«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛАТАЛАРЫ ЯҘМЫШЫН БҮЛӘЛӘРЕ ҠАБАТЛАЙ
+  - 

Йылайыр районының йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡайраҡлы (рәсми исеме Түбәнге Ғәле) ауылынан ер өсөн яңы урынға күсеп сыҡҡан беҙҙең Сәләх ауылынан да Бөйөк Ватан һуғышына ҡырҡлап ир-егет алына һәм, ҡулдарына ҡорал алып, ил һағына баҫа. Уларҙың яртыһынан күбеһенә тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыу бәхете теймәй - мәңгелеккә яу ҡырында баштарын һалалар... Яуҙа һәләк булған һәм ҡайтып донъя ҡуйған ауылдаштарыбыҙҙың исемдәре ауыл уртаһындағы иҫтәлекле таҡтаташҡа уйып яҙылған. Сәләх халҡы уларҙы йыл һайын ҡәҙерләп иҫкә ала, һәйкәлде тәрбиәләп тоталар.

Һуғыш ғәрәсәттәрен беҙҙең быуынға күрергә, үҙ иңдәребеҙҙә татырға яҙманы. Шулай ҙа ауылдаштарым - фронтовиктар Әбделмән Әҙеһәм улы Рәмов (бер туған олатайым), Абдулла, Нотфулла, Йомағужа Вәлиулла улдары Рәмовтар, Кинйәғәле Ғөбәйҙулла улы Аҡҡужин, ғүмерен ауыл балаларына аң-белем биреүгә бағышлаған уҡытыусы Фәйзулла Зәйнулла улы Байсурин, Сәғит Мырҙагилде улы Салауатов, ағалы-ҡустылы Әхмәтсафа һәм Хәмит Заһит улдары Солтановтар һ.б. һөйләүҙәре буйынса уның ниндәй аяуһыҙ һәм үлемесле булыуын яҡшы беләбеҙ. Әле өйләнеп тә өлгөрмәгән йәш кенә егеттәр Йомабай, Хөсәйен, Йәнғәле Рәмовтар үҙ ғүмерҙәрен Ватан азатлығы өсөн ҡорбан итәләр. Олатайҙарым Әхмәтшәкир, Шаһиғәле, Шөғәйеп, Исмәғил, Ғилман Рәмовтар, Фәтхулла Дәүләтҡолов, Зәйнулла Байсурин, Рәхимйән Асайынов, Рәхимйән Иҫәнбаев, Рәхимйән Солтанов, Айнулла Солтанов, Нотфулла Солтанов, Сәмиғулла Солтанов, Яҡуп Солтанов һәм тағы ла күптәр итәк тулы бала-саға менән оҙатып ҡалған кәләштәре янына ҡайта алмай...
Балалары атайһыҙ үҫә, йәшләй генә тол ҡалған инәйҙәрем, ирҙәренә тоғролоҡтарын һаҡлап, яңғыҙ ҡартайҙылар... Уларҙың, һуғыш тураһындағы хәтирәләргә бирелеп, илай-илай һөйләшкәндәре бөгөнгөләй күҙ алдымда һаман. Аслыҡ-яланғаслыҡты ла, эҫе-һыуыҡты ла, юҡсыллыҡты ла күргән инәйҙәрем, йәнкәйҙәрегеҙ йәннәт түрендә булһын! Үгеҙ егеп ер һөрөп, иген сәсеп, ҡышҡы ажғыр бурандарҙа, өҫтөгөҙгә кейергә йүнле кейем булмаһа ла, ҡырҙан колхоз малы өсөн бесән ташып, йәшәргә, үҙ балаларығыҙҙы кеше итергә, аяҡҡа баҫтырырға тырышҡанһығыҙ бит һеҙ! Һеҙҙең алда сал башымды эйәм!
Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының бүләләре олатайҙар яҙмышын ҡабатлай... Украинала барған ҡан ҡойош күпме аҫыл егеттәребеҙҙең ғүмерен ҡыйҙы, йәшлектәренең иң матур мәленән мәхрүм итте... Минең үҙемдең генә алты-ете туғаным ошо һуғышта йөрөй. Яраланыусылары ла байтаҡ араларында. Кис ятһам, иртән уянһам, уларға ғүмер, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, аят-доғаларымды бағышлайым. Бер Хоҙайым теләктәремде ҡабул итә күрһен!

Мотал РӘМОВ.
Йылайыр районы Сәләх ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №19, 16 - 22 май 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.25 | Ҡаралған: 117

Киске Өфө
 
Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru