
Өфөлә V халыҡ-ара "АРТ-Ҡоролтай" мәҙәни форумы үтте. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында һәм ҡатнашлығында 2021 йылдан алып ойошторола. Уға мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, абруйлы ҡунаҡтар саҡырыла. Быйыл форумда Ҙур Мәскәү дәүләт циркының генераль директоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Эдгард Запашный, "Сириус" урта махсус музыка мәктәбе директоры Вадим Руденко (Сочи), "Сталинград һуғышы" музей-ҡурсаулығы директоры Алексей Дементьев (Волгоград) һәм башҡа ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.
Мәҙәни форумға Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышы старт бирҙе. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафикова уҙған йылға йомғаҡ яһаны һәм 2025 йылға бурыстар билдәләне. Төп иғтибар 2019 йылдан 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырылған "Мәҙәниәт" милли проекты йомғаҡтарына йүнәлтелде.
Форумдың "Бөйөк ил мираҫы - Рәсәйҙең мәҙәни суверенитеты нигеҙе" тип аталған пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм сығыш яһаны: "Башҡортостан дүртенсе йыл рәттән мәғлүмәт әүҙемлеге рейтингыһында лидер булып тора. Мәҙәни сараларға йөрөүселәр һаны буйынса беҙ Мәскәүҙән ҡала икенсе урынға сыҡтыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына мәҙәни сараларға йөрөү өсөн ташламалар индерҙек. Йыл ярым эсендә был ташлама менән 90 мең самаһы кеше файҙаланған, улар 12 меңдән ашыу мәҙәни сарала булған", - тине Радий Хәбиров һәм республикабыҙҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлау маҡсатында Башҡортостанда күләмле мәҙәни проекттар тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Атап әйткәндә, "Китап-байрам" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе, "Геройҙар ваҡыты" патриотик йыр конкурсы, "Әйҙә, уйнарға!" уйынсыҡтар фестивале, "Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале йылдан-йыл киң популярлыҡ яулай. Билдәләнеүенсә, төбәктә "Ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәре" республика программаһы сиктәрендә 2021 йылдан алып 120 кеше ярҙам алған. Башҡорт теле, Милли кейем көндәренә Ҡурай һәм Милли бейеү көндәре өҫтәлде. Республика Башлығының ҡарары менән Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо. Бөгөн ул ҙур сәхнәләрҙә әүҙем сығыш яһай. Әйткәндәй, "АРТ-Ҡоролтай" мәҙәни форумында Радий Хәбиров ансамбль етәксеһе Азат Айытҡоловҡа гастролдәргә йөрөү өсөн яңы автобус асҡысы тапшырҙы.
Пленар ултырышҡа йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы мәҙәниәттең бөгөнгө тормошта тотҡан ролен юғары баһаланы. "Мәҙәниәт, һис шикһеҙ, ҙур әһәмиәткә эйә. Ул кешелек йәмғиәтен, төрлө дин, милләт кешеләрен берләштерә. Һәм, әлбиттә, беҙ уға дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе булараҡ ҡарайбыҙ", - тине ул. Шулай уҡ Радий Хәбиров йәш таланттарҙы үҫтереүҙә Сочи ҡалаһындағы "Сириус" махсус музыка мәктәбе директоры Вадим Руденко менән төҙөлгән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙең әһәмиәтен дә баһалап үтте.
Әйткәндәй, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан Халыҡ-ара "Арт-Ҡоролтай" мәҙәни форумының эшен "Ғаилә" милли проектының "Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы ("Ғаилә өсөн мәҙәниәт")" төбәк проекты дауам итә. Аныҡлап әйткәндә, 2025 йылда төбәктең мәҙәни сәйәсәте "Ғаилә" милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Уның сиктәрендә мәҙәни инфраструктураны үҫтереү һәм республика халҡының ижади һәләттәрен күрһәтеүгә шарттар булдырыу күҙаллана. Шулай уҡ китапханаларҙы яңыртыу ҙа мәҙәниәт өлкәһендә башҡарыласаҡ төп эштәрҙең береһе буласаҡ. Республикала өс яңы моделле китапхана асыу планлаштырыла. Улар Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ, Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы һәм Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылдарында үҙ ишектәрен асасаҡ. Мәҙәниәт учреждениеларын реконструкциялау һәм техник яҡтан йыһазландырыу ҙа алдынғы бурыстарҙан, тип билдәләнде. Быйыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Республика Хәрби дан музейы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, Салауат ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбендә, Миәкә үҙәк китапханаһында, Нефтекама ҡалаһының Үҙәк китапханаһында капиталь ремонт үткәреләсәк. Шулай уҡ Ишембай районы Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортонда, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында һәм Салауат районындағы Салауат Юлаев музейында реконструкция ҡаралған. Эштәрҙе 2026 - 2027 йылдарҙа тамамлау планлаштырыла.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|