«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҒӘСКӘРОВСЫЛАР СӘФӘРЕ
+  - 

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, шулай уҡ Запорожье өлкәһе ҡалалары буйлап гастролдәрен тамамланы. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планы сиктәрендә коллектив Бердянск, Мелитополь, Донецк, Ҡыҙыл Нур һәм Луганск халҡына "Донъя халыҡтары бейеүҙәре" программаһын тәҡдим итте.

Ойоштороусылар һәм тамашасылар фекеренсә, ансамблдең сығыштары өмөт һәм берҙәмлек символына әүерелә, мәҙәниәт һәм сәнғәттең теләһә ниндәй сиктәрҙе үтеп, кешеләрҙе берләштерергә һәләтле булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Гастроль туры программаһында Бөйөк Еңеүгә арналған номерҙарға айырыуса иғтибар бүленә. "Төньяҡ амурҙары", "Берлиндан килдем" ("Ехал я из Берлина") һәм "Күңелле балалар" композициялары тәҡдим ителә. "Ярҙамға һәм ыңғай эмоцияларға мохтаж кешеләр йәшәгән ҡалаларҙа сығыш яһау беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был ерҙәрҙә Башҡортостан сәнғәтен күрһәтеп, беҙ ҙур яуаплылыҡ тойғоһо кисерҙек. Айырыуса яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың ҡаһарманлығын иҫтәрендә тотҡан һәм хөрмәт иткән, республикабыҙ тарафынан шефлыҡҡа алынған Ҡыҙыл Нур (Красный Луч) ҡалаһында сығыш яһау тулҡынландырғыс булды. Беҙ геройыбыҙҙың һәләк булған һәм ерләнгән урынына барҙыҡ. Был гастролдәр - Башҡортостан менән Рәсәйҙең яңы төбәктәре араһында теләктәшлек һәм дуҫлыҡ билдәһе", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ансамбль директоры Нәзир Байегетов.
"Луганск тамашасылары коллективты тәүге номерҙарҙан уҡ йылы ҡабул итте, - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. - Шулай уҡ унда Көньяҡ хәрби округына ҡараған "Рубин йондоҙо" йыр һәм бейеү ансамбленең солистары, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Радик Далхин, Илһам Мөхәмәтшин һәм Замир Йәнтүрин менән осрашыу тулҡынландырғыс булды".
"Беҙҙең өсөн ҙур ярҙамға әүрелгән концерттар өсөн бөтә коллективҡа рәхмәтемде белдерәм. Республикала йәшәүсе һәр кеше өсөн бөгөнгө ауыр ваҡытта профессиональ ижади һулыш, сәнғәт бик кәрәк. Беҙ республика етәкселегенә ошондай ярҙам өсөн ихлас рәхмәт белдерәбеҙ", -тине Луганск халыҡ республикаһыны мәҙәниәт министры Роман Олексин.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 30 май – 5 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.25 | Ҡаралған: 337

Киске Өфө
 
Үҙ һүҙендә тора белгән, һәр ваҡыт аныҡ эш менән мәшғүл һәм үҙ эшенең оҫтаһы булған ир - ысын ир. Эшләү, ижад итеү, эҙләнеү, барлыҡҡа килтереү, булғанды ишәйтеү - көслө заттың төп тәғәйенләнеше. Ир-егеттәребеҙгә - уңыштар!

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru