
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән булдырылған "Урал батыр" эпосы көнөндә, 8 июндә, республикала "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 27-се төбәк-ара конкурсы башланды. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, "Урал батыр" эпосын популярлаштырыу, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында йыл һайын "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсын ойоштора. Был юлы йәш сәсәндәр Күмертау ҡалаһында, Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика Башҡорт гимназия-интернатында йыйылды. Конкурста республиканың һәм Ырымбур өлкәһенең мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларынан 47 уҡыусы, 27 фольклор коллективы ҡатнашты һәм өс көн буйына "Урал батыр" эпосын яттан һөйләне, эпостан өҙөктәр сәхнәләштерҙе.
"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсы тураһында Ишембай ҡалаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаягөл ӘМИРХАНОВА һөйләй:
- Республикала "Урал батыр" эпосы көнө булдырылыуы - халҡыбыҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ ваҡиға, ҙур шатлыҡ, әлбиттә. 2011 йылдан бирле "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсына балаларҙы әҙерләгән уҡытыусы булараҡ, был ваҡиғаның әһәмиәтен бик яҡшы аңлайым. Сөнки "Урал-батыр"ҙы белеү, һөйләү, ятлау - бик мөһим тәрбиә мәктәбе. Ул башҡорт теленә һөйөү, илһөйәрлек, ватансыллыҡ менән бергә, балала шәхси сифаттар - рух ныҡлығы, кешелеклелек, намыҫ тойғоһон да үҫтерә. "Урал батыр" эпосының фәлсәфәһенә төшөнгән уҡыусыла туған телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен өйрәнеү уның зиһен, аң, күңел талабына әйләнә; әҙәплелек, иман көслө була уларҙа. Ундай бала тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, рухи ҡиблаһын тиҙерәк таба. Күңелендә, зиһенендә мәшһүр эпостың ҡиммәттәрен һаҡлаған кеше башҡаса була ла алмай! Сөнки "Урал-батыр" эпосы - башҡорт халыҡ Ҡотон һаҡлаған бөйөк Китап, меңәр йылдар буйы йәшәү принцибын - Кеше булыу закондарын туплаған.
Әйтеп китеүемсә, байтаҡ йылдар "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең конкурсына уҡыусылар әҙерләйем. Биш уҡыусым конкурста абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашыу уҡыусыны үҙ-үҙен еңергә лә өйрәтә. Ғәм халыҡ алдына сығып, талап буйынса жюри туҡтатҡан урындан яңылышмай, ваҡиғалар логикаһын боҙмай һөйләргә, герой-персонаждарҙың холоҡ-фиғелен, хис-тойғоһон биреү өсөн үҙеңде эмоциональ көйләп тә өлгөрөргә, хәтерҙе аныҡ тоторға - быларҙың барыһына ла көс кәрәк! Шуғалыр ҙа ошо уҡ уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа ла еңеүсе, призерҙар булып, төрлө фәнни-эҙләнеү конференцияларында ла әүҙем ҡатнаша.
Мәшһүр эпосҡа күберәк уҡыусыларҙы йәлеп итеү - көнүҙәк проблема, тип иҫәпләйем. Әлеге ваҡытта мәктәп программаһында эпос тик 9-сы класта 2-3 сәғәт эсендә өйрәнелә. 2-3 дәрестә генә, әлбиттә, эпосты бар яҡтан да анализлап, фәлсәфәһенә төшөнөп өлгөрөп булмай. Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, бер нисә йыл инде бер үк тәҡдим менән сығыш яһайбыҙ: мәктәптәрҙә "Урал батыр" эпосын, әҙәбиәт дәрестәренең программаһына индереп, мөмкин тиклем иртәрәк өйрәнергә кәрәк. Башланғыс кластарҙан уҡ милли эпосты өйрәнә, ятлай башлаһаҡ, бигерәк яҡшы булыр ине! Шунда һөҙөмтә буласаҡ. Бала зиһененә рухи орлоҡ, иман, әҙәп нигеҙҙәре кәрәкле мәлендә һалынасаҡ. Һүҙемде Вәкил Хажиндың фекере менән йомғаҡлағым килә: "Ер шарында 6 меңләп милләт йәшәй, - тип һөйләгәйне ул бер сығышында. - Шуларҙың йөҙләбендә генә эпос жанры бар, бер нисәүһендә - икешәр. Бер башҡортта ғына 40-тан ашыу эпос бар. Ә инде оло тарихтарға бәрәбәр 1300-ҙән артыҡ йырҙарыбыҙ үҙе ни тора!"
"Киске Өфө" гәзите, №23, 13 - 19 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА