
Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров әлегә тиклем йәштәр сәйәсәте буйынса эшләп килгән Дәүләт комитетының министерлыҡ булып үҙгәртеләсәге хаҡында белдерҙе. "Йәштәр менән эшләү - беҙҙең өсөн төп мәсьәлә, - тине ул. - Беҙ ҡасан да булһа үҙебеҙ биләгән вазифаларҙан китәсәкбеҙ, беҙҙән аҙаҡ килеүсе йәштәрҙең аңлы, айыҡ аҡыллы булыуы, томоштарында дәүләткә, шәхескә ҡарата үҙҙәрен дөрөҫ позицияла тотоуы мөһим".
Республикабыҙҙа йәштәр сәйәсәте буйынса министрлыҡ булдырыу ошо өлкәгә стратегик өҫтөнлөк биреүҙе аңлата. Хәҙерге заманда йәштәр менән бәйле ҡатмарлы проблемалар етерлек, ә был идара итеүселәрҙән системалы эш алып барыуҙы талап итә. Уларға дөйөм һәм һөнәри белем биреү, йәштәребеҙҙе мәҙәниәткә, сәнғәткә, физкультура һәм спортҡа ылыҡтырыу, ватансыллыҡ рухында тәрбиәләү, ғөмүмән, уларҙың киләсәгенә ыңғай йүнәлеш бирә алыу буйынса төрлө дәүләт ведомстволарының, учреждениеларҙың ошо йүнәлештәге программаларын координациялау талап ителә. Шул уҡ ваҡытта йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса ресурстар базаһын да киңәйтеү фарыз.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, техник фәндәр докторы, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Эльдар Теләшев бына нимә тине: "Хәҙерге заманда йәштәргә белем һәм тәрбиә биреү генә етмәй, уларҙа донъяға хаҡикәти ҡараш тәрбиәләй алыу мөһим. Йәштәрҙе Ватаныбыҙҙы һөйөргә өйрәтеү бик кәрәк. Шуға күрә ошо өлкә менән идара итеү статусын министрлыҡ кимәленә күтәреүҙе хуплайым". Әйткәндәй, Өфө нефть институтында белем алған Эльдар Теләшев студенттарҙың төҙөлөш отряды боецы, һуңынан комиссары һәм командиры була, интернациональ лагерь командиры вазифаһын башҡара. Ул комсомол эшен үҙ итә, туризм һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнә.
Хәҙер әле бәйән ителгән мәғлүмәтте яңылыҡ, тип ҡабул итеп булалыр. Шул уҡ ваҡытта киң билдәле бер әйтемде лә иҫкә төшөрөп китәйек: "Һәр бер яңы эш - онотола биргән элекке ғәмәл". Ни өсөн шулай тип әйтергә була? Уртаҡ тарихыбыҙҙың совет осоронда дәүләт органдары йәштәр менән тейешле эш алып барыуҙы һәр саҡта ла алғы планға ҡуйҙы. Урта мәктәптәрҙә, белем биреүҙән башҡа, тәрбиә мәсьәләләре лә иң мөһим бурыстарҙан һаналды. Йәш үҫмерҙәргә башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү системаһының ҡаҙаныштарын һанап бөткөһөҙ. Хеҙмәткә һөйөү һәм ватансыллыҡ тәрбиәләү барыһынан да өҫтөн ҡуйыла килде. Бына, мәҫәлән, ул замандарҙағы вуз системаһында Бөтөн Союз кимәлендә ойошторолған студент отрядтары эшмәкәрлеге дәүләт етәкселегенең оло баһаһына лайыҡ булды. Хатта БАМ төҙөлөшөнә ебәреләсәк берләштерелгән студенттар отряды боецтарын партия һәм комсомол органдары етәкселәре Мәскәү Кремле территорияһында ойошторолған тантаналы митингта тәбрикләй торғайны.
Тарих биттәрендә генә тороп ҡалған комсомол ойошмаһы үҙ заманы йәштәрен ойоштороу һәм тәрбиәләү йәһәтенән әлеге ваҡытта ла маҡтауға лайыҡ. Кем комсомол ағзаһы, кем комсомол ойошмаһы комитеты секретары булған - быны яҡшы аңлай. Тарих һабаҡтарын иҫәпкә алып, йәштәр араһында эш алып барыуҙың онотола биргән формаларын һәм алымдарын ҡайтанан бойомға ашыра алһаҡ, илебеҙҙең үҫешен тәьмин итерлек яңы быуындарҙан уңырбыҙ, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|