«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКЕ МЕҢ ҺУМЛЫҠ КӘСЕП, ЙӘКИ АЛТМЫШ ҺУМЛЫҠ ФАЙҘА
+  - 

Оло юлға бер югереп сығып, бер кирегә югергеләгән, үҙе аяуһыҙ ҡул болғаған юлсыны алыҫтан шәйләп киләм. Ҡулдарын бәйһеҙ арҡан шикелле арҡыс-торҡос болғауына ҡарағанда бер аҙ эсеп алғанға ла оҡшай төшә. Ни эшләргә? Ултыртмай ғына эргәһенән зыйтлап ҡына үтеп китергәме? Әллә был шайтан алғыры юлаусы эргәһенә туҡтарғамы? Ултыртып алһаң, эскән кеше менән бергә барыуҙары, ай-һай, еңел эш түгел. Моғайын, район үҙәгенә хәтлем баралыр ул. Ә уға хәтлем апаруҡ ҡына ара. Кәм тигәндә лә сәғәт самаһы ваҡыт барыр кәрәк.
Төплө генә ҡарарға килмәгәнгә микән, машинам ризаһыҙ ғына шығырлап, уның эргәһенә туҡтаны. Дөрөҫөн әйткәндә, аптыраған көндән ултыртып алдым. Үҙегеҙ беләһегеҙ, быйыл ҡыш йылы килә. Ә шулай ҙа йылы ҡышты һыуыҡ йәйгә тиңләп булмай. Аллам һаҡлаһын, тайып китәр... ҡолап китәр... тора алмаҫ... туңып ятыр... Ҡуй, мәйтәм, бындай гонаһты алмайым әле үҙемә.
Юлаусыны әйтәм, юл ситендә оҙаҡ тапанып тороп, өшөп бөткән. Аяҡтарын бергә ҡуйып, яурындарын көмөрәйтә биреп, бер аҙ алға иңкәйә төшөп, ике усын ауыҙ тапҡырына ҡуйып, оҙаҡ ҡына бөршәйеп барҙы ул. Ниһайәт, йылынып китте. Хәҙер "бисара" егеттең яурындар турайҙы, аяҡтар алға һонолдо, ҡараштар осҡонланды, иң мөһиме, тел асылды. Аптырарһың, бая ғына ләм-мим барған кеше хәҙер хәбәрҙе ҡоя ғына бит, әй!
- Рәхмәт, ағай, һиңә... берәү туҡтамай... һин ултыртып алдың... һәйбәт кеше икәнең йөҙөңә сыҡҡан... ҡарашың яғымлы... һинең һымаҡ һәйбәт кешеләр бик һирәк... һин дә мин, тигәндәй...
Ошолай мине маҡтай-маҡтай барған егет ҡапылдан ғына туҡтап ҡалды. Хатта уның шым ҡалыуына мин аптырап киттем. Шул арала ул миңә кәүҙәһе менән боролоп ултырҙы. Шунан күкрәк тултырып тын алды. Һәм ҡыуаныслы, дөрөҫөрәге, тантаналы тауыш менән ошолай әйтеп ҡуйҙы.
- Ә... мин... һиңә... юл... хаҡын... түләйем!
Шуныһы ҡыҙыҡ. Һәр һүҙгә айырым баҫым яһап әйтә. ("Хәҙер... сәхнә түренә... эстрадабыҙҙың... йондоҙон... саҡырабыҙ!" - тигән әртисең ары торһон). Үәт, исмаһам, әйтте һүҙ, тип уйлап ҡуйҙым мин. Мәйтәм, хәҙерге заманда кем түләмәй? Буштың атаһын күмәкләп әллә ҡасан уҡ "күмеп" ҡуйҙыҡ бит. Хәҙер уны иҫкә алған кеше лә юҡ. Ирекһеҙҙән, мин көлөп ебәрҙем. Әйткәндәй, әгәр ул егет миңә, мин һиңә юл хаҡын түләмәйем, тиһә, мин ысынлап аптырар инем. Мин генә түгел, хатта һеҙ ҙә аптырар инегеҙ. Минең ихлас көлөүгә был егет аптырай төштө.
- Нимә, түләй алмай, тейһеңме? (Ирендәре бер аҙ бүлтәйә төшә). Хәҙер түләйем! (Тауышында бер аҙ ғәрләнеү сифаттары һыҙатланып ҡала). Минең атайым шулай булды... мин үҙем шулаймын... минең балам шулай буласаҡ... беҙҙе ауылда шулай тип йөрөтәләр... (Егеттең борсағы алманан да эре былай).
Шул арала был егет биленә аҫып алған бәләкәй сумкаһынан йомарлап аҡса килтереп сығармаһынмы! Берәү әйтмешләй, уш китте, әй. Гел меңәрлек тә биш йөҙлөк! Минең аптыраулы ҡарашты күргән егет тағы маһайып китте. Ул хәбәрҙе киренән тетә башланы.
- Аҡса мине тапмай... мин аҡсаны табам... мин шулай эшләйем... мин былай эшләйем... оҫтамын... эшләгән ерҙә ауыҙға ғына ҡарап торалар... көнөнә биш мең эшләү миңә чипух....
Аптырағандан, мин уфтанып ҡуям.
- Түләү кәрәкмәй. Исмаһам, шул аҡсаңа балаларыңа күстәнәс алып ҡайтыр инең. Аҡса эшләү менән меней ул... юлда уҡ уны туҙҙырып йөрөгәс... өйгә алып ҡайтып еткермәгәс...
Ярай, ҡалған яғын яҙып тормайым әле. Беҙҙең һөйләшеүҙең ошо юнәлештә барғанын үҙегеҙ ҙә аңлағанһығыҙҙыр инде. Район үҙәгенә етәрәк, был егет ошолай хәбәр һалды:
- Алмайым, тейһең инде... һе... ә уны мин дә кире алмайым...
Егет ҡулындағы аҡсаларын тегеләй тулғандырып, былай болғандырып барҙы-барҙы ла (нишләп улайталыр инде), ике ҡағыҙ аҡсаны һайлап алып, уларҙы машинаның ҡумтаһына (йәғни, бардачогына) һалды. Юҡ, һалманы, ә ташланы. Шунан бардачокты шап иттереп ябып ҡуйҙы...
Шул арала район үҙәгенә килеп еттек. Егет төшөп ҡалды. Мин ары киттем. Ярай, мәйтәм, минән бурыс төштө. Үҙемсә, бар хәлемсә аңлатырға, ул аҡсаларҙы алмаҫҡа тырыштым. Әммә килеп сыҡманы. Аҡсаларҙы көсләп бирҙеләр. Ә шулай ҙа күңелде бер нәмә өйкәп тик тора - был егет күпме аҡса ташланы икән бардачокка? Бындай иҫәп ябай. Ике меңәрлекте ташлаһа, тимәк, ике мең ята бардачокта. Меңәрлек һәм биш йөҙлөк булһа, мең ярым була инде. Әгәр ике биш йөҙлөк булһа, мең һум аҡса ҡалдырған була был егет. Ярай, мәйтәм, күпме булһа ла насип иткәне шулдыр инде. Берәү әйтмешләй, насип нәмә ауыҙҙы ҡайырып инә ул! Тик торғанда нишләптер күңел күтәрелеп китте. Мәйтәм, моғайын да бардачокта кәм тигәндә лә мең һум аҡса ятҡанға түгелдер инде. Ҡышҡы көн матур бит ул. Моғайын, шуға күңел күтәрелеп киткәндер. Мәйтәм, туҡта, юл ыңғайы заправкаға инеп сығайым әле.
Бына әле ошо юлдарҙы яҙып ултырам, ә үҙем был хәлде иҫкә төшөрөп, көлөп ултырам. Нимәһенә көләһең, тапҡанһың көлөр нәмә, тейһегеҙме?! Ә хәҙер һеҙ үҙегеҙ көлмәй ҡарағыҙ әле. Сөнки бардачокта... ун һәм илле һумлыҡ ҡағыҙ аҡсалар ята ине!

Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.25 | Ҡаралған: 64

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru