«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯҒА ТАРАЛА...
+  - 

"Урал батыр" эпосы нигеҙендәге башҡортса альбомдың Рәсәй лейблында сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. "Һомай" йыры Ҡаҙағстанда һәм Урта Азия илдәрендә ҙур популярлыҡ яулай. "Ay Yola" башҡорт проектының йырҙарын интернетта миллиондан артыҡ кеше ҡараған, ҡараусылар даими арта бара.

Ҡаҙағстан тыңлаусыһы, журналист Ержан Әхмәтов был күренеште ыңғай мәҙәни үҙ-ара алмашыу тип атай:
- Башҡорт йырының Ҡаҙағстанда популяр булып китеүенә ғәжәпләнергә лә кәрәкмәй тип уйлайым, - ти Ержан Әхмәтов. -Беренсенән, ҡаҙаҡ тыңлаусыһы башҡорт контентын һағынды. Ҡаҙағстанда ҡаҙаҡтарға аңлайышлы һәм яҡын туғандаш халыҡтарҙың вәкилдәре ижад иткән йырҙарҙы яратып тыңлайҙар. Һуңғы йылдарҙа мин ике музыкаль йүнәлеште генә атай алам (традицион сәнғәтте иҫәпкә алмағанда, ҡурай айырым урынды биләй): эстрадала "Арғымаҡ" төркөмө һәм йырсы Айгөл Үтәгәнованың йыры (асылда, Батырхан Шукеновтың башҡорт телендәге йыры). 20 йыл эсендә Ҡаҙағстанда яңғыраған бына ошо йырҙарҙы ғына иҫемә төшөрҙөм.
Йырҙың боронғо, башҡорт фольклорынан булыуы аңлашыла, әммә уны электрон музыка элементтары менән, хайперпоп стилендә ҡулланыу ҡыҙыҡлы. Ҡаҙағстанда хайперпоп күптән бар, ләкин традицион музыка, традицион башҡарыу Ҡаҙағстанда һаман да популяр булып ҡала, ә хайперпоп беҙҙә башлыса 20 йәшкә тиклемге йәштәр араһында популяр тип әйтер инем. "Һомай Урал батыр" композицияһында хайперпоп стилен ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы, сөнки башҡорт теленә, бигерәк тә башҡорт йәштәре араһында ҡыҙыҡһыныу уята. Ул ҡаҙаҡ йәштәре өсөн дә аңлайышлы, сөнки телдәр 85 процентҡа оҡшаш...
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, альбом авторҙары командаһында - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, "Арғымаҡ" этно-төркөмөн ойоштороусы һәм уның солисы Ринат Рамазанов (вокал, ҡурай), "Илһам" халыҡ-ара конкурсында гран-при яулаған йырсы, "Musume" проектының йөҙө һәм тауышы Адель Шәйхетдинова (вокал, гитара, думбыра) һәм Руслан Шәйхетдинов (саунд-продюсер, бас-гитара, ҡыл-ҡумыҙ): билдәле DJ, "Maximum" радиоһында "Electroshock" радио-шоуын алып барыусы, музыкант, тауыш режиссеры һәм DJ Ruslan Sever.
Ринат Рамазанов "Башинформ"ға "Һомай" йырын башҡарыусы Адель Шәйхетдинова менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне: "Адель Шәйхетдинова - диджей Руслан Северҙың ҡыҙы. Руслан менән был проектты башлаған саҡта беҙгә ҡатын-ҡыҙ тауыштары, вокализдар кәрәк ине. Адель партияны башҡарғас, уның солист була алыуын аңланыҡ. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар партияларына ҡурай, ҡумыҙ, өзләү, саунд-продюсер өҫтәлә, аранжировка авторы - Руслан Шәйхетдинов. Ҡайһы бер, атап әйткәндә, "Батырҙар" һәм "Һомай" йырҙарының һүҙҙәрен Диана Килдина яҙҙы. Эпостан өҙөктәр менән релиздар тағы ла көтөлә".

"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.25 | Ҡаралған: 339

Киске Өфө
 
Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru