«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЙРАҠ - ИЛҺӨЙӘРЛЕК БИЛДӘҺЕ
+  - 

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар Ҡыҙыл байрағы, реставрациянан һуң, Өфөгә ҡайтты. Башҡортостандың Милли музейында байраҡтың тарихы, уны реставрациялау барышы тураһында һөйләнеләр һәм реставрация эштәренең һөҙөмтәләрен күрһәттеләр.

- Был байраҡҡа 80 йылдан ашыу ваҡыт үткән, шуға уны реставрациялау талап ителә ине. Был 16-сы гвардия дивизияһының хәрби байрағы түгел, был шеф байрағы, Башҡорт АССР-ы Юғары советы Президиумы тапшырған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының иң беренсе байрағы. 1942 йылда Миңлеғәле Шайморатов фронтҡа юлланыр алдынан байраҡ төркөмөнә тап ошо Ҡыҙыл байраҡты тапшырған, - тип һөйләне музейҙың төп һаҡлаусыһы Зилә Ниғмәтуллина. - Һуңынан, 1945 йылдан 1963 йылға тиклем, байраҡ Мәскәүҙә, Ҡораллы көстәрҙең Үҙәк музейында һаҡлана. Өфөгә "Бик йәшерен" грифы аҫтында ҡайтҡас, байраҡ музейға ҡуйыла, әммә ваҡыт үтеү менән экспозиция ҡиәфәтен юғалта һәм запаста һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан беҙ етәкселек ярҙамында ошо байраҡты реставрацияларға булдыҡ.
Ике яҡлы байраҡ тәүҙә ебәк репстан эшләнгән, рус һәм башҡорт телдәрендә яҙыуҙар бар. Мәскәүҙә реставрациялау эштәре дүрт айға яҡын дауам иткән.
- Артефакттар донъяһында музей фондтарындағы байраҡтар айырым урынды биләй, сөнки элек-электән байраҡтар яугирҙарҙың берҙәмлеген, фиҙакәрлеген, хатта үҙ ғүмерен ҡорбан итеүен кәүҙәләндергән. Тап ошо байраҡ Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтары өсөн айырыуса мөһим, сөнки ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларының тере шаһиты булып тора, - тине Зилә Ниғмәтуллина. - Бөгөн дә ул - илһөйәрлек, берләшеү, көслө рух символы. Шуға күрә был байраҡ халыҡтың һәм яугирҙарҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн күрһәтер һәм Еңеү өсөн ғүмерен биргәндәр тураһында хәтерҙе һаҡлар тип ышанабыҙ.
9 майҙан легендар хәрби байраҡ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге музей залына даими экспозицияға ҡуйыла, уны теләгән һәр кем килеп ҡарарға мөмкин.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.25 | Ҡаралған: 490

Киске Өфө
 
Күңелһеҙ кешеләрҙе тыңлап, өмөтһөҙ әҙәмдәрҙе төҙәтергә тырышып, алтын ваҡытыңды әрәм итмә. Был - ауырыу маҡсаттар һәм алдатҡыс ынтылыштар.

(О. Уайльд)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru