«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫНЛЫҠ ТҮГЕЛ, ТЫНЫСЛЫҠ КӘРӘК!
+  - 

Көнбайыш киң мәғлүмәт саралары Украина Ҡораллы көстәренең Курск өлкәһенә бәреп инеүе менән бәйле Зеленский авантюраһының барып сыҡмауын аяуһыҙ тәнҡит утына тота. Европа һалым түләүселәренең аҡсалары елгә осоролдо, тип яҙа, мәҫәлән, АҠШ-тың USA Today гәзите үҙенең "Сираттағы еңелеү өсөн Украина союздаштары аҡса түләне" тигән баш менән баҫылған материалында. Hull Daily Mail баҫмаһы иһә, Зеленскийҙың хурлыҡлы еңелеүенә Британия йөҙәрләгән млн фунт стерлинг сығарып һалды; өҫтәүенә, Курскиҙа 67 630 украин һалдаты һәләк булды, 2000 бронемашина, 400 танк, 500 артиллерия орудиеһы ҡыйратылды, тип асыу белдерә.

Украина ғәскәре ҡалдыҡтары Суджала оялап алған команда пункттарынан кейемдәрен һәм флагтарын ғына түгел, йәшерен документтарын, ҡоралдарын, техникаһын ташлап ҡаса, тип яҙа КР.RU. Шуныһы мәҙәк: украин һалдаттары Курск өлкәһенән тотҡарлыҡһыҙ сығып китеү маҡсатында Рәсәй яугирҙары формаһын кейеп алғандар хатта. Ләкин урындағы халыҡ уларҙың ысын йөҙҙәрен фашларға ярҙам итә.
Ҡорал, тигәндән, украин һалдаттары Көнбайыштан бушлай килгән ҡиммәтле ҡорал һәм техникаларын ташлап ҡалдыра, ләкин һуңғы көндәрҙә уларға ҡасыу юлдары ла ябылды: улар тулыһынса ҡамап алынды. Уларға бер генә юл ҡалды: РФ Президенты Владимир Путин әйткәнсә, ҡоралдарын һалып, пленға бирелеү генә боевиктарҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡаласаҡ. Тик шулай ҙа уларҙың Курск ерендә ҡылған енәйәттәре тикшереләсәк әле.
Һәм тағы. Запорожье өлкәһендә "Уң сектор" экстремистик ойошманың террористар төркөмө етәксеһе Михаил Алексеев юҡ ителгән. Курск өлкәһендә ҡамауҙа ҡалғандар араһында утыҙға яҡын НАТО офицеры булыуы асыҡланған. Улар Украина Ҡораллы көстәре менән командалыҡ иткән, НАТО спутниктарынан килгән мәғлүмәттәр буйынса Рәсәйҙең төпкөл территорияларына һөжүм менән идара иткән.
РФ Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков Украинала ваҡытлыса тынлыҡ урынлаштырыуҙың еңелеп барыусы Киев режимына хәл йыйырға мөмкинлек бирергә маташыу ғына булыу ихтималлығы хаҡында АҠШ иғтибарына еткерелеүе тураһында белдерҙе һәм Рәсәйгә ваҡытлыса тынлыҡ түгел, ә оҙайлы һәм ышаныслы тыныслыҡ кәрәк, тип өҫтәне. Bloomberg Америка агентлығы белдереүенсә, Украина менән Евросоюз Украина конфликтын көйләү буйынса Рәсәй яғы тарафынан тәҡдим ителгән шарттарҙан баш тартыуы ихтимал. Ә шулай ҙа Көнбайышта айыҡ фекер йөрөтөүсе, Украина конфликтына объектив ҡарашлы тәжрибәле сәйәсмәндәр бар әле. Пентагондың элекке кәңәшсеһе, отставкалағы полковник Дуглас Макгрегор Deep Dive You Tube каналы эфирында белдереүенсә, әгәр АҠШ ысынлап та тыныслыҡ булдырырға теләй икән, Украинанан бөтөн хәрби көстәрен сығарырға тейеш: "Икенсенән, Украинаға хәрби ярҙамды туҡтатырға. Бөтөнләйгә. Беҙ шулай эшләһәк, НАТО ла беҙҙең өлгөгә эйәрәсәк. Шул саҡ ҡына беҙ Рәсәйгә ысынлап та тыныслыҡ теләүебеҙҙе күрһәтә алабыҙ". Рәсәйҙең ваҡытлыса тынлыҡ булдырыуҙан хәүефләнеүе нигеҙле, тине Макгрегор, шуға күрә килешеү төҙөгәндән һуң Киев режимы башҡаса баш күтәрмәһен өсөн Вашингтон мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейеш.
Махсус хәрби операция барышында РФ Ҡораллы көстәре яңы стратегия ҡулланырға ҡарар итте, ул "өсмөйөшлө һөжүм" тип атала. Һүҙ бында Рәсәй яугирҙары тарафынан пехотаны, пилотһыҙ осоу аппараттарын һәм планлаштырыусы авиация бомбаларын берҙәм йүнәлештә һәм ҡатнаш файҙаланыу хаҡында бара. Был стратегия НАТО ағзалары булған илдәрҙе хафаға һалды, сөнки был план Украина Ҡораллы көстәре өсөн билдәле ҡыйынлыҡтар тыуҙырасаҡ.
Әйткәндәй, көтмәгәндә, уйламағанда, АҠШ командованиеһы Дональд Трамп бойороғо менән Йеменға ҡаршы авиация уты асты. Американың Үҙәк штабы аңлатмаһы буйынса, был хәрби операция Иран тарафынан ярҙам күрһәтелеүсе Йемендағы "Ансар Аллаһ" (хуситтар) хәрәкәтенә ҡаршы йүнәлтелде һәм был һөжүм, Америка яғы аңлатыуынса, Вашингтон "мәнфәғәттәрен яҡлау" йөҙөнән - суднолар хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатынан эшләнә. Матбуғат сығанаҡтары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2023 йылдың ноябренән алып хуситтар Ҡыҙыл диңгеҙҙә судноларға йөҙҙән ашыу һөжүм ойошторған булып сыға. Йеменда ҡорбандар бар, 17 мартҡа мәғлүмәттәр буйынса 53 кеше һәләк булған, улар араһында балалар, ҡатын-ҡыҙҙар бар; 98 кеше йәрәхәттәр алған. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы Йеменға һөжүм утын туҡтатырға саҡыра.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.25 | Ҡаралған: 64

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru