«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

САЛАУАТҺЫҘ - ИКЕ ЙЫЛ
+  - 

Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булған Салауат Юлаев һәйкәле тураһында һөйләне.

Республика Башлығы үткән аҙнала Рәсәй Художестволар академияһы президенты Василий Церетели менән осрашыу үткәнен, унда Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһе тикшерелеүен әйтте. "Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, беҙ ике йыл дауамында Салауат Юлаев һәйкәле торошона бәйле хәлде тикшерәбеҙ һәм анализлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәйкәлдең йәше лә, атмосфера йоғонтоһо ла, технологик үҙенсәлектәр ҙә реставрация яһауҙы талап итә, - тине Радий Хәбиров. - Әлеге ваҡытта эштәрҙең графигын билдәләнек, финанслау сығанаҡтары бар".
Реставрация этаптары тураһында Хөкүмәттең вице-премьеры Рөстәм Ғәзизов һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандың тарихи символын һаҡлап ҡалыу маҡсатында комплекслы фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелгән: тарихи-архив, библиографик, архитектура-археологик үлсәүҙәр, инженер-химик-технологик тикшеренеүҙәр. Һәйкәл материалдарының торошо, аэродинамик характеристикалары өйрәнелгән, инженер тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Эксперттар һығымтаһы буйынса, һәйкәлде һаҡлау өсөн тиҙ арала эштәр башҡарыу талап ителә.
Һәйкәлде һаҡлау өс этапта үтәсәк. Беренсе этап - әҙерлек: майҙанды ҡойоу, төҙөлөш ҡоролмаларын урынлаштырыу, махсус техника йыйыу, скульптураны демонтажға әҙерләү. Был этап 2025 йылдың сентябрендә тамамланасаҡ. - Эштәр өсөн ауыр техника кәрәк буласаҡ, шуға күрә 30 июндән майҙанға инеү тулыһынса ябыла һәм бөтә эштәр тамамланғансы ябыҡ буласаҡ, - тине Рөстәм Ғәзизов. - Икенсе этап (2025 йылдың октябренән 2027 йылдың апреленә тиклем) - иң мөһиме һәм ҡатмарлыһы: һәйкәлде демонтажлау, реставрациялау һәм яңыртып ҡуйыу. Реставрация Өфө ҡалаһындағы махсус цехта үтәсәк.
Өсөнсө этапта (2027 йылдың апреленән сентябренә тиклем) фонтанды һәм Салауат Юлаев майҙанын яңыртыу ҡаралған. Вице-премьер билдәләүенсә, майҙан һуңғы тапҡыр 2007 йылда яңыртылған, шуға яңыртыу кәрәк.
План буйынса, яңыртылған һәйкәлде һәм майҙанды тантаналы асыу 2027 йылдың октябрендә, скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән һәйкәлдең 60 йыллығына тура киләсәк.
Радий Хәбиров бөтә эштәрҙе Рәсәй Художестволар академияһы эксперттары һәм йәмәғәт комиссияһы күҙәтеүе аҫтында башҡарырға ҡушты.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.25 | Ҡаралған: 420

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru