«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАТУРЛЫҠ ЯНЫНДА ЯМАҠЛЫҠ ТА БАР
+  - 

Өфөбөҙҙөң көндән-көн ыңғай яҡҡа үҙгәреүен һәр өфөлө, ҡала ҡунаҡтары күрә йөрөйҙөр.

Миңә айырыуса ҡала һәм республика етәкселегенең ил һәм халыҡ-ара кимәлендә уҙғарылған төрлө акцияларға әүҙем ҡушылыуы, ҡала халҡын да йәлеп итеүе оҡшай. Мәҫәлән, "Йәшел Башҡортостан", "Йәшәүгә табан 10 мең аҙым", "Велосипедта йөрөү" һәм башҡа акция, проекттар гөрләп үтеүе менән бер рәттән, файҙалы ла, ҡаланы ла тик яҡшы яҡҡа үҙгәртә.
Элегерәк яҙ етеү менән Өфө урамдары, бигерәк тә Октябрь проспекты буйынан-буйына сәскәгә күмелә ине. Ләкин бына бер-нисә йыл сәскәләр күренмәне. Шуға күрә быйыл Өфөлә күпләп бер йыллыҡ сәскә ултыртыласағын ишеткәс, бик ҡыуандым, был бит матурлыҡ өҫтәй, йәм бирә, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Сәскәләр 21 мең квадрат тирәһе майҙанды биләйәсәк, тип белдерәләр. Бик хуп.
Өфөлә парктар етерлек. Мәҫәлән, Урмансылар паркы - күптәрҙең яратып ял иткән урыны. Ләкин, ял көндәре етһә, Лесной проезд урамындағы һуңғы туҡталышта тәртипһеҙ рәүештә машиналар теҙелеп китә: башҡа машиналар үтә алмай, автобустарға боролоуы ауыр. Был урында тиҙ арала махсус парковка урындары һәм автомобилдәр өсөн уңайлы юл эшләргә кәрәк.
Баш ҡаланың төрлө урындарында күп ҡатлы йорттар, социаль һәм башҡа объекттар төҙөү әүҙем бара. Ләкин төҙөлөш майҙансыҡтарына бетон ташыған машиналарҙың юлдарҙы бысратыуы ҡала өсөн ҙур бәлә булып тора. Мәҫәлән, тауға күтәрелгәндә бындай машиналарҙан бетон ағып ҡойола (бер алып барғанда күберәк булһын тигән принциптан сығып билдәләнгән нормативтан ситләшәләр, күрәһең), төҙөлөш майҙансығынан сыҡҡанда тәгәрмәстәренә йәбешкән батҡаҡ юлда ятып ҡала. Был хәлгә сик ҡуйырға кәрәктер ул.
Үҙебеҙ йәшәгән ҡалабыҙҙың матур, күркәм, уңайлы булыуын тәү сиратта беҙ, ошо ҡалала йәшәүселәр, тәьмин итергә тейешбеҙ. Был шулай уҡ хәл ителәһе мәсьәләләрҙе күтәреп сығыуға ла ҡағыла.

Иршат МӘҮЛИТБАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 18 - 24 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.25 | Ҡаралған: 41

Киске Өфө
 
Кеше бөйөклөккә лә менеүсе, ҡурҡыныс түбәнлеккә лә тәгәрәүсе, замандың ҡаты һынауҙарына ла бирешмәүсе йән эйәһе икәнен онотмайыҡ.

(Ағинәй һүҙе).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru