«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӨЙЛӘШЕҮ ҘӘ ДАРЫУ ИКӘН...
+  - 

Йыш ҡына өлкән йәштәгеләрҙең күп һөйләү ғәҙәтенән көлөргә яраталар, ләкин табибтар, киреһенсә, был күренешкә бик ыңғай ҡарай һәм ҡарттарға, ысынлап та, күп һөйләүҙең файҙаға ғына булыуын раҫлай. Сөнки бөгөнгө көндә хәтер юғалтыуҙы иҫкәртеү өсөн башҡа сара юҡ. Берҙән-бер юл - һөйләргә лә һөйләргә.

Күп һөйләүсе кешеләр кәм тигәндә өс өҫтөнлөк менән файҙалана ала. Беренсенән, тел менән фекер үҙ-ара ныҡлы бәйләнештә булғанлыҡтан, телмәр мейе әүҙемлеген күтәрә, айырыуса шәп һөйләгән саҡта фекер тиҙлеге туранан-тура хәтерҙе яҡшырта. Әҙ һөйләшкән, ғөмүмән, һөйләргә яратмаған кешеләрҙең хәтере насарлана.
Икенсенән, күп һөйләү психик сирҙәрҙән һаҡлай, стресты кәметә. Ҡайһы бер өлкәндәр бөтөн уй-хистәрен эсендә тотоусан, һөйләшергә әллә ни яратмай, был уларға үҙ -үҙенә бикләнеүҙән быуылыу тойғоһо, яйһыҙлыҡ килтереп тыуҙыра. Шуға күрә лә өлкәндәргә күберәк аралашырға һәм бер-береһен тыңларға, һөҙөмтәлә үҙҙәрен яҡшыраҡ тойорға мөмкинлек тыуҙырырға кәрәк.
Өсөнсөнән, һөйләшеү шулай уҡ бит мускулатураһын, тамаҡ, тауыш бәйләнештәрен әүҙемләштерергә, үпкәләрҙең күләмен киңәйтергә булышлыҡ итә, йыш ҡына күҙҙәргә һәм ҡолаҡтарға зыян итеүсе баш әйләнеүҙән, ҡолаҡ ҡатылығынан арындыра. Ҡыҫҡаһы, ҡарт кешегә Альцгеймер сиренән ҡотолоу өсөн әүҙем һөйләшергә, мөмкин тиклем күберәк кеше менән аралашырға кәрәк. Бынан башҡаса дарыу юҡ. Шуның өсөн дә өлкән йәштәгеләр аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла осрашып, 2-3 сәғәт аралаша, фекер алыша алырлыҡ, ыңғай кәйеф, йылмайыу менән стрестан ҡотолорлоҡ берәй дуҫтар төркөмдәре, осрашыу клубтары ойоштороу бик кәрәк.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.25 | Ҡаралған: 538

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru