оҫталар бит улар. Шуға ла уларҙың иңендә оло яуаплылыҡ ята. Был турала конкурстың абсолют еңеүсеһе Наҙгөл Исмәғил ҡыҙы ла бик асыҡ итеп еткерҙе.
- Бөгөн ошо күркәм залда иле, теле өсөн янған ил улдары, ил инәйҙәре алдында ғорурланып та, тулҡынланып та баҫып торам. Туған телемә, остаздарыма рәхмәтлемен! Республика етәкселеге, Мәғариф һәм фән министрлығы башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ҙур көс һала, был беҙҙе дәртләнеп эшләргә әйҙәй. Теленә, иленә хеҙмәт иткән кеше генә бәхетле була. Туған башҡорт телебеҙ мәңге йәшәһен!
Наҙгөл Хәбибуллинаны оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Яңы ижади асыштар, хеҙмәт ҡаҙаныштары теләйбеҙ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|