
"Аҡбуҙат"та һәм...
Өфө районы Шамонино биҫтәһендә "Аҡбуҙат" исемен йөрөткән матур балалар баҡсаһы бар. Бөтә Башҡортостандан йыйылып, бюджет өлкәһендә эшләүсе талантлы, ижади кешеләрҙең балалары йөрөй бында. Башҡорт төркөмдәре лә ошо балаларҙың ата-әсәләренең инициативаһы менән асылды.
Баҡсала юғары белемле, башҡорт телен яҡшы белгән, һайлаған һөнәренең нескәлектәрен тулыһынса үҙләштергән, ижади ҡарашлы 18 педагог эшләй. Башҡорт төркөмдәре программалар, әсбаптар, дидактик материалдар менән тулыһынса тиерлек тәьмин ителгән. Етмәгәнен уңған тәрбиәселәр үҙ ҡулдары менән эшләй, йырлы-бейеүле, хәрәкәтле, сюжетлы өҫтәл уйындарына атрибуттар, мәҫәлән, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләрҙең ҡулдары менән булдырылған. Шулай итеп, баланы үҫтереүсе мөхит йылдан-йыл байый. Баҡсала китапхана ла бар, унда башҡорт телендәге балалар әҙәбиәте тупланған.
Балаларҙы боронғо башҡорттарҙың йәшәү рәүеше, тарихы, мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатында башҡорт тирмә-музейы булдырылған. Йыш ҡына дәрестәр ошо тирмәлә үтә. Физик тәрбиә, музыка буйынса ла башҡорт телендә аңлайышлы, мауыҡтырғыс дәрес алып барырға һәләтле белгестәр бар. Был учреждениела илһөйәрлек рухын үҫтереү буйынса ла эш алып барыла: Шайморатов төркөмдәре булдырылған. "Ҡар һыуына барыу", "Шәжәрә", "Ете ырыу, "Ҡаҙ өмәһе", "Ҡарға бутҡаһы" кеүек фольклор байрамдары үткәреү баҡсала ғәҙәти күренешкә әйләнгән.
Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, балаларын был баҡсаға йөрөтөргә тырышыусы ата-әсәләр күп, һәр төркөмгә бөгөн уртаса 40-ар бала теркәлгән. Был бик күп һәм бындай тығыҙлыҡ балаларҙы тейешенсә үҫтереүгә ҡамасаулай. Ата-әсәләргә рәхмәт: улар педагогтарҙың ауыр һәм шул уҡ ваҡытта яуаплы хеҙмәтен аңлай һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр.
Башҡорт төркөмдәренә йөрөгән балалар Шамонино һәм Өфө мәктәптәренең башҡорт кластарында уҡыуҙарын дауам итәләр. Был да ҡыуаныслы беҙҙең өсөн.
Дания ВӘЛИЕВА,
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы мөдире.
..."Ысыҡҡай"ҙа
Өфө районының Шамонино биҫтәһендә тағы бер "Ысыҡҡай" тип аталған балалар баҡсаһы һәм уның "Урман әкиәте" тигән филиалы бар.

Ошо йылдар эсендә беҙҙең балалар баҡсаһы сабыйҙар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ иң изге йортҡа әйләнде. Беҙҙең төп йүнәлеш - мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы әхлаҡи-патриотик, ил ҡаҙаныштары өсөн ғорурлыҡ, тыуған илгә һөйөү, үҙ халҡының йолаларына хөрмәт рухында тәрбиәләү. Ә бындай тәрбиә, әлбиттә, төрлө саралар, йолалар, осрашыуҙар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, беҙҙә "Ҡаҙ өмәһе", "Исем ҡушыу", "Өләсәйем һандығы", "Ҡарға бутҡаһы" кеүек фольклор байрамдарын үткәреү матур йолаға әүерелгән.
Балалар баҡсаларында ун төркөм эшләй, уларҙың һәр береһе балаларҙың үҙенсәлекле ихтыяждарын күҙ уңында тотоп ойошторолған. Өс башҡорт төркөмөндә тәрбиә - башҡорт телендә, билингваль төркөмдә башҡорт һәм рус телдәрендә алып барыла. Тағы бер төркөм "Шайморатов төркөмө" тигән ғорур исем йөрөтә. Бындай төрлөлөк балаларға ике телдә аралашырға, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышырға ярҙам итә. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһенә ата-әсәләрҙең һәм педагогик коллективтың хеҙмәттәшлеге мөһим этәргес бирә. Ата-әсәләр өйҙә туған телде өйрәнергә ярҙам итеү буйынса тәҡдимдәр ала, саралар әҙерләүҙә ҡатнаша, балалары менән берлектәге ижади проекттар ойоштора. Бындай үҙ-ара эш итеү балаларҙың һәр яҡлап үҫешенә һәм ғаилә традицияларын нығытыу өсөн уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ итә. Балалар баҡсаһының педагогик коллективы баланың үҫеше өсөн тел мөхитенең мөһимлеген яҡшы аңлай һәм шуға күрә балаларҙың башҡорт телен тәбиғи үҙләштереүенә булышлыҡ итеүсе шарттар булдырырға тырыша. Дәрестәр театрлаштырыу элементтарын, ҡул эштәрен, балаларға яңы мәғлүмәтте яҡшыраҡ ҡабул итергә һәм туған телде үҙләштерергә ярҙам иткән мультимедиа уҡытыу сараларын ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала.
Балалар баҡсаһы коллективы юғары профессионаллек һәм үҙ эшенә тоғролоҡ менән айырылып тора. Тәрбиәселәр, музыкаль етәкселәр, педагог-психолог, уҡытыусы-логопедтар һәм физик культура буйынса инструктор бергәләшеп, берләшеп эшләй, уларҙың дөйөм тырышлығы менән балаларҙың гармониялы үҫеше өсөн шарттар булдырыла. Төп белем биреү программаһынан тыш, балалар баҡсаһында "Күңелле инглиз теле", "Йәш математик", "Яңғырауыҡлы тауыш" һәм "Үксә" театр-музыка түңәрәктәре, "Изостудия" художество студияһы һәм "Футбол", "Шахмат" спорт секциялары ойошторолған. Был дәрестәр һәр балаға үҙенең ижади һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә.
Миңзәлә ҒАЙНУЛЛИНА,
өлкән тәрбиәсе.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА