
Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто - Өфө фән һәм технологиялар, Башҡорт дәүләт медицина, Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт аграр университеттары "Өҫтөнлөк 2030" ("Приоритет 2030") федераль программаға инде.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫар Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, "Өҫтөнлөк 2030" программаһына илдең 41 төбәгенән 100 университет һайлап алынған. 2021 йылдан ғәмәлгә ашырылған Рәсәйҙең яңы тарихындағы иң ҙур дәүләт ярҙам программаһы юғары уҡыу йорттарын амбициоз маҡсаттар ҡуйырға дәртләндерә. Уның маҡсаты - Рәсәй университеттарының 2030 йылға тиклем илде үҫтереүҙең милли маҡсаттарына өлгәшеүгә индергән өлөшөн тәьмин итеү өсөн ресурстарҙы туплау, юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми ойошмаларҙың ғилми-белем биреү ҡеүәтен күтәреү". Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров иһә был турала шулай тип белдерҙе: "Өҫтөнлөк 2030" программаһында ҡатнашыу беҙгә фәнни-технологик үҫеш буйынса алдынғы төбәк булараҡ үҙ позициябыҙҙы тағы ла нығытырға мөмкинлек бирә. Алған федераль финанслау республика университеттарына фәнни инфраструктураларын үҫтереү, заманса ҡорамалдар һатып алыу, тикшеренеүҙәрҙе әүҙемләштереү, инновациялар индереү һәм юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Былар иһә төбәк иҡтисадын нығытыуға һәм инвестициялар йәлеп итеүгә, шулай уҡ социаль өлкәгә импульс бирәсәк"
Илдар Ғәбитов, Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры: Беҙҙең аграр университет импортты алмаштырыуға һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ике стратегик проектты уңышлы яҡланы һәм "Өҫтөнлөк 2030" федераль программаһына инде. Программа уҡыу йортобоҙ үҫеше өсөн ҡеүәтле драйвер булып тора. Ҙур күләмле башҡа эштәрҙән тыш, мәҫәлән, юғары технологиялы эш урындары менән яңы ике ғилми лаборатория булдырыла: Агробиотехнологиялар һәм Агросәнәғәт комплексында яһалма интеллект лабораториялары. Программа сиктәрендә яңы быуын белгестәрен, беҙгә алмашҡа киләсәк һәм башлаған эштәребеҙҙе дауам итәсәк, агросәнәғәт фәне өлкәһендә Башҡортостанды алға сығарасаҡ йәш ғалимдар әҙерләү ҡарала. Йәғни уҡыу йортоноң стратегик өҫтөнлөгө булып ауыл биләмәләрен үҫтереүгә һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән профессионалдар әҙерләү тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ. Бының өсөн, әлбиттә, беҙгә үҙгәрергә, интенсив эш режимына күсергә, үҙ көсөбөҙгә ышанырға һәм бергәләп ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә һәләтле булыуыбыҙҙы аңлау мөһим. Коллектив яңы һынауҙарға әҙер, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшә алырбыҙ, тип ышанам.
Олег Баулин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры: Нефть техник университеты "Өҫтөнлөк 2030" федераль программаһында 2021 йылдан алып ҡатнаша. Ошо осор арауығында беҙҙең юғары уҡыу йортонда ғилми-тикшеренеү, инновацион һәм белем биреү эшмәкәрлектәренең иң алдынғы тәжрибәләре тупланды. Беҙ биш стратегик проект буйынса инновацион ҡарарҙар һәм эш алымдары тәҡдим итәбеҙ. Университеттың программала артабан да ҡатнашыуы үткәрелгән ғилми-тикшеренеү эштәренең актуаллеген һәм университет һайлаған үҫеш векторының дөрөҫлөгөн раҫлай. Бынан тыш, беҙ "ӨДНТУ - нефть һәм газ политехы" тип аталған вуздың маҡсатлы моделенә йүнәлеш алдыҡ. Юғары уҡыу йорто белем биреү эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән бик күп башланғыстарҙы тормошҡа ашыра. Бөгөн университет алдында яңы амбициоз бурыс тора - заманса инженер кадрҙары әҙерләү. Белгестәр яңы технологик алымдар уйлап табыуҙан йәки улар менән эш итә белеүҙән тыш, яңылыҡты шунда уҡ производствоға индерергә лә һәләтле булырға тейеш.
Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры: "Өҫтөнлөк 2030" федераль программаһы сиктәрендә беҙ 18 ғилми лаборатория булдырҙыҡ. Уларҙың барыһы ла фәндең комплекслы үҫеше өсөн мөһим. Бөгөн юғары уҡыу йорто инновацион үҫеш һәм технологик лидерлыҡҡа ынтылған аныҡ йүнәлеш һайланы. Әлеге ваҡытта медицина университеты Урология һәм клиник онкология институтының ғилми лабораторияларында, Евразия милли белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында һәм Фундаменталь медицина институтында тикшеренеү эштәре алып бара. Беҙ хәҙер яңы молекулалар һәм аҡһымдар синтезы менән шөғөлләнәбеҙ, яңы фәнни гипотезалар тәҡдим итәбеҙ. Юғары технологик әҙерлек кимәлендәге дарыуҙар һәм биомедицина технологияларын булдырыу буйынса эштәр дауам итә. Башҡорт дәүләт медицина университетының төп маҡсаты - кеше һәм уның һаулығы. Беҙҙең өсөн илебеҙ һәм республика граждандарының донъя стандарттары буйынса юғары квалификациялы ярҙам алыуы мөһим. Үҙгәреүҙәр аша юғары уҡыу йорто инновацион халыҡ-ара медицина университеты кимәленә табан бара һәм был юлдың дөрөҫ булыуына ышанабыҙ.
Вадим Захаров, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры: "Өҫтөнлөк 2030" федераль программаһы сиктәрендә Өфө фән һәм технологиялар университетына үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға 100 миллион һум аҡса бүленә. Был сумма, тәү сиратта, төрлө технологик проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Былтыр юғары уҡыу йортонда "Октава" акустик лабораторияһы асылды. Беҙ төрлө технологик процестарҙа тауыштың барлыҡҡа килеү тәбиғәтен тикшерәбеҙ. Фәнни-тикшеренеү эштәре һөҙөмтәләре скважиналар һәм ҡаҙылма байлыҡ ятҡылыҡтары торошон контролдә тотоу, шул иҫәптән ер аҫтын экологик мониторинглауҙа яңы сенсор системаларын һәм тикшеренеү технологияларын индереү рәүешендә тормошҡа ашырыласаҡ. Был эш йүнәлештәре нефть һәм газ тармағы предприятиелары өсөн бик кәрәк. Программа проектарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә, индустриаль партнерҙар менән берлектә Өфө фән һәм технологиялар университетының авиадвигателдәр эшләү һәм иҡтисадтың башҡа мөһим тармаҡтары өлкәһендә Рәсәйҙең технологик лидерлығына, шулай уҡ Башҡортостандың артабанғы фәнни-технологик үҫешенә индергән өлөшөн билдәләгән күрһәткестәргә өлгәшергә ниәтләйбеҙ.
Шулай итеп...
- Республика Башлығы Радий Хәбировтың университеттарҙы үҫтереү программаһын яҡлауҙа шәхсән ҡатнашыуы төбәк етәкселегенең фән һәм мәғариф үҫешенә ниндәй әһәмиәт биреүен һыҙыҡ өҫтөнә ала, - тип фекерен белдерҙе БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе, философия фәндәре кандидаты Данияр Абдрахманов. - Уның ярҙамы һәм әүҙем позицияһы федераль үҙәктең иғтибарын республика башланғыстарына йәлеп итергә, власть, юғары уҡыу йорттары һәм бизнес араһында үҙ-ара эш итеүҙе нығытыуға булышлыҡ итә. Республика университеттарының "Өҫтөнлөк 2030" программаһына инеүе төбәкте үҫтереүгә ошо стратегик ҡараш һәм Башҡортостанды инновацион үҫеш лидерҙарының береһе итергә ынтылыш хаҡында һөйләй ҙә инде. Властың, юғары мәктәптең, индустриаль һәм бизнес-партнерҙарҙың берлектәге эше заман һынауҙарын лайыҡлы үтергә, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә көстәрҙе тупларға мөмкинлек бирә. Был программа биргән эш һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан халҡы яңы эш урындары аласаҡ һәм, иң мөһиме, үҙ ҡалаларында һәм Өфөлә сифатлы белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА