
Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре "Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан" чат-ботын эшләгәйне. Башланғыс Хөкүмәт ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылды. Уның ярҙамында республикала йәшәүсе һәр кем алтаҡталарҙа, юл күрһәткестәрендә, урамдарҙың һәм туҡталыштарҙың атамаларында ебәрелгән хаталар тураһында хәбәр итә ала. Мөрәжәғәттәр шунда уҡ "Инцидент-менеджмент" системаһы аша эшкәртелә, тиҙ арала хаталар төҙәтелә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, "Республикабыҙҙа "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закон эшләп килә һәм, уға ярашлы, беҙҙә ике дәүләт теле ғәмәлдә: рус һәм башҡорт телдәре. Шуға күрә беҙҙә бөтә алтаҡталар ике телдә яҙылырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт теленең әҙәби тел нормаларын барыһы ла белмәй, шунлыҡтан был алтаҡталарҙа хаталар китә лә инде..."
Билдәләнеүенсә, әлеге чатты теләге булған һәр кем Телеграмда "Город без ошибок. Башкортостан" тип яҙып эҙләп таба һәм үҙе күргән, фотоға төшөргән хаталар тураһында хәбәр итә ала. Шулай уҡ уҡыусыларыбыҙға уңайлы булһын өсөн һылтанма ла тәҡдим итәбеҙ: t.me/bashnamebot. Артабан "Мөрәжәғәт ҡалдырырға" тигән төймәгә баҫырға кәрәк. Хата төҙәтелгәндән һуң уны яҙыусыға мотлаҡ яуап ебәрелә. Мәҫәлән, быйылғы йылдың 19 февраленә ҡарата Өфө, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Өфө, Туймазы, Борай, Бүздәк райондарында тап ошо чат-бот ярҙамында хаталы яҙыуҙарҙы төҙәтеү осраҡтары билдәле. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе алтаҡталарҙағы текстарҙы руссанан башҡортсаға дөрөҫ тәржемә итмәүгә ҡағыла.
Ниндәй хаталар йыш осрай? Баш ҡалабыҙ Өфө үҙәгендәге алтаҡталарға күҙ һалһаҡ, иң йыш осраған хаталарҙың береһе башҡорт хәрефтәрен дөрөҫ яҙмауға, мәҫәлән, "ҡ" урынына - "к" яҙыу, "ҫ" - "с", "ҙ" - "з" хәрефтәрен бутау күҙгә ташлана. Шулай уҡ интернеттағы төрлө онлайн-тәржемәсе сервистарына мөрәжәғәт иткән осраҡта тупаҫ хаталар ебәрелә. Бындай тәржемәләрҙе мотлаҡ белгестәрҙән тикшертергә кәрәк.
"Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Законға ярашлы, ойошма-учреждениеларҙың алтаҡталары дәүләт телдәрендә - русса һәм башҡортса яҙылырға тейеш. Башҡорт телендәге текст мотлаҡ һулаҡайҙа йәки өҫ яҡтан урынлаштырыла. Әгәр ойошма атамаһы башҡорт теленә тәржемә ителмәһә, башҡортса тексты төп атаманан һуң ҡуйырға ярай. Мәҫәлән: Кафе "МАНДАРИН" кафеһы. Әммә күптәр мәғәнәүи яҡтан дөрөҫ булмауын уйлап тормайынса, "кафеһы" һүҙен алға, ә русса вариантты артҡа ҡуя. Һөҙөмтәлә "Кафеһы "МАНДАРИН" кафе" тигән хаталы һүҙбәйләнеш килеп сыға. Бындай хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн иң дөрөҫө - белгестәргә мөрәжәғәт итеү.
Хаталы яҙыуҙы төҙәтеү күпме ваҡытты ала? "Диалог төбәк" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Ильяс Сәғитов шулай тип аңлатма бирә: "Беҙ чат-ботҡа килгән мөрәжәғәттәрҙе шунда уҡ иғтибарға алабыҙ. Хаталы алтаҡта төҙәтелгәнгә тиклем уны иғтибар үҙәгендә тотабыҙ һәм иң аҙаҡтан башҡарылған эштең фотоһын беркетеп, мөрәжәғәт итеүсегә яуап ебәрәбеҙ. Хаталы алтаҡталарҙы алмаштырыу бер нисә көндән бер нисә аҙнаға тиклем ваҡыт талап итә".
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|