«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПОМИДОР ҺӘМ БОРОСТО НИСЕК ДӨРӨҪ ҮҪТЕРЕРГӘ?
+  - 

Һәр баҡсасы йәшелсәнең үҫеше һәм уңышы орлоҡто дөрөҫ сәсеүҙән тора икәнен белә. Нисек итеп помидор һәм боростан яҡшы уңыш алырға? Баҡсасылар, моғайын, Башҡорт дәүләт аграр университеты эксперттары әйткәненән үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте таба алыр.

Ниндәй тупраҡ яҡшыраҡ?

Помидор һәм борос сәсеү өсөн органик матдәләргә бай тупраҡ кәрәк. Иң уңайлыһы - йәшелсә үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән әҙерҙе ҡулланыу. "Үҫенте өсөн һауытта мотлаҡ тишек эшләгеҙ, артыҡ һыу ағып сығырға тейеш. Тупраҡты һауытҡа тултырып һалығыҙ, сөнки һыу һипкәндән һуң ул ултыра", - тип аңлатты Башҡорт дәүләт аграр аниверситетының үҫемлекселек, үҫемлектәр селекцияһы һәм биотехнологиялар кафедраһы доценты Азат Вәлитов.
Шулай итеп, орлоҡто сәсеү алдынан тупраҡты яҡшы дымландырырға кәрәк. Һыу тотҡарланып торорға тейеш түгел, юғиһә, орлоҡ шытмаҫҡа мөмкин.

Орлоҡто ниндәй тәрәнлектә сәсергә кәрәк?

Борос һәм помидор орлоғон 1 сантиметрҙан 1,5 сантиметрға тиклем тәрәнлектә сәсергә. Сәскәс, пленка менән ҡаплайҙар һәм йылы урынға ҡуялар. Үҫенте барлыҡҡа килһен өсөн оптималь температура 24-26 градус. Помидор өс-биш көн үткәс шыта, ә бына борос һәм баклажан оҙағыраҡ - 10 көнгә тиклем көтөргә тура киләсәк. Температура 20-22 градусҡа тиклем төшһә, 10-14 көндән һуң, 17 градустан түбән температурала өс аҙнанан һуң шыта. "Пленканы тәүге шытымдар барлыҡҡа килгәс үк алығыҙ, - тип кәңәш итә Башҡорт дәүләт аграр университетының ғилми-консультация баҡса үҙәге хеҙмәткәре Алһыу Вәлиева. - Әгәр бөтәһе лә шытҡанын көтһәк, тәүгеләре һуҙылып үҫәсәк".

Сәсеү өсөн оптималь ваҡыт

Орлоҡ сәсеүҙең дөрөҫ ваҡытын иҫәпләп сығарыу еңел. Йылылыҡ һөйөүсе культураларҙы һәр төбәктә яҙғы ҡырау ҡурҡынысы үткәс, асыҡ грунтҡа, теплицаға иртәрәк ултырталар. Шулай итеп, үҫентеләрҙе даими урынға ултыртыу датаһын һайлайбыҙ. Һайланған ултыртыу датаһынан үҫентеләрҙе үҫтереү өсөн кәрәкле көндәрҙең һанын кире иҫәпләйбеҙ, орлоҡтарҙы үҫтереү һәм үҫентеләр барлыҡҡа килеү өсөн кәрәкле тағы бер нисә көн өҫтәйбеҙ (ҡағиҙә булараҡ, был томат өсөн 4-5 көн йәки борос өсөн 9-14 көн).
Иҫәпләгәндән һуң туҡталған дата (плюс-минус аҙна) орлоҡтарҙы сәсеү өсөн оптималь ваҡыт булып тора. Үрсетмәләрҙе ултыртыуҙың оптималь йәше: томат өсөн 40-50 көн, борос өсөн 55-60 көн.
Башҡортостан өсөн борос ултыртыу өсөн иң ҡулай дата - марттың беренсе-икенсе декадаһы, томат өсөн - марттың икенсе-өсөнсө декадаһы.

Ни өсөн пикировкалау кәрәк?

Ул башлыса томатҡа кәрәк, сөнки тармаҡлы тамыр системаһының үҫешен стимуллаштыра. Помидорҙы 1-2 ысын япраҡлы сағында пикировкалай башлайҙар. Уның өсөн тәүҙә мул итеп һыу ҡойорға кәрәк, шулай итһәң, уны ерҙән сығарыу еңелерәк буласаҡ. Иң уңайлыһы - тупраҡтан үҫентеләрҙе үткер булмаған бысаҡ йәки махсус көрәк менән сығарыу. Артабанғы үҫеше өсөн томатҡа 6х6 йәки 8х8 сантиметр ҙурлыҡтағы һауыт етә.
"Пикировка алдынан үрсетмәне даими урынға ултырғансы үҫәсәк субстрат әҙерләргә кәрәк. Был осраҡта помидор һәм борос өсөн махсус тупраҡ йәки йәшелсә культуралары үҫентеләре өсөн универсаль тупраҡ ҡулланырға мөмкин. Улар өҫтәмә эшкәртеүҙе, эзбиз индереүҙе талап итмәй, киҫәксәләрҙең оптималь ҙурлығына эйә һәм үҫентеләрҙе дөрөҫ үҫтереү өсөн бөтә кәрәкле туҡланыу элементтарын үҙ эсенә ала", - тип аңлатты Башҡорт дәүләт аграр университетының ғилми-консультация баҡса үҙәге хеҙмәткәре Мария Әхмәтгәрәева.
Оҙон үҫкәндәрен пикировка ваҡытында айырым һауыттарға орлоҡ өлөшөнә тиклем ҡалдыралар. Тамыр эргәһендә һауа ҡалдырмағыҙ, юғиһә, үҫемлек тамырланмаҫҡа мөмкин. Помидор пикировканы еңел кисерә, ә борос күпкә ҡатмарлыраҡ үткәрә, шуға күрә уны шунда уҡ кассеталарға сәсеү яҡшыраҡ.
Ергә ултыртҡан мәлдә помидор, сорттарына ҡарап, биштән алып туғыҙға тиклем япраҡлы һәм формалашҡан сәскәле, борос һигеҙ-ун япраҡлы һәм тәүге төйөндәре булырға тейеш.
Күсереп ултыртыр алдынан бик үк һыу ҡоймағыҙ, шулай иткәндә, ҡыуаҡ һынмай. Үҫентеләрҙе алыр өсөн һауытты һаҡ ҡына әйләндерегеҙ һәм уның төбөнә бер аҙ һуғығыҙ. Әгәр үрсетмә кассетала үҫһә, аҫҡы тишеге аша өҫкә күтәреп алырға мөмкин", - тип йомғаҡ яһаны Башҡорт дәүләт аграр университетының үҫемлекселек, үҫемлектәр селекцияһы һәм биотехнологиялар кафедраһы доценты Азат Вәлитов.

Галина БАХШИЕВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.25 | Ҡаралған: 57

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru