«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЫҢҒАЙ ТОЙҒОЛАРҘА БӘҮЕЛТӘ
+  - 

Әле 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара. Ә был аҙнанан башлап ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителгән.

Бындай мәлдә һәр кемдең алдында әллә нисә тиҫтә гәзит-журнал араһынан ҡайһыһына яҙылырға икән, тигән һорау торалыр. Мин дә, һәр бер ваҡытлы матбуғатты күҙҙән үткәреп, күңелемә яҡын булғандарын барлап йөрөйөм. Әлбиттә, район гәзитенә яҙыласаҡмын. Һәм тәүгеләрҙән булып тәрән белемле, зауыҡлы, мәҙәниәтле "Киске Өфө" гәзитенә яҙылам. Әллә күпме йылдар алдырам инде уны. Бер ҡасан да яҙылмай ҡалғаным юҡ. Почтальондар ҙа теүәл генә итеп, ваҡытында килтереп тора, рәхмәт яуғырҙары.
"Гәзитте ни өсөн яратып уҡыйһың?" - тигән һорау бирҙе бер ваҡыт каникулға ялға ҡайтҡан студент улым. Уға тиклем был хаҡта уйлап йөрөмәһәм дә, яуап үҙенән-үҙе урғылып сыҡты. Әйтеп үтеүемсә, "Киске Өфө" - мәҙәниәтле гәзит. Уҡыусы иғтибарын яулау өсөн әллә ниндәй түбәнлеккә төшмәй, үҙ яйына ғына, һәүетемсә генә гәзит уҡыусының күңеленә ыңғай тойғолар, ышаныс орлоҡтары сәсә. Был баҫманы уҡыған һайын уҡығы килә. Зиһен асыла төшкәндәй була, төрлө сырмалсыҡ уйҙар тотҡононан ҡотолоп, иркен тын алып ҡалғандай тоям үҙемде гәзитте уҡып сыҡҡас.
Ә бирелгән мәғлүмәттең күплеге һәм төрлөлөлөгө һуң! Әйтеп, баһалап бөткөһөҙ ҙә инде! "Киске Өфө"нөң биттәрендә "булды, үтте, шулай эшләнде, был башҡарылды", тип кенә мәғлүмәт бирелмәй, ә ваҡиғалар, саралар төплө итеп анализлана, ниндәйҙер һығымталар эшләнә.
Баш ҡала тураһындағы фекерҙәрҙе уҡырға яратам. Өфөгә яҡын йәшәһәк тә, юл йыш төшмәй, шуға күрә ҡайһы бер үҙгәрештәр хаҡында гәзиттән дә уҡып белеп ҡуям. Шулай уҡ республикабыҙ хаҡында яҙылған бәләкәй, әммә "мыҡты" ғына мәҡәләләр ҙә донъя күрә. Беҙҙең Бөрө районы тураһында ла булыр әле берәй хәбәр, тип көтөп йөрөйөм.
Һәр бер кешенең әйтер фекере, йөрәгендә йөрөткән уй-хыялдары була бит инде. Гәзит хәбәрселәренең әңгәмәләрҙә үҙ ҡунаҡтарының, геройҙарының ошо фекерҙәрҙен матур, төплө итеп еткерә белеүе лә һоҡландыра. Тел ҡеүәһе көслө гәзит журналистарында, авторҙарында. Бай, һутлы тел менән яҙалар. Ҡоро-һары, еңел-елпе, йөкмәткеһеҙ әйберҙәр бирелмәүе менән дә оҡшай гәзит. "Киске Өфө"гә уңыштар теләйем. Беҙ был гәзитте яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.

Зәлиә ЙӘНБӘКОВА.
Бөрө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.25 | Ҡаралған: 325

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru