«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАЯРЫУМЫ? УЛ УЙЫН ЭШ ТҮГЕЛ!
+  - 


"Шаян-лига" Башҡорт асыҡ шаяндар һәм отҡорҙар лигаһының йыйылма командаһы 13 мартта Ҡаҙан ҡалаһында үткән "Әйҙә, шаярт" Татар лигаһы фестиваленән Гран-при менән ҡайтты. Лиганың идара рәйесе Урал КӘРИМОВ һәм лиганың мөхәррире Кәрим ХӨСНУЛЛИН менән әңгәмә ҡорғанда был еңеү тураһында ла белештек.

Урал, Башҡорт КВН-ының майҙанға сығыуына байтаҡ йылдар бит инде, ул хәҙер ниндәй кимәлдә танылыу яуланы?

- "Шаян уйын"дан үҫеп сыҡҡан Башҡорт асыҡ шаяндар һәм отҡорҙар лигаһына быйыл ун өс йыл була. Инициатив төркөм 2012 йылдың апрель айында йыйылды һәм ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә сентябрҙә Юстиция министрлығында "Башҡорт асыҡ шаяндар һәм отҡорҙар лигаһы" Башҡортостан Республикаһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы булараҡ теркәлде. Лигабыҙ Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Үзбәкстан менән төрки телле шаяндар һәм отҡорҙар лигалары ассоциацияһында тора. Ҡаҙанда үткән уйындарҙа даими ҡатнашабыҙ, Астананан призлы урын алып ҡайтҡаныбыҙ булды, Ташкент ҡалаһында ла сығыш яһаныҡ.
Республика буйынса юғары лиганың һигеҙ миҙгеле үтте. Бөгөнгө көндә Башҡортостан Башлығы гранттары фонды менән берлектә мәктәп уҡыусылары өсөн "Шаян-лига" уйындары булдырҙыҡ. Командалар дүрт зонаға бүленеп уйнай: Урал аръяғы - үҙәге Сибай ҡалаһында, төньяҡ-көнсығыш - Мәсәғүт, төньяҡ-көнбайыш - Нефтекама, көньяҡ - Ишимбай. Еңеүселәр артабан Өфөлә супер финалда осраша. Быйыл ул, шаяндар һәм отҡорҙар уйынының өсөнсө миҙгеле финалы, 9 апрелдә "Торатау" конгресс-холында үтә.

Урал, "Әйҙә, шаярт" Татар лигаһы фестивалендә Гран-при яулауығыҙ тураһында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине...

- Татарстан лигаһы егеттәре менән беҙ яҡын дуҫтарбыҙ. Ун йыллап аралашып йәшәйбеҙ. Төрки халыҡтарының КВН фестивалдәренә бергәләп йөрөйбөҙ. Үткән йылда Татарстандан "Туҡай" командаһы беҙҙә тотош бер миҙгел уйнаны һәм финалда икенсе урын алды. Күршеләребеҙҙең "Әйҙә, шаярт" лигаһы миҙгелендә быйыл да ҡатнаштыҡ. Алты кешенән торған командабыҙға, балалар уйындарында утығып, күҙ алдыбыҙҙа үҫкән өмөтлө йәштәр инде. Уларҙы тәжрибәле квнсы Илһам Ишкинин етәкләне. Фестиваль Татар лигаһының яңы миҙгелен асыу сараһы булды. Дәғүәсе 21 команда араһынан Гран-прины беҙ яуланыҡ, шул рәүешле артабанғы этапҡа күстек. Сирек финал 4 июндә үтә. Әгәр унда ла уңышлы һынау тотһаҡ, артабан - ярымфинал, ә унан инде - финал.

Кәрим, был турала һин ни әйтерһең?

- Татар лигаһы уйындарын ойоштороусылар, һеҙҙә дәрт бик көслө, тинеләр. Ысынлап та, беҙ башҡорт рухы, дәрте менән еңеү яуланыҡ.

20 мартта беренсе тапҡыр колледждар араһында КВН үтте. Быны "Шаян-лига"ның сираттағы үҫеш баҫҡысы, тип әйтеп буламы?

- Эйе, быйыл тәүге тапҡыр тик урта махсус уҡыу йорттары студенттары ғына ҡатнашҡан "Колледждар кубогы" тип аталған башҡорт КВН-ы фестивале үтте. Республикала 200-ҙән ашыу урта махсус белем биреү уҡыу йорттары бар. Улар өсөн айырым фестиваль ойоштороу уйы әллә ҡасандан тынғы бирмәй ине. Ниһайәт, уны тормошҡа ашырҙыҡ. Сара Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән Башҡорт асыҡ шаяндар һәм отҡорҙар лигаһы һәм Йәштәр сәйәсәте министрлығы тарафынан "Шаян-лига" ижади кластер проекты сиктәрендә үтте. Бөтәһе 15 команда ҡатнашты. Беренсе урынға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжының "Аҡмулла егеттәре" командаһы сыҡты. Планыбыҙҙа - уйындарға күберәк студент йәштәрен йәлеп итеү, студенттар, колледждар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн айырым уйындар үткәреп, командаларҙы юғары лигала осраштырыу, телевидение форматында сығыш яһарлыҡ профессионалдар әҙерләү. Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн республика буйынса командалар һаны күп булырға тейеш. Бының өсөн йәштәр менән эшләргә, урындарҙа башҡорт КВН-ы хәрәкәтен киң йәйелдерергә кәрәк. Был йәһәттән, мәҫәлән, Ишимбайҙар әүҙемлек күрһәтә. Улар үҙҙәренең айырым КВН лигаһын төҙөнө.

Кәрим, февралдә һин уйнаған легендар "ХХ Централ" командаһының юбилей кубогы уҙҙы. Башҡорт КВНы "аҡһаҡалдары" йәшенә еткән командалар тағы бармы?

- Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһының "ХХ Централ" командаһы был уйындарҙа 2005 йылдан алып ҡатнаша. Ысынлап та, ул - "аҡһаҡал". Минең үҙемдән дә олораҡ хатта. Команданың егерме йыллығы айҡанлы 25 февралдә Өфөнөң "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә юбилей кубогы ойошторҙоҡ. "Аҡһаҡал"дарға килгәндә инде, мин үҙем белгәндәрҙән Республика инженер-лицейынан "Башҡорттар. Нөктә. RU", 136-сы Өфө ҡала Башҡорт лицейынан "Һупайлы дәрүиштәре"н әйтеп китә алам.

Урал, быйыл Красноусолда "Ҡышҡы КВН мәктәбе" ойошторҙоғоҙ. Шаяндар һәм тапҡырҙар хәрәкәтенең бар республика райондары һәм ҡалаларында ла таралыуы миҫалымы был?

- Эйе, 30 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында мәктәп уҡыусылары өсөн "Ҡышҡы КВН мәктәбе" ойошторҙоҡ. Унда Ғафури, Дыуан, Ишембай райондарынан, Сибай ҡалаһынан 70 уҡыусы ҡатнашты. Улар ысын КВН мөхитенә сумды. Башҡорт лигаһы әүҙемселәре һәм саҡырылған ҡунаҡтар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Йәш квнсылар, дүрт командаға бүленеп, көн һайын төрлө конкурстарҙа ҡатнашты, алған белемен сәхнәнән күрһәтте. Балаларҙы оҙатып килгән уҡытыусыларға ла дәрестәр бирҙек. "Ҡышҡы КВН мәктәбе"ндә алған тәжрибә артабан райондарҙа КВН уйындары кимәлен күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Белем алып ҡайтҡан уҡыусылар хатта үҙҙәре ойоштороусы булып китер, тип ышанабыҙ. Шаяндар һәм отҡорҙар командаһы бөтә райондарҙа ла бар, тип әйтеүе иртәрәк, әммә ләкин беҙ шуға ынтылабыҙ.

Урал, хәҙер балалар, ғөмүмән, рус телендә аралашыуға күсә. Быны туҡтатыу өсөн бер ниндәй ҙә сара юҡ һымаҡ. Ошо шарттарҙа башҡорт КВН-ның әһәмиәте...

- КВН хәрәкәтендә ҡатнашҡан 13 йыл дәүерендә төрлө хәлдәрҙе күрҙем. Беҙҙең 136-сы лицей командаһында Азат исемле егет булды. Мин белгәндә, 7 кластар тирәһендә, уның башҡортсаһы бик насар ине. КВН-да уйнап шымарҙы ул, хатта текстар яҙып, үҙаллы сығыш яһай башланы. Шаян һәм отҡор булыу өсөн күп белергә кәрәк, тимәк, китаптар, гәзит-журналдар уҡымайынса был мөмкин түгел. Башҡорт КВН-ы баланы, йәштәрҙе туған телдә уҡырға мәжбүр итә, тип әйтер инем. Төптән уйлап ҡараһаң, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Законды тормошҡа ашырыуҙа КВН уйындарының әһәмиәте бик ҙур. Шуны муниципалитеттарҙа аңлаһалар, квнсылар хәрәкәтен киң йәйелдереүҙә булышлыҡ итһәләр ине.

Кәрим, һинең фекерең нисек тел мәсьәләһендә?

- КВН-да ҡатнашып, балалар туған телдә һөйләшеп кенә ҡалмай, ә фекерләй ҙә башлай. Кемдәрҙер башҡортсаны атай-әсәй һөйләшкән тел тип кенә ҡабул итһә, беҙгә ҡушылып киткәс, кәрәкле мәғлүмәт, яңы темалар эҙләп, туған телдә китаптар уҡый башлайҙар, үҙҙәренә яңы бер донъя асалар.

Рәсүл БАЙГИЛДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.25 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru