
Яңыраҡ ҡына Стамбулда булып үткән Рәсәй - Украина һөйләшеүҙәренә ҡарамаҫтан, Киев режимын ҡотороҡ биҙгәге тотто: һуңғы ваҡыт Рәсәйҙең граждандар объекттарына пилотһыҙ осоусы аппараттар менән һөжүм көсәйтелде.
РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 майға ҡарай төндә Рәсәй һауа һөжүменә ҡаршы дежурлыҡ итеүсе саралар илебеҙ территориялары өҫтөнә ябырылған самолет тибындағы 110 украин дронын сәпкә алды һәм юҡ итә барҙы. Бынан алда ла, йәғни 24 май кисе Рәсәйҙең 8 төбәге буйынса ПВО көстәре дүрт сәғәт дауамында 95 дронды юҡ иткәйне. Зыян күреүҙәр, тигәндән, 19 майҙа ғына РФ Тәфтиш Комитеты рәйесе Александр Бастрыкин хәбәр итеүенсә, Украина Ҡораллы көстәре тарафынан Рәсәй төбәктәрен утҡа тотоу һөҙөмтәһендә 621 тыныс граждан һәләк булған, кәмендә 3 217 кеше йәрәхәттәр алған. РФ Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, Украина Ҡораллы көстәре тыныс граждандар йәшәгән тораҡ пункттарҙы сәпкә ала. Был иһә дошмандың террористик асылын һәм яуызлығын фашлай. 20 майҙа РФ Президенты Владимир Путиндың Курск өлкәһенә визиты мәлендә уның вертолеты украин дрондары һөжүменең үҙәгендә ҡала, ләкин уларҙың бөтәһе лә уңышлы кире ҡағылды, тип хәбәр итә ПВО дивизияһы командиры Юрий Дашкин.
...Зеленскийҙың ике яҡлы делегация һөйләшеүҙәрен һанға һуҡмауын, һаман булһа конфликтты дауам итергә ниәтләүен уны ҡотортоусы Евросоюздағы бәғзе бер "ағайҙары"на ярарға тырышыуы тип тә яҙып сыҡтылар. Уның был ҡылығын хатта Верховный Радала ла тәнҡитләүселәр күп. Мәҫәлән, депутат Артем Дмитруктың, Зеленский Украина халҡына ҡаршы дәүләт һәм хәрби енәйәт ҡыла, тип һис ҡурҡыуһыҙ белдереүендә әсе хәҡиҡәт ята, сөнки, депутат һүҙҙәре менән әйткәндә, һәр бер дыуамал һөжүм "Украинаны катастрофаға яҡынайта". Ысынлап та, Киев режимы бер ҡулы менән туҡтауһыҙ дыуамаллыҡ ҡыла, икенсе ҡулын ҡорал, аҡса теләнселәп, Европаға һона. Ә Европаның ҡорал складтары бушаған, тип яҙа Bloomberg агентлығы, уны күпләп етештереү мөмкинлеге лә юҡ. Пентагон башлығының элекке советнигы Дуглас Макгрегор ҙа Киев режимының уғрылығын раҫлай. "Ил емертелде, - ти ул,- күпме кеше ватанын ташлап ситкә сығып китергә мәжбүр булды..."
Бындай шарттарҙа Украинаның иң яҡын союздаштары - Европа лидерҙары, атап әйткәндә, Рәсәйгә ҡарата агрессив мөнәсәбәттәге Макрон (Франция), Стармер (Британия), Мерц (Германия) һәм Балтик буйы илдәре Украинаға хәрби подразделениелар, йәнәһе лә, "тыныслыҡ көстәре" индереү хаҡындағы ниәттәренән баш тартырға уйланы, ахырыһы. Lenta.ru хәбәрсеһе Михаил Кириллов фекеренсә, бының сәбәбе - Рәсәй менән ҡапма-ҡаршылыҡты йәйелдереүҙән ҡурҡыу һәм яңы донъя һуғышына юл ҡуймау.
...Ә Дональд Трамп был ваҡытта үҙенең көндәлек эштәренә әйләнеп ҡайтты. 19 майҙа уның телефон аша Владимир Путин менән булған ике сәғәтлек һөйләшеүҙәрендә, эксперттар әйтмешләй, Трампҡа Украина конфликтының объектив сәбәптәрен һәм бында ҡарарҙы кем ҡабул итергә тейешлеген яҡшы ғына аңлата алғандар, күрәһең: Америка лидеры ошо һөйләшеүҙән һуң, конфликт яҡтары тыныслыҡ мәсьәләһен үҙ-ара хәл итергә тейеш, сөнки ҡаршылыҡ асылын улар үҙҙәре яҡшы белә, тигән фекергә килде. Ләкин Рәсәйгә ҡот осҡос күләмдә дрондар һөжүменән һуң РФ Ҡораллы көстәренең яуапһыҙ ҡалмауы һәм Украина хәрби объекттарын утҡа тотоуы АҠШ лидеры Трамптың тағы ла фекерен үҙгәртте: ул Рәсәй Президентын ғәйепләүгә күсте, ә Киевтың беҙҙең ил территорияларына йөҙҙән ашыу үлемесле шартлатҡыс аппараттар менән ябырылыуын күрмәмеш тә белмәмеш булды. Шул уҡ ваҡытта ул Евросоюзға юғары пошлиналар ниәтен 9 июлгә тиклем туҡтатып торорға хәл итте. Ни тиһәң дә, Трамп - бизнесмен, сауҙалашыу оҫтаһы, ә сәйәсәткә ҡарашы һәм ҡылыҡтары донъя аренаһында барған һәм алышынып торған "төҫтәр" артынан эйәреп йөрөй. Уны ниндәйҙер бер хөкөмдар һәм дә хакимдар күреп, ауыҙына ғына ҡарап торған Евросоюз лидерҙары хәлен шуға күрә аңларға ла була: бер сыбыҡтан ҡыуылғандар, тиер ине халыҡ әйтеме бындай осраҡта. Ә Рәсәй үҙ сәйәсәтенә тоғро һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә Мәскәү менән Киев һөйләшеүҙәренең икенсе турына әҙерләнә, ләкин делегацияларҙың сираттағы осрашыу көнө-ваҡыты һәм урыны һуңыраҡ иғлан ителәсәк.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 30 май – 5 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА