«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һин китап уҡыйһыңмы? Балаларың уҡыймы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРМОШОБОҘҘО ДӘҮЛӘТ ЗАКОНДАРЫ КӨЙЛӘЙ
+  - 


21 мартта Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайына 30 йыл тулыу айҡанлы тантаналы йыйылыш уҙғарылды. Унда республикабыҙҙан һайланған сенаторҙар, РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышының төрлө саҡырылыш депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

"Был юбилей - Башҡортостан тарихында мөһим ваҡиға. Беҙҙең парламент яңы Рәсәй барлыҡҡа килгән ҡатмарлы осорҙа булдырыла, халыҡ тауышы, уның мәнфәғәттәрен яҡлаусы, демократик үҙгәртеп ҡороуҙар гарантына әүерелә. Тәүге йылдарҙа депутаттарға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә закон сығарыуҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, Рәсәй Федерацияһы составындағы республиканың яңы ысынбарлығына һәм статусына тап килгән хоҡуҡи база булдырырға тура килә. Бөгөн беҙ Башҡортостан ҡануниәте илдә иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. Күп кенә закондарыбыҙ башҡа төбәктәр өсөн өлгө, федераль хоҡуҡи акттарға нигеҙ булды", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев килтергән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, өс тиҫтә йыл дауамында беҙҙең депутаттарыбыҙ барлығы 3,5 меңдән ашыу закон акттары ҡабул иткән. Уның әйтеүенсә, республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫешенә нигеҙ булырлыҡ норматив база булдырылған, ул 6 республика кодексынан һәм 250 база законынан тора. Шулай уҡ беҙҙең парламентыбыҙ федераль хоҡуҡ системаһын модернизациялауҙа бик әүҙем ҡатнаша, федераль закон проекттарын индереү буйынса төбәк парламенттары араһында абсолют лидер позицияһын биләй.
Билдәле булыуынса, совет осоронда һәм уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында закондар сығарыу эшмәкәрлеге СССР Юғары Советы, союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Юғары Советтары ҡарамағында булды. Әйтергә кәрәк, ул саҡтағы төрлө кимәлдәге халыҡ депутаттары, парламент сессияларына йылына бер-ике тапҡыр ғына килеп, алдан әҙерләнгән хоҡуҡи документтарҙы формаль рәүештә бер тауыштан ҡабул итә ине. Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында - 90-сы йылдары башында барған үҙгәртеп ҡороу процестары, Советтар Союзының тарҡалыуы һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең Юғары Советы үҙенең вәкәләттәрен киңәйтә алды, әммә 1993 йылда башланған сәйәси кризис ил власының бөтә тармаҡтарын да ҡайтанан үҙгәртеп ҡороу ихтыяжын барлыҡҡа килтерҙе. 1995 йылдың 5 мартында, Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһына ярашлы, БАССР (БССР) Юғары Советы урынына республика закондарын әҙерләү һәм ҡабул итеү маҡсатында яңыртылған парламент - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы һайлана. Ул ике палаталы итеп ҡорола: даими нигеҙҙә эшләүсе Закондар сығарыу палатаһы һәм Вәкилдәр палатаһы. Ике палаталы парламент ике саҡырыш дауамында - 1995 йылдан 2003 йылға тиклем эшләй.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың ошондай составлы булыуын республикабыҙҙың яңыртылған хоҡуҡи базаһын булдырыу йәһәтенән уңышлы аҙым, тип баһаларға була. Закондар сығарыу палатаһы депутаттары 8 йыл дауамында тиҫтәләрсә яңы закондар ҡабул итте. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының "Ҡортсолоҡ тураһында"ғы Законы Рәсәйҙә ошо өлкәгә ҡараған мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе беренсе хоҡуҡи акт булды. Мәғариф, Башҡортостан халыҡтары телдәре, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, физкультура һәм спорт, күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт ярҙамы менән тәьмин итеү, йәшәйешебеҙҙең башҡа өлкәләренә ҡараған мәсьәләләр буйынса байтаҡ ҡына норматив акттар ҡабул ителде. Палата ултырыштарына ҡарауға сығарылған закон проекттары бик ентекле рәүештә тикшерелә, юридик дискуссиялар барышында уларға күп кенә төҙәтмәләр индерелә, ә был норматив акттарҙың сифатлы булыуын тәьмин итә ине.
Теге йәки был закон актын әҙерләү һәм ҡабул итеү барышында төрлө ҡыйынлыҡтар ҙа килеп сыҡҡан осраҡтар булды. Хәтеремдә, Закондар Палатаһының Социаль мәсьәләләр, ғаилә һәм әсәлек, һаулыҡ һаҡлау комитетын (2-се саҡырылыш) медицина фәндәре докторы, профессор Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов етәкләне. Уның инициативаһы менән ошо комитетта "Башҡортостан Республикаһында тәмәке тартыуҙы профилактикалау һәм сикләү тураһында" закон проекты әҙерләнде. Әммә йәмғиәттә ошондай законды ҡабул итеүгә тотҡарлыҡ яһаусылар ҙа бар ине. Венер Ғәзиз улы һөйләгәнсә, уның өй телефонына бер нисә тапҡыр ниндәйҙер аноним кешеләр шылтыратып, законды ҡарауҙан алдыртыуҙы талап иткән, хатта уның үҙенә янағандар. Әлбиттә, был әҙәмдәрҙең, Венер ағайса әйткәндә, "тәмәке барондары"ның ялсылары булғанына бер кемдә лә шик тыуманы. Нисек кенә булмаһын, әле аталған закон 2001 йылдың 26 июлендә Рәсәйҙә беренсе булып ҡабул ителде. Шәхсән үҙемә Закондар сығарыу палатаһының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитетында бер нисә закон проекты өҫтөндә эшләү насип булды. "Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡи белем биреү тураһында" тип аталған закон проектын тулыһынса үҙем яҙҙым, уның буйынса парламент тыңлауҙары ла уҙғарҙыҡ, унда ҡатнашыусылар проектты ҡуш ҡуллап хупланы. Ҡыҙғаныс, әммә ул саҡтағы БР Хөкүмәте, законды ғәмәлгә ашырыу буйынса финанс сығанаҡтары юҡлығына һылтанып, ошо проектты ҡабул итеүгә ҡаршы булды. Шулай уҡ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға норматив нигеҙ булдырыу өсөн "Мәғариф тураһында"ғы БР Законының 7-се статьяһына тейешле үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын яҙҙым. Ошо проектты ҡарау ике йылға яҡын дауам итте, ул Закондар сығарыу палатаһында ике тапҡыр ҡабул ителһә лә, Вәкилдәр палатаһында ошо законды раҫлауға теше-тырнағы менән ҡаршы булған бер билдәле закон әһеленең ҡотҡоһо менән тотҡарланып ҡалды. Әммә тормош барыбер үҙенекен итте: БР Дәүләт Йәйылышы - Ҡоролтайының III саҡырылыш депутаттары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы законлаштырҙы.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ,
II саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының Закондар сығарыу палатаһы депутаты.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.25 | Ҡаралған: 85

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru