
Республикала, илдә һәм тотош донъяла әллә күпме гәзит-журнал нәшер ителә. Төрлө өлкәне яҡтыртҡан, бәләкәй һәм ҙур күләмдә баҫылған, яңы ғына сыға башлаған һәм тиҫтәләгән йылдар донъя күреп килгән ваҡытлы матбуғат - уларҙың һәр береһе үҙ уҡыусыһын таба, үҙ аудиторияһын булдырыуға өлгәшә.
Беҙҙең төбәктә лә ҡағыҙға баҫылған гәзит һәм журналдар булған, бар һәм буласаҡ, тип ышанам. Ташҡа баҫылған һүҙ бер ҡасан да үҙ әһәмиәтен юғалтмай, юҡҡа сыҡмай. Ошо күптөрлөлөк араһында нәҡ һинең күңелеңә ятҡан, һинең донъяуи һорауҙарыңа һәм талаптарыңа яуап биргән, уйландырған, сәмләндергән, осҡон уятҡан, тормош тәмен аңлап йәшәргә булышлыҡ иткән баҫманы табып алыуы үҙе бер бәхеттер ул.
Был йәһәттән мин үҙемде, уңдым, тип әйтә алам. Бына әллә күпме йылдар "Киске Өфө" гәзитен яратып уҡып барам. Ошо ваҡыт арауығында ул олпатланды, үҙ бәҫен һәм баһаһын белгән, оло быуынға ла, йәштәргә лә берҙәй яҡын һәм аңлайышлы булған баҫмаға әйләнде.
Минеңсә, һәр бер гәзит үҙ уҡыусыһына ниндәйҙер таяныс тойғоһо бирергә тейеш. "Киске Өфө" нәҡ шундай гәзит - ул тормошто бөтә яҡлап та тасуири яҡтырта, өмөт һәм көс өҫтәрлек мәҡәләләр бирә үҙ биттәрендә. Һаулыҡҡа бәйле ниндәйҙер кәңәш кәрәкме, донъя шаңдауы тураһында төплө фекер, тарих тураһында тулы мәғлүмәт кәрәк булдымы - "Киске Өфө" биттәренән барыһын да табырға була.
Бындай мәртәбәле, арбуйлы гәзитте ошондай уҡ абруйлы уҡыусылар уҡыйҙыр, тип уйлайым. Һәр бер һүҙҙең ҡәҙерен белгән, буш хәбәр һөйләүгә бирелмәгән, барлыҡ мәҡәләләре лә берҙәй кәрәк һәм терәк булған гәзиттең тағы ла оҙаҡ йылдар беҙҙе, уҡыусыларын, һөйөндөрөп йәшәп килеренә ышанам.
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға (һүрәттә) лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!
Эльза ҺӨЙӨНДӨКОВА.
Иглин районы.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|