«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИН БЕҘГӘ КӘРӘКҺЕҢ!
+  - 

Республиканың ваҡытлы матбуғат баҫмаларында ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына ташламалы хаҡ менән гәзит-журналға яҙылыу тураһында иғлан ителгәс тә, бер-нисә данаға подписка эшләнем.

Үҙебеҙҙә донъя күргән ҡағыҙ гәзит-журналдарға яҙылыуҙы үҙемдең изге бурысым, тип һанайым. Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә ошо йәһәттән дә үрнәк булыу, милли баҫмаларға ҡарата ихтирам һәм иғтибар тәрбиәләү ҙә мөһим һәр ата-әсәгә, олатай-өләсәйгә. Тәү сиратта, үҙем генә түгел, тотош ғаиләбеҙ менән яратып уҡыған "Киске Өфө"гә яҙылдым. Үҙе бер энциклопедия бит ул был баҫма! Йәнең нимә теләй, күңелең ниндәй теманы эҙләй - барыһы ла бар. Ул тәрбиә, белем, тел һәм милли үҙаң, һаулыҡ, юридик һорауҙарға асыҡлыҡ, шиғриәт һәм башҡа әҙәби әҫәрҙәр - теләгәнеңде һайлап алып уҡырға мөмкин. Ошондай күптөрлөлөгө һәм шул уҡ ваҡытта ыҡсым, йыйнаҡ, тәбиғи булыуы менән әллә ҡасан үҙ уҡыусыларының иғтибарын һәм ихтирамын яулаған баҫма ул "Киске Өфө".
Әллә ниндәй ҡатмарлы әйберҙәрҙе лә барыһына ла аңлайышлы итеп, ябай, әммә шул уҡ ваҡытта тос һәм фекеле итеп еткерә белеүе менән мәртәбәле. Олоһо ла, кесеһе лә, төрлө һөнәр эйәләре - барыһы ла "Киске Өфө" биттәрендә нәҡ үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға, борсоған уйҙарына яуап таба ала.
Гәзит уҡыусыны алдап булмай, ул гәзитте йә уҡый, йә уҡымай. Әгәр ҙә беренсе тапҡыр ҡулына алғанда баҫманың йөкмәткеһе, мәҡәләләр бирелеше, биҙәлеше оҡшамай икән, башҡаса ул уны ҡулына ла алып тормаясаҡ. "Киске Өфө"нө ҡулына алған бер кемдең дә уны, "әһәмиәтһеҙ", тигән мөһөр тағып, ситкә алып ҡуйғанын күргәнем юҡ. Киреһенсә, һәр бер битен оло ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайҙар, уҡыйҙар. Кемдер, минең кеүек, ҡат-ҡат алып уҡый әле ул. Был нимә тураһында һөйләй? Әлбиттә, гәзиттең күптән инде уҡыусы күңелендә үҙ урынын табыуы, йылдан-йыл уға ҡарата булған хөрмәттең арта барыуы тураһында бәйән итә. Артабан да ошо юғарылыҡтан төшмәйенсә, оҙон-оҙаҡ йылдар нәшер ителеп килһен "Киске Өфө"бөҙ. Беҙгә, гәзит уҡыусыларға, һин бик кәрәкһең.

Сөләймән АБДУЛЛИН.
Ҡырмыҫҡалы районы.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.25 | Ҡаралған: 43

Киске Өфө
 
Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru