«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һин китап уҡыйһыңмы? Балаларың уҡыймы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

А.П. Безак
(1860 - 1864 йылдарҙа губернатор булған)

Безактың идара итеүенең һуңғы йылында казак ғаиләләренән махсус клуб булдырыла, унда урта сословие кешеләре лә йөрөй ала. Бейеү кисәләренә бик күп публика йөрөй, кисә бинаһында ныҡ тығыҙ була. Клуб уставына ярашлы, бында йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың айырыуса матур кейем менән килеүе талап ителмәй, дамалар ҡәҙимге күлдәктәрҙә һәм ябай прическа менән килә. Ошо клуб өс йылдан да артыҡ эшләмәй. Крыжановский, бында ниндәйҙе бер сепаратизм һыҙаттарын күрә һәм клубты яба.
Безак үҙе лә тантаналы көндәрҙә мәжлестәр һәм балдар уҙғара, уларға барса сословиеларға ҡараған кешеләр саҡырыла. Ҡыш айҙарында аҙнаға бер тапҡыр бейеү кисәләре ойошторола, әммә Катенин ваҡытындағы шарттар инҡар ителә: буфетта шарап һатылмай; шулай ҙа еләк-емеш һәм төрлө тәм-том таратыла, хатта арбуз да була.
Алдараҡ хәрби министр Милютиндың Безакҡа башҡорттар хаҡында яңы положение әҙерләргә ҡушыуы хаҡында әйтеп үткәйнем. Унда уларҙың хәҙерге торошон һәм дөйөм дәүләт мәнфәғәттәрен сағылдырыу талап ителә. Ошо маҡсатта ойошторолған кәңәшмәлә башҡорттарға ҡарата ла 1861 йылда крәҫтиәндәр өсөн ҡабул ителгән положениены тулыһынса ҡулланырға, тик башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлау һәм ошоға ярашлы үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Ғәскәр командующийы вазифаһы урынына үҙәк коллегиаль учреждение булдырыу һәм урындарҙа идара итеүселәр өсөн элекке кантон начальниктары атамаһын ҡалдырыу ҙа ҡарала, былар халыҡты хәүефләндермәү маҡсатында эшләнә. Ошо тәҡдимдәр нигеҙендә положениены төҙөү генерал Тетеревниковҡа йөкмәтелә, ә ул был эште үҙенең канцелярияһы башлығы Долинскийға ҡуша. Һуңғыһы әҙерләгән проект крәҫтиәндәр тураһындағы положениеның бер күсермәһе кеүегәрәк була, бында кантон начальниктарына мировой посредниктарҙың бурыстарын үтәү хаҡында ла әйтелә. Үҙәк идаралыҡ дәүләт милеге палаталары эшмәкәрлегенә оҡшатып ҡоролорға тейеш була.
Башҡорттар тураһындағы положение проекты Безак рәйеслек иткән айырым комитетта тикшерелә һәм, бигүк мөһим булмаған үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индергәндән һуң, хәрби министрға тапшырыла.
Проект һығымта яһатыу өсөн министерлыҡтан батша ғали йәнәптәренең шәхси канцелярияһының икенсе бүлеге баш идарасыһына бирелә. Ул үҙенең төҙәтмәләрен индерә, проект ике өлөшкә бүленә: тәүге яртыһы идаралыҡҡа ҡарай, йәғни халыҡ киң үҙидара хоҡуғына эйә була, икенсеһендә - үҙәк өлөшөндә, башҡорттар менән дөйөм идара итеү эштәре ҡарала: элекке учреждениеларҙың характеры һаҡлана - үҙәк идаралыҡ бар нәмәне лә контролдә тота, хужалыҡ эштәренең файҙалы һәм килемле булыуын тикшерә һәм, һис шикһеҙ, ҡайһыларын кире ҡаға һәм йәмғиәткә үҙҙәренең эштәрен тик үҙәре теләгәнсә генә башҡарыуҙы тыя ала.
Генерал Безак был ваҡытта Петербургта була һәм батша ғали йәнәптәренә шәхси доклад менән инә, ошо проектты дәүләт советында үҙенең ҡатнашлығында ҡарарға, уны үҙгәртеү йә иһә ҡабаттан төҙөү талап ителгән хәлдә, оҙайлы ваҡыт кәрәк булғанлыҡтан, Ырымбурға кире ҡайтармайынса, был эштәрҙе ошонда уҡ башҡарырға рөхсәт һорай. Уның үтенесе кире ҡағылмай, 1863 йылдың 14 майында башҡорттар тураһындағы положение батша ғали йәнәптәре тарафынан раҫлана.
Безак май аҙағында Ырымбурға ҡайта һәм Богуславскийға һис кисекмәҫтән башҡорттарға яңы положениены индерергә һәм шундуҡ яңы вазифаларға тәғәйенләгәндә рәсми рәүештә миңә урын бирмәҫкә ҡуша.
Богуславский аптырабыраҡ китә, ул шундуҡ мине үҙенә саҡырып алды: "Әллә казак ғәскәренә юғарыраҡ вазифаға тәғәйенләүҙе көтәһеңме?" - тип һораны. Минең хәрби хеҙмәткә хоҡуғымдан мәхрүм итерлек бер ни ҙә ҡылғаным юҡ, яңы вазифаға тәғәйенләнеүемде лә көтмәйем, бында тик Безактың интригаһын һәм уның мине башҡорттар менән идарылыҡта ҡалдырырға теләмәүен генә күрәм, тип яуап ҡайтарҙым. Богуславский Безактың миңә ҡарата насар мөнәсәбәттә булыуының сәбәбен ошолай аңлатты: "Ул үҙенең кейәүе Трубецкойға урын әҙерләй, ә һеҙ юлда тораһығыҙ, ул шулай уҡ минең ярҙамсым итеп кенәз Трубецкойҙы түгел, ә һеҙҙе ҡалдырырға теләүемде лә белә, һәм мин бер нисек тә уныңса эшләмәйәсәкмен".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №21, 30 май – 5 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.25 | Ҡаралған: 28

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru