«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘСТӘРЛӘҮГӘ, ЕТЕШЛЕККӘ ӨМӨТ
+  - 

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың Дәүләт Йыйылышы пленар ултырышындағы отчет докладында республикала ғәмәлгә ашырылған социаль сәйәсәт тураһындағы мәғлүмәттәргә төп урын бирелде.

Ысынлап та, Хөкүмәттең төп маҡсаттарының береһе - халҡыбыҙҙың тормош шарттарын яҡшыртыу. Һәр бер ғаилә, ололар ҙа, кеселәр ҙә, социаль яҡтан яҡлаулы булһын, тормошобоҙҙоң яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә өмөтөн өҙмәһен, тибеҙ. Ябай кешеләр иҡтисадтағы ҡаҙаныштар, төрлө инвестициялар күләме, башҡа шундай күрһәткесле цифрҙар менән артыҡ ҡыҙыҡһынып бармай. Уларға көндәлек тормоштоң етеш булыуы мөһим. Кешеләр власть органдарының үҙҙәре хаҡында хәстәрлек күреүен тойоп йәшәргә тейеш. Шуны күҙ уңында тотоп та, беҙ, депутаттар, республикабыҙ Хөкүмәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Беҙҙең Комитетта былтыр һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм ветерандарға ярҙам итеүҙе камиллаштырыу буйынса 19 норматив акт ҡабул ителде, унан башҡа РФ Дәүләт Думаһынан беҙҙең ҡарамаҡҡа төшөрөлгән 173 закон проектын тикшереп, үҙ тәҡдимдәребеҙҙе ебәрҙек.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен камиллаштырыу БР Хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә, шуға күрә ошо маҡсатта йылына 100 млрд. һумдан ашыу финанс сығымдары бүленә. Шуныһы ҡыуаныслы, ауылдарыбыҙҙа заманса реконструкцияланған модуль тибындағы яңы ФАП-тар арта бара. Беҙ йыш ҡына һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин менән райондарға, ҡалаларға сығып, коллегиялар уҙғарабыҙ, урындарҙа халыҡ һаулығын һаҡлау буйынса ниндәй проблемалар булыуын асыҡлайбыҙ, эштәр барышын контролгә алабыҙ. Райондарҙы медицина кадрҙары менән тәьмин итеүгә иғтибар арта бара, "Земство докторы", "Земство фельдшеры" программалары ғәмәлгә ашырыла, ауылдарға барырға теләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре ҙур күләмдә матди түләүҙәр ала, урындарҙа улар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыла. Бындай мөһим ғәмәлдәрҙе халыҡ күрә һәм яҡшы баһа бирә.
Власть әһелдәрен демография мәсьәләләре лә борсомай ҡалмай. Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү иғтибар үҙәгендә тотола. Мәҫәлән, медицина университеты ректоры В.Н. Павловтың ҡарары менән ғаилә ҡорған студенттар ятаҡтарҙа айырым бүлмәләр менән тәьмин ителә. Балалары тыуһа, уҡыу йорто улар өсөн мини-яслелар булдырған, лекциялар бөткәнсе студентарҙың балалары ҡараулы була. Алдағы көндәрҙә БР Хөкүмәте менән бергә студент ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса яңы ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ.
Күп балалы ғаиләләргә матди яҡтан ярҙам ойоштороу шулай уҡ республикала тыуым кимәлен арттырыу мөмкинлеген бирә. Бына бер генә факт: Башҡортостанда тыуған балаларҙың һәр өсөнсөһөнөң әсәһе күп балалы, тимәк, улар 4-се, йә иһә 5-се бала булып донъяға килә. Аллаһҡа шөкөр, үҙебеҙҙең дә бер ҡыҙыбыҙ - 3, икенсеһе 4 бала тәрбиәләй.
Республикабыҙҙа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар, МХО-ла хәрби бурысын үтәгән яугирҙар ғаиләләре БР Хөкүмәтенең, урындарҙағы властарҙың иғтибар үҙәгендә, улар законда ҡаралған ярҙам сараларынан мәхрүм түгел. Әйтергә кәрәк, республикабыҙҙың төрлө кимәлдәге вәкәләтле органдарының 30 депутаты әлеге ваҡытта МХО-ла хеҙмәт итә. Беҙҙең депутаттарыбыҙ республикала ойошторолған частарҙа хеҙмәт иткән яугирҙарға гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, айына ике тапҡыр гуманитар конвой менән үҙҙәре лә яу барған ерҙәргә барып ҡайта.
Яңыраҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүгә әҙерләнеү буйынса республика ойоштороу комитетының тәүге ултырышы уҙғарылды, уны БР Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкләй. Был илебеҙ тарихындағы бик мөһим ваҡиға, беҙ Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хаҡындағы хәтеребеҙҙе яңыртасаҡбыҙ, һәр бер яугирҙы хөрмәтләп иҫкә аласаҡбыҙ. Әлбиттә, байрам алдынан ауыл-ҡалаларҙағы обелисктарҙы, һәйкәлдәрҙе яңыртыу, бөйөк яуҙа ҡатнашыусыларҙың ҡәберҙәрен ипкә килтереү, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында төрлө саралар ойоштороу күҙаллана. Ошо күркәм байрамдың йәш быуындарҙа ватансылыҡ тәрбиәләү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булыуын онотмайыҡ, ҡәҙерле замандаштар.

Салауат ХАРРАСОВ,
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.25 | Ҡаралған: 67

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru