«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һин китап уҡыйһыңмы? Балаларың уҡыймы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙРАМ БЕҘҘӘ, БАЙРАМ! БЕҘ КИТАП УҠЫЙБЫҘ!
+  - 

Өфө "Китап-Байрам" III Халыҡ-ара китап йәрминкәһен ҡаршы алырға әҙерләнә. Ул 30, 31 майҙа һәм 1 июндә үтәсәк. Форумды ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сығыш яһай.

Был ваҡиға бөтә Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең китап нәшриәтселәрен, яҙыусыларын һәм китап уҡыусыларын йәлеп итеү урыны булып тора. Быйыл фестивалгә Рәсәйҙең 22 төбәгенән, 4 илдән 270 ҡатнашыусы теркәлгән, тип хәбәр итте "Китап" нәшриәтендә үткән матбуғат конференцияһында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. "Быйыл йәрминкәгә тәүге тапҡыр Иран килә. Форумдың беренсе көнө "Батырлыҡ тураһында һүҙ" девизы аҫтында үтәсәк һәм Бөйөк Ватан һуғышына һәм Махсус хәрби операцияға арналасаҡ. Форум сиктәрендә Яҙыусылар йорто, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында "Илемдең яҙмышында һуғыш" күргәҙмәһе асыласаҡ. Беренсе көндөң төп ваҡиғаларының береһе - Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге етәксеһе Ольга Фаллер ҡатнашлығында Армия мәҙәниәте көндәрен презентациялау", - тип белдерҙе Әминә Ивнәй ҡыҙы.
Шулай уҡ 30 май республика театрҙарының һәм Рәсәй армияһы театрының хәрби тематикаға арналған спектаклдәрен күрһәтеү, концерт программалары ҡаралған. Яҙыусылар Олег Рой, Евгений Водолазкин, шулай уҡ шағир, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, лейтенант, танкыға ҡаршы взвод командиры Сергей Лобанов менән ижади осрашыуҙар була.
Икенсе көндә, 31 майҙа, байрам "Мәңгелек тураһында һүҙ" концепцияһы аҫтында дауам итәсәк һәм классик әҙәбиәткә бағышланасаҡ. Бында бөйөк ватандаштарыбыҙ: Пушкин, Есенин, Чехов, Мостай Кәрим һәм рус һәм милли әҙәбиәттең башҡа классиктары әҫәрҙәре тәҡдим ителәсәк. Рәсәйҙең халыҡ артистары Александра Захарова, Илзе Лиепа һәм Екатерина Рождественская ҡатнашлығында "Династия" спектакле күрһәтеләсәк. Популяр театр һәм кино актеры, композитор, музыкант Иван Замотаев рус классикаһы әҫәрҙәре буйынса моноспектакль тәҡдим итәсәк.
Өсөнсө көн, 1 июнь, Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан "Киләсәк тураһында һүҙ" лозунгыһы аҫтында үтәсәк. Байрамға килеүселәр Башҡортостан Республикаһының Йыйылма балалар хоры сығышын ҡарай аласаҡ. Унда 600 бала, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, музыкаль әҫәрҙәрҙе форумдың төп сәхнәһендә башҡарасаҡ. Был көндө шулай уҡ балалар яҙыусылары Александр Усачев һәм Валентин Постников менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар була.
Өс көн дауамында әҙәбиәткә, театрға, һаулыҡ һаҡлауға, туризмға, йәштәр сәйәсәтенә һәм башҡа өлкәләргә арналған тематик майҙансыҡтар эшләйәсәк. Ғаиләләр өсөн ижади аралашыу һәм белем биреү программалары өсөн айырым урындар буласаҡ. Фестиваль сиктәрендә "БиблиоАльянс: хеҙмәттәшлектең яңы моделдәре" Төбәк китапханалары директорҙарының Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк. Башҡортостанда китапхана директорҙары өсөн бындай күләмле кәңәшмә тәүгә уҙғарыла. Беларусь Республикаһынан, Мәскәүҙән, ХМАО-нан, Новосибирск, Тыва Республикаһынан, Амур өлкәһенән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтар һәм спикерҙар көтөлә.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 30 май – 5 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.25 | Ҡаралған: 43

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru