
Православный христиандар донъяһы үткән ялда сиркәү календарындағы иң мөһим ваҡиға - Пасха байрамын билдәләне. Үлгәндән һуң Христостың терелеүе дингә инанған миллиондарса кеше тарафынан тормоштоң үлем фажиғәһенән көслөрәк булыуы, уны еңеүе тип ҡабул ителә, улар өсөн был тарих таяныс та, йәшәү мәғәнәһе лә булып хеҙмәт итә.
Бындай яҡты, изге көндө, әлбиттә, үлем сәсеүсе пушкалар тынып торорға тейеш. Ошо айҡанлы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ваҡытлыса утты туҡтатып, 30 сәғәткә пасха килешеүе иғлан итеүе донъя йөҙөндә Мәскәүҙең тыныс һөйләшеүҙәргә әҙер булыуын күрһәтте. Путин белдереүенсә, пасха тынлығы Украинаның тыныслыҡҡа әҙерме-юҡмы икәнен күрһәтәсәк ине. Bloomberg агентлығы яҙыуынса, Украина президенты Владимир Зеленский тәүҙә был тәҡдимде кире ҡаға, ләкин бер аҙҙан ҡабул итә һәм үҙенең Telegram-каналында "...Рәсәй тарафында нисек булһа, беҙ ҙә шуны уҡ эшләйәсәкбеҙ: тынлыҡҡа - тынлыҡ, утҡа - ут",- тип яҙып сыға. Бынан алдараҡ Трамп Украина конфликтын көйләү буйынса ике яҡтың береһе тартҡылашҡан хәлдә, АҠШ-тың, яраштырыусы булараҡ, килешеүҙәр алып барыуҙан баш тартасағы хаҡында белдергәйне, ләкин аҙаҡ, Рәсәй Президентының пасха тынлығы тәҡдименән һуң, асыуын ыңғайға бороп: "Мин киләһе аҙналарҙа килешеүгә өлгәшербеҙ, тип ышанам, был ҡан ҡойошто туҡтатырға тейешбеҙ",- тине. Ләкин, РФ Оборона министрлығы белдереүенсә, пасха тынлығын күрәләтә боҙоп, Украина Ҡораллы көстәре Рәсәй позицияларын утҡа тотоуҙы дауам иткән. 20 апрелгә ҡарай төн, мәҫәлән, украин боевиктары Донецк Халыҡ Республикаһы райондарындағы Богатырь һәм Сухая балка тораҡ пункттарына һөжүм итте. Шул уҡ төндө дошман Рәсәй территорияларына, шул иҫәптән, Ҡырымға ла, самолет рәүешендәге 48 пилотһыҙ шартлатҡыс аппарат осорҙо. Нацистар, бынан тыш, беҙҙең ғәскәр позицияларын 444 тапҡыр миномет һәм орудиенан утҡа тотто, Курск, Белгород, Брянск өлкәләренең сик буйҙары дошман һөжүменә дусар ителде. Дошман атакалары кире ҡағылды. Тыныс халыҡ араһынан һәләк булыусылар, йәрәхәтләнеүселәр бар. Пасха тынлығы тамам, уның ҡарауы, был Киев властарының ике йөҙлөлөгө һәм тыныс һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға теләге юҡ икәнде күрһәтте. Энергия объекттарына утты туҡтатыу буйынса 30 көнлөк тынлыҡ түгел, пасха айҡанлы 30 сәғәт кенә лә агрессияһын тыйып тора алмай дошман.
Ә был ваҡыт АҠШ президенты Дональд Трамп пасха мөрәжәғәтендә үҙенең сәйәси оппоненттарын аяуһыҙ тәнҡит утына ҡойондорҙо. АҠШ-ҡа хәүефле енәйәтселәрҙе, кеше үлтереүселәрҙе һәм енәйәтсел төркөмдәрҙе кире ҡайтарырға тырышыусы "һул аҡылһыҙҙарҙы" пыр туҙҙырҙы; Ҡушма Штаттарға һөжүм итеүсе көстәргә ҡаршы тора алмаусы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм судьяларҙы ул "көсһөҙ һәм һөҙөмтәһеҙҙәр" тип атаны. Ә туҡмаҡтың тосо, әлбиттә, үҙенән алдағы президент Джо Байденға йүнәлтелде. Илдәге контролһеҙ миграцияның төп ғәйеплеһе , "иң насар һәм белекһеҙ президент булды ул", тип яҙҙы Трамп уның хаҡында. Ошонан һуң федераль властар илдә законһыҙ йәшәүсе мигранттаға ҡаршы киң ҡоласлы рейдтар үткәрә башланы. Трамп хакимиәте уларға көн дә миграция законын боҙоусы 1,8 мең кешене тоторға ҡушты, сөнки ул һайлау алды программаһында миллионлаған иммигрантты илдән һөрөргә вәғәҙә биргәйне.
АҠШ президентының Украина конфликтында ҡыҙыҡһыныуы тыныслыҡ урынлаштырыу түгел, әлбиттә, ә бизнес, өҫтәмә табыш ниәте икәне мәғлүм. Һирәк металдар ҡаҙылмаһы буйынса Украина менән килешеү килеп сыҡмағас, хәҙер Трамптың Запорожье атом электр станцияһына (ЗАЭС) күҙе төштө һәм ул ошо территорияны нейтралләштереп, станцияға контролде үҙ ҡарамағына алырға итә һәм Рәсәй менән Украинаға энергетика өлкәһендә Америка бизнесы менән бергә эшләп, табыш алыуға ҡыҙыҡтырмаҡсы. Ә Запорожье өлкәһе, шул иҫәптән, ЗАЭС, 2022 йылдан Рәсәй ҡарамағында. Украина Ҡораллы көстәре даими рәүештә ЗАЭС-ҡа дрондар осороп, һөжүм итә, ләкин Рәсәй радиоэлектрон көрәш системаһы был йәһәттән станцияны һаҡлап, уяу тора. Әлеге ваҡытта станцияның энергия блоктары "һыуытылған" һәм эштән туҡтатылған. Рәсәй яғы белдереүенсә, ЗАЭС территорияһы Рәсәй составына индерелеп, Конституция менән нығытылған һәм беҙҙең ил уны бер кемгә лә бирергә йыйынмай.
АҠШ президенты Дональд Трамп индергән пошлиналар донъя иҡтисадына насар тәьҫир итте һәм уның үҫеш тиҙлеген әкренәйтте, тип белдерҙе Халыҡ-ара валюта фонды башлығы Кристалина Георгиева ошо көндәрҙә Bloomberg агентлығына. Мәғлүм булыуынса, 10 апрелдә Трамп Ҡытай тауарҙарына пошлины хатта ки 145 процентҡа еткергәйне. Был исемлектә 14 ил булып, Рәсәй һәм Беларустың АҠШ менән сауҙа бәйләнештәре булмау сәбәпле, уларға бер ниндәй ҙә пошлина белдерелмәне. АҠШ-тың финанс министры Скотт Бессент менән сауҙа министры Говард Литник Аҡ йорт хужаһын юғары сауҙа пошлиналар ҡулланыу ниәтенән баш тартырға өгөтләп күндерә алдылар. Һөҙөмтәлә Трамп пошлиналарҙы 90 көнгә туҡтатып торорға риза булды. Бына бит, төрлө тарафтан килтереп ҡыҫһа һәм теләһә, Трамп сигенә лә белә икән!
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА