«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУҘЫ ЯҢҒЫҘ ҠАЙТАРМАЙҘАР
+  - 


Бына көтөп алынған май байрамдары шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Ә бит Бөйөк Еңеүҙең оло юбилейын беҙ, рәсәйҙәр генә тулҡынланып көтмәнек, бөтөн донъя иғтибары ҡеүәтле фокус булып, илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүгә йүнәлтелде был көндәрҙә. Шуның өсөн дә Рәсәй халҡының тантанаһын уртаҡлашырға тип, һәр төрлө ҡаршылыҡтар һәм янауҙарға ҡарамаҫтан, Бөйөк Еңеү байрамында алты илдең юғары кимәл етәксеһе, 27 дәүләт башлығы, тиҫтәнән ашыу халыҡ-ара ойошма вәкилдәре килде. "9 май - беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙ өсөн изге көн. Нацизмды ҡыйратыуҙа Советтар Союзы хәл иткес көс булды, - тине ил башлығы 8 майҙа сит ил ҡунаҡтары өсөн Президент Владимир Путин исеменән ойошторолған тантаналы төшкө аш мәлендә сығыш яһап. - Был тарихи хәҡиҡәтте бер кем дә өндәшмәй ҡала, алдаша йә беҙҙән тартып ала алмай".

Әйткәндәй, Украина властары байрам көндәрендә Рәсәйҙең утты туҡтатып тороу хаҡындағы тәҡдимен кире ҡағып ҡына ҡалманы, Мәскәүҙе, Еңеү көнөн ҡаршыларға йыйыныусы сит ил лидерҙарын ҡурҡытырға маташты, тантанаға бармаҫҡа өндәне. 6 һәм 7 майҙа Киев режимы 524 пилотһыҙ шартлатҡыс аппарат, 45 экипажһыҙ катер һәм көнбайыш ракеталарын файҙаланып, Рәсәй территорияларын утҡа тотто, Курск һәм Белгород өлкәләре сигенән үтеп инергә маташып, 36 тапҡыр һөжүмгә ташланды. Һөҙөмтәлә дошман үҙ башына ҡоторҙо: бик күп юғалтыуҙарға дусар ителде. Әммә илебеҙ сигендә барған бындай хәлдәрҙән бер кем дә ҡурҡып торманы, 9 май байрам тантаналары ваҡытында башланып китте, Ҡыҙыл майҙан тулы халыҡ, ә сал сәсле һуғыш ветерандары, беҙгә теләктәш һәм дуҫ сит ил ҡунаҡтары байрамдың иң түренән урын алды. Бынан тыш, легендар Ҡыҙыл майҙанда буласаҡ парадта беҙҙең хәрбиҙәр менән иңгә-иң сафтарға теҙелеп үтеү маҡсатында һәм Рәсәй иленә, уның Еңеү яулаған ҡаһарман халҡына ихтирам белдереп, 13 дәүләттең парад расчеты ла килде һәм байрамыбыҙҙың онотолмаҫ бер биҙәге булды, донъя йөҙөндә Еңеү тантанаһының абруйын күтәрҙе.
Был йәһәттән байрам һөҙөмтәләре буйынса журналистар алдында белдереү яһап, РФ Президенты Владимир Путин Рәсәйгә ҡарата дошманлыҡ һәм хөсөт ояһы булған Евросоюз етәкселәре тыйыуына, хатта һауа юлдарын ябыуға тиклем барып етеүҙәренә ҡарамаҫтан, Сербия, Словакия, Босния һәм Герцеговина дәүләттәре лидерҙарының барыбер ҙә шатлыҡ уртаҡлашырға юл табып килеп етеүҙәрен айырым билдәләп китте. Шул уҡ ваҡытта ул Курскиҙы нацистарҙан азат итеүҙә ҙур ярҙам күрһәткән Корея Халыҡ Демократик Республикаһына, уның ҡурҡыу белмәҫ Халыҡ армияһы яугирҙарына рәхмәтен белдерҙе һәм күҙмә-күҙ осрашыу форсатынан файҙаланып, парад мәлендә уларҙың һәр береһенең ҡулдарын ҡыҫыуына шат булыуын әйтте. Корея Республикаһы башлығы Ким Чен Ындың "Әгәр АҠШ йә уның союздаштары беҙҙең туғандаш дәүләт - Рәсәйгә һөжүм итә ҡалһа, ҡораллы көстәр менән ярҙамға һис икеләнеүһеҙ бойроҡ бирергә" әҙер булыуын белдереүе ысын дуҫлыҡтың яуҙа һыналыуын Курск операцияһында ла иҫбатланы инде. Үкенескә, Ким Чен Ын үҙе байрамға килә алманы, сөнки ул, әйтеүҙәренсә, самолетта осмай, ә поезда сәфәр күп ваҡытты аласаҡ, ә президент үҙ илен оҙаҡҡа ташлап йөрөмәүҙе хәйерле күрә. Президент Владимир Путин, байрамға килгән Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпиндың төп ҡунаҡ булыуын билдәләп, Рәсәй менән Ҡытай араһында емешле һөйләшеүҙәр алып барыуҙары һәм бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыуҙарын әйтте. Тантанаға килгән башҡа илдәр менән дә энергетика, сауҙа, финанс, фән, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү килешеүҙәре төҙөлөүен белдерҙе Президент журналистар менән осрашыуҙа. Рәсәй һәм сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре алдында Владимир Путин 15 майҙа Стамбулда Киевҡа туранан-тура һөйләшеүҙәрҙе ҡайтанан тергеҙергә тәҡдим итте. 2022 йылда башланған был һөйләшеүҙәр, хәтерегеҙҙә булһа, Киев ғәйебе менән өҙөлгәйне. Шуның менән бергә ил башлығы, әгәр Украина яғы килешеүҙе боҙмайынса шартты һаҡлаған хәлдә, утты ысынлап та туҡтатыуға өлгәшеү мөмкин буласағын билдәләне. Был хаҡта ул шундуҡ Төркиә башлығы менән һөйләште, һәм Эрдоган осрашыуҙар өсөн шарттар булдырыу бурысын вәғәҙәләне лә инде.
Был яңылыҡты эләктерә һалып алған Аҡ йорт хужаһы Дональд Трамп Рәсәй лидерының Украина менән тура һөйләшеүҙәре тәҡдимен ыңғай баһалап, уның Мәскәү өсөн дә, Киев өсөн дә "бөйөк көн" буласағы хаҡында социаль битендә яҙып сыҡты. Рәсәй лидеры белдереүенең әһәмиәте, The Sun баҫмаһы баһалауынса, "Путин Украина менән тыныс һөйләшеүҙәргә ишек аса" тигән һүҙҙәрҙә лә бик асыҡ сағыла. Известия.ру сайтында билдәләнеүенсә, Украина лидеры Зеленский үҙенең Телеграм-каналында РФ Президенты башланғысын ыңғай билдә тип яҙҙы һәм, әгәр ҙә Мәскәү Киев менән Евросоюз илдәренең 12 майҙан 30 көнгә утты туҡтатыу шартын үтәһә, Украинаның был осрашыуға әҙер булыуы хаҡында белдереп, ультиматум ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта АҠШ властары Украинаға Германиялағы Америка складтарынан реактив системалар өсөн 125 дана алыҫ араға осоусы ракета, 100 дана зенит комплексы ракеталары ебәреүҙе хупланы. Ике йөҙлө Дональд менән Зеленскийҙың әртис икәндәрен дә онотмайыҡ, уларҙың теле берҙе һөйләй, ә ҡулдары икенсене эшләй: 11 майҙа Украина армияһы Курск өлкәһе Рыльск ҡалаһының граждандар объекттарын әлеге лә баяғы HIMARS реактив системаһынан ракета утына тотто. Ә бит тыныслыҡ хаҡында ниндәй ҙә булһа һөйләшеүҙәр ваҡытында Киевты көнбайыш ҡоралы менән тәьмин итеү ҡәтғи туҡтатылырға тейеш ине. РФ президенты хәбәр итеүенсә, Рәсәй ғәскәрҙәре миллион ярымдан ашыу пилотһыҙ осоу аппараттары менән тәьмин ителде. Ә Killnet хакерҙар төркөмө Украина хәрби көстәренә алғы һыҙыҡта Рәсәй дрондарын күҙәтеү һәм эҙәрлекләү мөмкинлегенә юлды япты: хакерҙар төркөмө киберһөжүм һөҙөмтәһендә Рәсәй яугирҙарына Сумынан Одесса өлкәһенә тиклем урынлашҡан Airfaince һауа күҙәтеү системалары станцияларының координаттарын бирҙе. Һөҙөмтәлә дошмандың 7 радиолокация станцияһы тулыһынса юҡ ителде, һәм улар 1,6 млн евро самаһы зыян күрҙе...
Халыҡ-ара мөхиттә, зиһене асылып киткән сағында Трамптың әйтеүенсә, ҡан ҡойоуҙарға урын ҡалдырмай, тыныс хеҙмәттәшлек, бизнес менән генә шөғөлләнеү, ысынлап та, өр-яңы донъяны асыр ине Ер йөҙө халыҡтарына. Күрше илдәр араһында килеп тыуа торған конфликттар тыныс аңлашыу юлы менән хәл ителһә ине лә бит. Ошо юҫыҡта Һиндостан менән Пакистан араһында башланып киткән һуғыштың ни бары дүрт көндә тамамланыуы, уйлап ҡараһаң, күпме кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалды, тыныс хеҙмәттәшлеккә күпме юлдар асты, күпме кешегә һуғыштың бөгөнгө цивилизация өсөн фәҡәт емергес һәм ҡайғы-хәсрәт кенә булыуын аңларға ярҙам итте...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 16 - 22 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru