«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УЙЫНСЫҠТАР, УЙЫНДАР...
+  - 

Өфөлә "Айда/Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале программаһы билдәле булды. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә сараға әүҙем әҙерлек хаҡында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне.

Фестиваль Өфөлә Совет майҙанында 5 июндән 8-нә тиклем икенсе тапҡыр уҙғарыла. Рәсми асыу 5 июнь 11 сәғәттә планлаштырылған. Фестивалде 8 июндә 17 сәғәттә ябыу планлаштырыла. Йәрминкәнең эше көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан 22 сәғәткә тиклем ойоштороласаҡ. Дүрт көн дауамында Совет майҙанында Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтар күргәҙмәһе, балаларҙың иң яҡшы уйын тәжрибәләрен күрһәтеү, уйынсыҡтарҙың тест-драйвы ойоштороласаҡ.
Фестиваль ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын шулай уҡ тематик конкурстар, лекция һәм оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары, популяр Рәсәй артистарының сығышы көтә. Көн һайын "Союзмультфильм" майҙансығы эшләйәсәк, унда йәнһүрәттәр күрһәтеү, "Хәйерле төн, балалар" телетапшырыуҙары программаһы, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре һәм 25-тән ашыу тематик майҙансыҡтың эшләүе көтөлә.
Көн һайын республиканың алдынғы театрҙары иң яҡшы балалар спектаклдәрен күрһәтеү ойошторасаҡ. Беренсе көндә Мәскәүҙең "Дурацкий цЫрк" программаһы менән "Высокие братья" клоун-театры сығыш яһаясаҡ. "Авиапарк", "Космос буяуҙарҙа", "Технологик тәнәфес", "Уйын техникаһы" "Квиздар донъяһы", "Патриот", "Спорт", "Ышаныс киңлеге" тематик майҙансыҡтары һәм биләмәләре эшләйәсәк. Мәҫәлән, спорт биләмәһендә баскетбол, футбол, хоккей, шулай уҡ роллер спорты саралары ойоштороу ҡаралған. "Ышаныс киңлеге" зонаһында социаль хеҙмәткәрҙәрҙең, психологтарҙың консультациялары үтәсәк. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы "Салют" балалар реабилитация-белем биреү үҙәге менән берлектә өс майҙансыҡ эшен ойошторасаҡ. Квиздар Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында үтәсәк.
Республика халҡы өсөн "Смеш band", "Смешарики", "Волшебники двора" музыкаль төркөмдәренең (Мәскәү), Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Маликовтың һәм Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Әмирхан Батабаевтың (Amirchik) сығышы бүләк буласаҡ. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн биләмә лә эшләйәсәк һәм унда тактиль уйынсыҡтар тәҡдим ителәсәк, ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.
- Бөгөнгө көнгә етештереүселәрҙән, һөнәрселәрҙән 150 ғариза бирелгән, - тип белдерҙе Әминә Шафиҡова. - Фестиваль бөтә илдән уйынсыҡтар етештереүселәр, уҡытыусылар, ғалимдар, сауҙа ойошмалары, ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәре өсөн интеграцияланған майҙансыҡ буласаҡ. Эшлекле программа сиктәрендә Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһының һәм Рәсәйҙең Милли уйынсыҡтар ассоциацияһының ҡатнашыуы планлаштырыла. Пленар ултырыш фестивалдең эшлекле программаһының төп мәле буласаҡ, унда тармаҡты үҫтереү перспективалары тикшереләсәк. Фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары иҫәбендә - Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары Ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.25 | Ҡаралған: 256

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru