
Бөтөн планета немец фашистарын Европа аша ҡыуа барып, юлында күп илдәрҙе баҫҡынсы ҡоллоғонан азат итеүсе совет ғәскәренең дошманды үҙ өңөндә дөмөктөрөүенә - Бөйөк Еңеү яулауына 80 йыл тулыуҙы лайыҡлы ҡаршылай.
Мәскәү йөрәге Ҡыҙыл майҙан тантаналарынан алда уҡ әле нацистик Германия илбаҫарҙарын Еңеү датаһы бик күп сит илдәрҙең прогрессив йәмәғәтселеге тарафынан берҙәм билдәләнде: Париж, Лондон, Аргентинаның Буэнос-Айрес, Мардель-Плата, Росарио, Парана, Обера, Ушайя ҡалаларында, Каракаста (Венесуэлла), Амстердам, Вашингтон ҡалаларында, Ҡытайҙа, Германияла, Чилиҙа, шулай уҡ башҡа бик күп тарафтарҙа, шул иҫәптән, БДБ илдәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә миллионлаған кешеләр ташҡыны "Үлемһеҙ полк" Дөйөм Рәсәй патриотик хәрәкәтенә ҡушылды һәм ҡала урамдары буйлап байраҡтар, плакаттар, фронтовик яҡындарының портреттарын тотоп, тығыҙ сафтар менән үтте. Хатта Израилдә лә һуғыш йылдарындағы Ҡыҙыл Армия флагтары һәм Рәсәй триколоры менән биҙәп, Еңеү байрамына автоуҙыш бағышларға ҡарар иткәндәр. Дөрөҫ, Вашингтонда рәсми килешелгән тәртиптә алты йыл эсендә беренсе тапҡыр үткәрелгән "Үлемһеҙ полк" акцияһын, полицейскийҙар һаҡлап килеүгә ҡарамаҫтан, урындағы украин активистары төркөмө өҙөргә маташҡан, Рәсәйгә ҡаршы лозунгылар ҡысҡырып, тәртипһеҙлектәр булдырып, тантана сафтарын таратырға тырышҡан, ләкин хоҡуҡ һаҡсылары бик тиҙ тәртип урынлаштыра алған һәм артабан акция берҙәм, ойошҡан рәүештә дауам иткән, тип яҙа МК.РУ телеграм-каналы. Рәсәйҙә иһә тарихыбыҙҙағы был төп даталарҙың береһе илебеҙҙең бөтөн ҡала-ауылдарында шулай уҡ киң билдәләнә. Төп байрам, әлбиттә, Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда үтә. Еңеү Парадында үҙебеҙҙең өлгөлө хәрби частар менән бер ҡатарҙан 19 дуҫ илдең хәрбиҙәре ла ҡатнаша. Шулай уҡ ошо дәүләттәрҙең башлыҡтары, йылдағыса, беҙгә килеп, Рәсәй халҡының байрам шатлығын уртаҡлаша.
Ә был ваҡытҡа АҠШ президенты Дональд Трамп, ниһайәт, февралдән алып теленән төшөрмәгән маҡсатына иреште: Украина конфликтынан үҙенә "мәрәй" эләктереп, Киевты ресурстар буйынса килешеүгә ауҙара алды. АҠШ иҡтисады өсөн әһәмиәте икеле был ваҡиға донъя күләмендә, шул иҫәптән, сәйәсмән һәм күҙәтеүсе эксперттар араһында төрлө ҡараш тыуҙырҙы. Шуларҙың береһе Сергей Марков фекеренсә, мәҫәлән, Дональд Трамп менән Киев араһында Минераль килешеүгә ҡул ҡуйыу Пентагондың ҡайтанан конфликт зонаһына әйләнеп ҡайтыуына - Украинаға спутник ярҙамы күрһәтеп, Рәсәй территорияларын сәпкә тотоуға сәбәп булды. Ә быға тиклем бит Трамп Пентагонға Рәсәй ерҙәренә һөжүмдә ҡатнашыуҙы тыйғайны. Хәҙер иһә, тип яҙа күҙәтеүсе, Аҡ йорт хужаһының үҙе тәнҡитләгән элекке президент Байден курсына төшөп алыуы ла ихтимал. Әгәр шулай булмаһа, 3 майға ҡарай төндә Украинаның Storm Shedow Британия ракеталары ярҙамында Новороссийскиҙы утҡа тотоуын нисек аңлатырға? Дошман Брянск өлкәһенең автотрансформатор заводын "Град" реактив системаһы ярҙамында утҡа тотоп, шартлатты. Әйтерһең дә, Зеленскийҙың бәйле ҡулдарын систеләр: Киев һөжүмгә ташланды: Ҡырым, Анапа, Новороссийск, Тамань һәм Ростов өлкәһе тораҡ пункттары утҡа тотолдо; был төн Рәсәйгә ҡаршы 170-ләгән дрон осоролдо, бынан тыш, һигеҙ Storm Shedow ҡанатлы ракета, өс "Нептун-МД ракетаһы һәм 14 диңгеҙ шартлатҡыс аппараты файҙаланылды. Ҡоторонған Зеленский баллистик ҡоралланыу хаҡында ла ниәтен белдерә әле.
Шул арала Аҡ йортта Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар әҙерләнә. Улар "Газпром" һәм эре банктар эшмәкәрлегенә ҡаршы йүнәлтеләсәк. Трамптың беҙҙең илгә йышлаған һәм Рәсәй етәкселеге менән дуҫтарса йылы мөнәсәбәт ҡора башлаған советнигы Стив Уиткоффҡа ла Мәскәү менән аралашыу каналын япмаҡсылар. Ә бына сәйәсмән Геворг Мирзоян ҡабалан һығымталар яһамай торорға саҡыра һәм Украина менән әлеге килешеүҙең Трамп өсөн һайлаусыларына 100 көн президентлыҡ осоронда, исмаһам, нимәлер эшләгәнен күрһәтеү өсөн кәрәк, ти. Дөрөҫ, һирәк ҡаҙылдыҡтар буйынса туғыҙ биттән торған был килешеүҙә АҠШ яғынан Украинаға ҡарата бер ниндәй ҙә хәүефһеҙлек йә ҡурсылау гарантияһы белдерелмәй, тик шулай ҙа килешеүҙе ошо ике илдең Рәсәйгә ҡаршы берләшеүе тип аңларға ла була, сөнки ошо ваҡиғанан һуң Ҡушма Штаттар Киевҡа 50 млн долларлыҡ ҡорал һатырға йыйына. Бынан тыш, Украина өсөн F-16 истребителдәрен хеҙмәтләндереү маҡсатында 310 млн долларға контракт әҙерләнеүе хаҡында ла һүҙ бара. Мәсьәләгә тағы бер ҡараш: Зеленскийҙы Ҡушма Штаттарға илде һатыуҙа ғәйепләүселәр ҙә бар.
Украина президенты Зеленский Рәсәй лидеры Владимир Путиндың 9 май Еңеү байрамы көндәрендә хәрби хәрәкәттәрҙе өс көнгә туҡтатып тороу хаҡындағы тәҡдимен кире ҡаҡты һәм бының менән генә сикләнеп ҡалмайынса, Рәсәйгә теләктәш сит ил лидерҙарын Мәскәүгә, Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк байрамға бармаҫҡа өндәй башланы. Эксперттар, был уның Ҡыҙыл майҙанға хәүеф янауына ишаралауы, тигән һығымтаға килде. Ләкин, РФ Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев әйтмешләй, был осраҡта Зеленский Киев менән ниҙәр буласағын яҡшы аңлай булыр, шуның өсөн дә уның аҡылһыҙ ишараһын сираттағы провокация тип уйларға ла була. Икенсе яҡтан, күп тапҡырҙар инде психик тотороҡһоҙлоғо менән дан алған Зеленскийҙан теләһә ниндәй аҡылһыҙлыҡ көтөргә була, шуға күрә Кремлдән белдереүҙәренсә, Мәскәүҙә Еңеү байрамы хәүефһеҙлеген ышаныслы тәьмин итеү өсөн бөтәһе лә эшләнә.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА