«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УТЛЫ ДУҒА ЕҢЕЛМӘЙ
+  - 

Ниһайәт! 26 апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Ҡораллы Көстәре штабы начальнигы Валерий Герасимовтың Курск өлкәһен нацистарҙан азат итеү хаҡындағы докладын тыңланы һәм бының МХО барышында ниндәй әһәмиәткә эйә буласағын баһаланы. Ил башлығы белдереүенсә, Украина авантюраһы тулыһынса емерелде. Курскиҙы азат итеү неонацистик режимдың ахырын тиҙләтәсәк. Дошмандың был территорияла еңелеүе Рәсәй Ҡораллы Көстәренә фронттың башҡа участкаларында уңышлы хәрәкәттәр өсөн шарттар тыуҙырасаҡ.

Украина армияһы Курск ерендә Көнбайыш техникаһы менән ҡоралланған иң һуғышсан иҫәпләнгән көстәрен юғалтты, уларҙың штурмлаусы подразделениелары һәм спецназы ҡыйратылды. Курскиҙың заманында немец фашистарына ла бирешмәгән утлы дуғаһы был юлы ла баҫҡынсы дошманды көйҙөрөп юҡҡа сығарҙы: МХО барышында бында 76 меңдән ашыу украин боевигы юҡ ителде һәм яраланды. Президент һөҙөмтәле эш иткән Рәсәй подразделениеларын, шул иҫәптән, десантсыларҙың 76-сы дивизияһын, 116-сы дивизияны, "Ахмат" полкын һәм диңгеҙ пехотасылары - Ҡара диңгеҙ флотының 810-сы бригадаһын, Тымыҡ океан флотының 155-се бригадаһын айырып билдәләне һәм уларға рәхмәт белдерҙе. Дөрөҫ, "Гроза" ҡушаматлы диңгеҙ пехотасылары бригадаһы командиры һүҙҙәренсә, Курск өлкәһендә Украина ҡораллы көстәренең таралышып бөткән боевиктар төркөмдәре осрап тора әле; улар ошо араларҙа тулыһынса юҡ ителәсәк. Курскиҙа Украина армияһын ҡыйратыуҙа стратегик партнерлыҡ килешеүенә ярашлы, Корея Халыҡ Демократик Республикаһының элиталы спецназ частары ҙур ярҙам күрһәтте. Улар ҙа ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө менән айырылып торҙо, тип белдерҙе докладында В.Герасимов.
Әммә Украинала был еңелеү айҡанлы оҙаҡ ҡайғырманылар, буғай. КР.РУ сайтының 27 апрель материалдары йыйынтығынан күренеүенсә, Рим папаһы Францискты ерләү церемонияһында ҡатнашҡан Зеленскийҙың ошонда уҡ килгән АҠШ перзиденты Дональд Трампты тотоп алып, ни бары 15 минутҡа "бәхетле осраҡ"ҡа эйә булыуынан һәм алдан планлаштырылмаған ошо осрашыуҙа Аҡ йорт хужаһы менән икәүҙән-икәү һөйләшә алыуынан һуң Киев бер аҙ күңелләнеп, дәртләнеп киткән, имеш. Трамп был осрашыуҙа Зеленскийҙың күберәк ҡорал һорауы хаҡында "сер"ҙе систе, ләкин, Аҡ йорт хужаһы әйтеүенсә, ул хәҙер өс йыл буйы инде "күберәк ҡорал" һорай, ә Трамп тәүҙә тыныслыҡ килешеүенә Рәсәйҙең мөнәсәбәтен ҡарарға теләүен белдерҙе.
Зеленский Трампты АҠШ ярҙамына өмөт булған хәлдә, Украина киләсәктә конфликтта еңеүгә өлгәшәсәк, тип ышандырырға тырышҡан һәм армияға миллионлаған яңы көстәр йәлеп итергә вәғәҙә биргән. Һәм, ысынлап та, Украина ҡалалары урамдарында военкомат хеҙмәткәрҙәре төркөм-төркөм булып йөрөй һәм осраған кешеләрҙе машинаға һөйрәкләп индерә, тип яҙа бындай хәлде фотоға төшөрөп алырға өлгөргән Ивано-Франковскиҙың осраҡлы гражданкаһы Н. Был хаҡта "Ахмат" спецназ командиры Апты Алаутдинов та Украина Ҡораллы көстәренә хатта ки инвалидтар һәм төрмәлә ултырғандар ҙа йәлеп ителә, тип белдерә.
Украина менән хәлде көйләү буйынса эш дауам итә, тип билдәләй Рәсәй Президенты матбуғат секретары Дмитрий Песков, һөйләшеүҙәр сиктәрендә Ҡырымдың Рәсәй составында ҡалыуын танырға саҡырыусы Дональд Трамп белдереүенә аңлатма биреп. Ғөмүмән, тип иҫәпләй Песков, Украина буйынса Трамптың фекере күп йәһәттән Рәсәй ҡарашы менән тап килә. Ә бына сәйәсмән Сергей Марков Трамптың Ватиканда Зеленский менән осрашыуынан һуң үҙгәреүе хаҡында яҙа. Ватикандан ҡайтышлай, самолетында уҡ Трамп үҙенең телеграм-каналында Рәсәйгә өҫтәмә санкция булдырыу хаҡында яҙа. Дәүләт Думаһы халыҡ-ара эштәр буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Алексей Чепа фекеренсә, Трамп әлеге ваҡытта Украинала тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса сроктарҙың һуҙылыуында Рәсәй лидерын ғәйепләй, тип белдерә. Ысынында иһә, уны был йәһәттән донъя йәмәғәтселегенә биргән вәғәҙәһенең үтәлмәй ҡала килеүе борсой, шуның өсөн уға кемделер ғәйепләргә һәм конфликтты хәл итеүҙе тиҙләтергә кәрәк, ти Чепа. Американы өйрәнеүсе сәйәсмән Константин Блохин иһә Мәскәү менән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү Трамп эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе, тип иҫәпләй һәм ике аралағы ярайһы уңышлы дипломатик һөйләшеүҙәр алып барылыуҙың юҡҡа ғына түгеллеген раҫлай.
Әйткәндәй, тағы бер мөһим ваҡиға: 22 апрелдә Һиндостандың күпселеге мосолмандар йәшәгән Джамму һәм Кашмир төбәктәрендәге теракт һөҙөмтәһендә 26 кеше һәләк булған, 20-ләбе йәрәхәтләнгән. Террористар һис бер ғәйепһеҙ туристар төркөмөнә тоҫҡап автоматтарҙан ут асҡан. Был фажиғә Һиндостан менән Пакистан араһында былай ҙа шәптән булмаған мөнәсәбәттәрҙә көрсөк килтереп тыуҙырҙы. Ҡораллы һөжүм өсөн яуаплылыҡты "Кашмир ҡаршылығы" террористар төркөмө үҙ яуаплылығына алды. Теракттың сәбәбе - Пакистан менән бәхәсле территорияһы булған Джамму менән Кашмир штатында төпләнгән 85 меңләп "ят әҙәмдәр" (йәғни индустар) арҡаһында килеп тыуған "демографик үҙгәрештәр" мәсьәләһе.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2 - 8 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.25 | Ҡаралған: 47

Киске Өфө
 
Улың менән биш йәшенә саҡлы батша һымаҡ, ун биш йәшкә саҡлы - хеҙмәтсе һымаҡ, ун биш йәштән һуң дуҫ һымаҡ күреп аралаш.

(Боронғо һинд аҡылы).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru