
Бер нисә көндән Рәсәй халҡы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Тыуған еребеҙҙең үҙаллылығы, именлеге өсөн барған был һуғыш илдәге бөтө ғаиләләргә ҡағылды, фронттарҙан өсмөйөшлө хаттар алмаған, ауыр юғалтыуҙар кисермәгән ғаиләләр ҡалманы тейерлек. Шуның өсөн был көн рәсәйлеләр өсөн - ябай дата түгел. Тиҫтәләрәсә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, хатта һуғышты күрмәй үҫкән быуындар ҙа ул осорҙоң мәхшәре тураһындағы киноларҙы, документаль фильмдарҙы һыҡранмайынса ҡарай алмайҙыр. Шуға күрә лә ошо датаға бәйле үткәрелгән саралар күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Ошо көндрҙә В.М.Комаров исемендәге Өфө ҡала Балалар ижады йортонда "Биҙәк" тип исемләнгән Балалар республика фестиваль-конкурсы үтте. Был сара милли мәҙәни традицияларҙы үҫтереү, туған телдәрҙе һаҡлау, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли-мәҙәни бәйләнештәрен нығытыу маҡсатында 4-се йыл рәттән ойошторола. Конкурстың бик мәғәнәле "Биҙәк" исемен йөрөтөүе лә осраҡлы түгел. Милли мәҙәниәттәр - ысынлап та дөйөм Рәсәй мәҙәниәтенең үҙенсәлекле, уны һәр ваҡыт байытып торорға һәләтле матур биҙәге. Ә инде сараның быйыл 9 майҙа бөтә ил киң билдәләйәсәк датаға бағышланыуы уның әһәмиәтен тағы ла арттырып ебәрҙе.
БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Өфө ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейы ойошторған фестиваль-конкурстың финал этабында республиканың 15 район һәм ҡалаһынан инновацион милли уҡыу йорттарының 200-ҙән артыҡ уҡыусыһы ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар өс номинацияла көс һынашты. Тәүҙә сәхнәгә шиғыр һөйләүселәр сыҡты. "Тыуған ерем һаҡсыһы, һине данлайбыҙ!" тип исемләнгән конкурсты 1-4 класс уҡыусылары асып ебәрҙе. Улар башҡорт һәм рус телдәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған шиғырҙар уҡыны. Шиғырҙың йөкмәткеһен тәрән төшөнөп, ихлас күңелдән тасуири уҡыған балаларҙы тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел ине. Күптәренең сығышын тамаҡҡа төйөр тығылып, күҙ йәше аша тыңланыҡ. Был балаларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Тик конкурста ҡатнашыусы бөтә балаларҙың да дикцияһы бик насар булыуы ғына күңелде ҡырҙы. Был хәлде балаларҙың күп ваҡытын гаджеттарға бүлеүе, йәнле аралашыуҙың ныҡ самалы булыуы менән аңлатырға булалыр. Мускулдарға хәрәкәт кәрәккән кеүек, телгә лә хәрәкәт, йәки йәнле аралашыу бик кәрәк шул.
"Автор хореграфияһы" тип исемләнгән икенсе турҙа Ғафури районы Красноусол ҡасабаһының Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназияһы коллективына етеүселәр булманы. Бейеү һалыусы хореографтарҙың хеҙмәте ысынлап та маҡтауға лайыҡ: бейеүҙәр бер-береһен ҡабатламай, һәр береһе үҙенсәлекле, башҡорт бейеүе хәрәкәттәренә тоғролоҡ та бар. Юҡһа, һуңғы ваҡытта башҡорт милли кейеме кейеп, сәхнәлә һикерәңләп йөрөгән балаларҙы күреп, эс боша ине. Был юлы костюмдар буйынса әллә ни дәғүәләр булмаһа ла, башҡорт милли кейеменә татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ кейемдәре элементтары килеп инеү осраҡтары ла күҙгә ташланды.
Өсөнсө "Тыуған ер һаҡсылары" тип исемләнгән номинацияла конкурста ҡатнашыусылар яңғыҙ йыр һәм дуэт менән сығыш яһаны. Сығыш яһаусы балалар үҙҙәренең ихласлығы, һуғыштың кеше яҙмышы өсөн шул тиклем аяныслы булыуын тәрән аңлауы һәм шуны үҙ сығыштарында күрһәтә алыуы менән һоҡландырҙы.

Фестиваль-конкурс Ғафури районы Красноусол ҡасабаһының Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназияһы бейеү коллективының (етәксеһе - Буранова Айгөл Фәрит ҡыҙы) ҙур еңеүе менән тамамланды, улар Фестиваль-конкурстың иң юғары наградаһын - Гран-при яуланы. "Бейеү" номинацияһында шулай уҡ Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының "Дуҫлыҡ" бейеү ансамбленең сығышы һоҡландырҙы.
"Шиғыр" номинацияһында 1-4 кластар араһында иң яҡшылары тип Набиуллина Юлиана (Учалы ҡалаһы), Хисаметдинов Динислам (Ейәнсура районы), Әғзәмов Сабит (Белорет ҡалаһы), 5-8 кластар араһында - Рәхмәсова Риналия (Ейәнсура районы), Бикмеева Софья, Тагирова Рузилә (Өфө ҡалаһы), 9-11 кластар араһында - Ғүмәрова Ынйы (Сибай ҡалаһы), Төхбәтова Алина, Ғәлиуллина Рәлиә (Белорет ҡалаһы) табылды.
"Йыр" номинацияһы еңеүселәре: 1-4 класс уҡыусылары - Йомағолов Азамат (Өфө ҡалаһы), Сәғәҙиева Самира (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Ғаззалов Ильяс (Белорет ҡалаһы); 5-8 класс уҡыусылары - Вәлиев Ролан (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Сабанбаева Залина, Ишйәрова Сәлимә (Сибай ҡалаһы), Ишбаев Линар (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), 9-11 кластар араһында - Новикова Владислава (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Абзаҡов Фаил (Өфө ҡалаһы), Абдрахманова Владлена, Сәлимгәрәева Камилла (Өфө ҡалаһы).
Рәйсә КҮЗБӘКОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА