«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠУРАЙ ДАНЫ"НА ЛАЙЫҠТАР
+  - 

Өфөлә "Ҡурай даны" милли телепремияһының еңеүселәре билдәләнде!

4-се тапҡыр уҙғарылған "Ҡурай даны" милли телепремияһының Финалы гөрләп-шаулап Башҡортостан дәүләт концерт залында үтте.
Хеҙмәт кешеһен, үҙ һөнәренең оҫталарын данлай, дәртләндерә торған был проект билдәле журналист Рита Өмөтбаева етәкләгән "Ҡурай" телеканалының күркәм һәм әһәмиәтле сараларының береһе. Быйыл премия алты номинацияла тапшырылды. Еңеүселәргә "Ҡурай даны" көмөш миҙалы тапшырылды, ә зал заман геройҙарын алҡыштарға күмде. "Ҡул оҫтаһы" номинацияһында ир-егеттәрҙән - Ҡариҙел районынан Ришат Ғәлинуров, ҡатын-ҡыҙҙарҙан - Иглин районынан Ғәбиҙә Вәлиева; "Ер кешеһе" номинацияһында - Бөрйән районынан Айнур Бейембәтов;
"Иң шәп ауыл хакимиәте башлығы" номинацияһында -Ғафури районынан Әхнәф Нуғайғолов; "Миһырбанлы ғаилә" номинацияһында - Ҡариҙел районынан Мәҙинә һәм Эдик Ғәлимйәновтар; "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында - Ишембай районынан Дания Ямалетдинова бүләкләнде.
Тормоштоң биҙәге ябай кешеләр булыуын күрһәткән премия үҙ эшенең оҫтаһы булған ер кешеләренә, ҡул оҫталарына, ауыл хакимиәте башлыҡтарына, ауыл фельдшерына, миһырбанлы ғаиләләргә бирелде. Мәҫәлән, "Ҡурай даны" милли телевизион премияһының көмөш миҙалына лайыҡ булған Иглин районы оҫтаһы Ғәбиҙә Вәлиева үҙе тыуып үҫкән Ҡурған яҡтары башҡорттарына хас кейемде, биҙәктәрҙе тергеҙеү менән мәшғүл. "Башҡортостан Республикаһының сигелгән картаһы" проектын тормошҡа ашырыуҙа ла әүҙем ҡатнашҡан ул. Өйөндә музей булдырған. Ә 24 йыл ауыл биләмәһе башлығы булып эшләүсе Ғафури районы Имәндәш ауылынан Әхнәф Нуғайғолов әйтеүенсә, "Яратҡан эш ялҡытмай, дәрт, илһам бирә. Халҡым, тыуған ерем мәнфәғәтенә эшләйем, йәшәү шарттары көйлө булһын өсөн тырышам".
Ауылдар тыуған ере өсөн янып йәшәгән тырыш һәм дәртле замандаштарыбыҙ менән көслө. Бындай кешеләр айырым иғтибарға һәм хөрмәткә лайыҡ. Рита Өмөтбаева етәкләгән проект бына шундай заман геройҙарын таныта ла инде.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.25 | Ҡаралған: 242

Киске Өфө
 
Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru