«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Генерал Владимир Афанасьевич Обручев
(1842 - 1851 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған)

Элегерәк почта станцияларын тотоу менән шөғөлләнгән подполковник Корин нисек итеп почтмейстерҙарға ярап була икәнен яҡшы белә - уларҙан почта ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итмәһәң, шул да етә. Башҡа бер вазифалы кешеләр булышлығында ул почта чиновниктарынан казак почтасыларына ташламалар эшләүгә өлгәшә, бөтөн Ырымбур линияһы трактын бер ҡулда тотоу маҡсатында аноним товарищество төҙөй, Ырымбур ғәскәре идаралығы уҙғарған торгта ҡатнашыу өсөн ҡулаҡса менән тейешле кимәлдә залог индерә. Алып барыусыларҙың тулы составы менән бергә торгта наказный атаман, граф Цукато үҙе лә ҡатнаша. Кориндың дежур штаб-офицер булыуын, уның телгә алынмаған иптәштәренең кемдәр икәнлеген барыһы ла яҡшы белә (атаман адъютанты, ротмистр Жидков, уның ҡатыны ҙур капиталға эйә, чиновник Биберштейн, уның ҡыҙы ғәскәр идаралығы ассесоры, Кориндың туғаны Петр Кориндың ҡатыны була). Торг Корин файҙаһына тамамлана, станциялар бик ҙур хаҡҡа һәм уларҙы почта ҡағиҙәләренә ярашлы тотоу шарттарында уға тапшырыла.
Кориндың ниндәй кеше булыуы хәрби губернаторға ла билдәле була, әммә ул биләгән вазифа эшкә ҡамасауламай.
Хәрби совет Обручевтың тәҡдиме менән станцияларҙы торгта ҡуйылған хаҡҡа Корин ҡарамағына биреүҙе раҫлай. Контракт төҙөлөү менән ул был эштең төп хужаһына әйләнә. Линия буйлап йөрөп сығып, Корин барса станцияларҙа ла казактарҙы һәм бер ни тиклем чиновниктарҙы күпкә кәмерәк суммаға яллай. Бындай килемле эштең уға бирелеүенең сәбәбе - станциялар тотоу хоҡуғы Кориндың тик үҙе менән генә эш итеү, эшләгән ваҡыт өсөн һәм кәрәк булған саҡта түләүҙәрҙе алданыраҡ унан алыу шарттарында бирелә, ә почта чиновниктарының төпсөнөүле талаптарын ул үҙе көйләргә, почта ташығанда юғалған корреспонденциялар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тейеш була, бер кемдән дә залог алмай. Ҡыҙыҡһынған кешеләр Кориндың ошо операциянан йылына 12 мең һум килем алыуын иҫәпләп сығара. Быны белгәндәрҙең аппетиттары арта бара, улар Кориндың был төшөмлө эште бик оҫта ойоштора алыуы хаҡында хәбәр тарата. Һуңынан хатта наказный атаман, граф Цукатоның бер мәжлестә, көнләшеүен йәшерә биреп, уның тураһында бай буласағы хаҡында ул үҙе миңә һөйләгәйне.
Обручевҡа эштең шулай килеп сығыуы һис оҡшамай. Уның кәңәшселәре йә ыңғай, йә киреһен һөйләй; Коринға ҡарата эш асырға булалар, быға канцелярия башлығы Лебедев та ҡаршы булмай. Кориндың станцияларҙы нисек тапшырыуын урындарҙа тикшереү кәрәк була. Уның, дежур штаб-офицер булараҡ, үҙен бөтә нәмә менән дә эш итә алыусы итеп күрһәтеп башҡарған ғәмәлдәрен тикшерә алырлыҡ кеше ғәскәрҙә булмай, һәм хәрби губернатор был бурысты үҙенең махсус йомоштар буйынса чиновнигы, Урал ғәскәренең ғәскәр старшинаһы Матвеевҡа йөкмәтә.
Матвеев Себергә тиклем бар линия буйлап ураган кеүек йөрөп сыға; кешеләрҙән һорау ала, Кориндың күҙалланған енәйәттәре хаҡында факттар йыйырға тырыша, бер-ике станцияла бер ниндәй мәғлүмәт алырлыҡ булмаған ҡағыҙҙар таба, әммә Кориндың станцияларҙы үҙе алған сумманан күпкә кәмерәк хаҡҡа тапшырыуынан башҡа икенсе бер факттар табылмай, ә быныһын ғәйепләнеүсе үҙе лә йәшермәй. Тикшереү һөҙөмтәләре был саҡта хеҙмәт эштәре буйынса Петербургҡа киткән Обручевҡа ебәрелә.
Петербургта уҫал ниәттә ҡылынған ҙур енәйәт эше хаҡында донесение яҙылып, хәрби министрға тапшырыла, законға ҡаршы бер нәмә лә эшләмәһә лә, ғәскәр идаралығы быға юл ҡуйыуҙа ғәйепләнә.
Казак ғәскәрҙәре эштәре менән шөғөллләнгән хәрби поселениелар департаменты, ошо донесениеға яуап итеп, законға ярашлы тикшереү эшен асыу хаҡында ҡарар сығара, шуның менән бергә хәрби министр граф Чернышевтың ғәскәр идаралығы ағзалары составының уға йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә ни тиклем ышаныслы булыу-булмауына иғтибар итеү кәрәклеге хаҡындағы бойороғо ла ҡушып бирелә.
Хәрби поселениелар департаменты ҡағыҙы Ырымбурға ебәрелә, бында, Обручев булмаған саҡта хәрби губернатор вазифаһын генерал-лейтенант Толмачев башҡарған була. Ул тәфтиш эшен ҡуҙғата, уны башҡарыу 1-се Ырымбур казак полкы командиры, полковник Бергҡа һәм корпус штабының өлкән адъютанты, капитан Михайловҡа йөкмәтелә. Документтар, эш ҡағыҙҙары менән танышҡан арала Кориндың контракт ваҡытының яртыһы уҙып китә, ул контракт менән билдәләнгән түләүҙәрҙе тулыһынса алыуын дауам итә һәм үҙе яллаған почтасыларҙы ҡәнәғәтләндереп тора. Кориндың башҡалар белмәгән компаньондары, үҙҙәренең эшкә һалынған капиталдарын юғалтыуҙан хәүефләнеп, беренсе йылда алынған килем иҫәбенән аҡсаларын кире ҡайтартыуға өлгәшә, үҙҙәре ингән эштән юғалтыуһыҙ сыға, әммә файҙа ла алмай. Корин әлеге эштең берҙән-бер хужаһы һәм милексеһе булып ҡала бирә.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.25 | Ҡаралған: 149

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru