«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТАҒЫ ЛА ҺӘЙКӘЛ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау башлана. 30 июндә һәйкәл алдындағы майҙан ябыла. Скульптураны Өфөләге махсус цехҡа реставрацияға алып китәләр. Яңыртылған һәйкәлде тантаналы асыу 2027 йылдың 11 октябренә планлаштырылған.

Реставраторҙарҙы бик ҡатмарлы һәм ҙур эш көтә. Проект авторҙарының береһе, юғары категориялы реставратор-рәссам, Дәүләт реставрация ғилми-тикшеренеү институтының металл эштәрҙе реставрациялау бүлеге мөдире Павел Котельников был эштең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Уның фекеренсә, Салауат Юлаев һәйкәле - Башҡортостандың ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙең символы. Ваҡытында реставрация эштәре башланыуы бик яҡшы, сөнки бер ни ҙә эшләнмәһә, һәйкәлде юғалтыу ихтималы ҙур ине.
- Был һәйкәлдең тарихы үҙе лә уникаль. Скульптор Сосланбәк Тавасиевтың идеяһы һуғыш йылдарында уҡ тыуған, ә 1967 йылда тормошҡа ашырылған. Һәйкәлде Ағиҙел йылғаһы ярында ҡуйыу бик уңышлы. Масштабы ла таң ҡалдыра - ҙур, шул уҡ ваҡытта сәнғәт күҙелегенән ҡарағанда бик динамик, тере. Миңә бик оҡшай. Хәҙер лак-буяу ҡатламының боҙолоуын, аттың түш өлөшөнөң юҡлығын, төрлө йылдарҙа буялған урындарҙы күрергә була. Һуңғы тапҡыр һәйкәлде 2014 йылда буяғандар. Төрлө йылдарҙа төҫтәре лә үҙгәргән: көрән, ҡара, йәшел, һоро булған. Был монумент, һәр әйбер кеүек, даими иғтибар һәм ҡарау талап итә. Салауат Юлаев һәйкәленә ярты быуаттан ашыу ваҡыт, ул һәр саҡ асыҡ һауала, төрлө һауа шарттарында тора. Былар барыһы ла һәйкәлдең торошона, күренешенә йоғонто яһай.
Реставратор һүҙҙәренсә, алда ҙур һәм техник яҡтан ҡатмарлы эш көтә.
- Айырыуса каркас менән эшләүгә иғтибар кәрәк. Күп нәмә эшләргә тура киләсәк: таҙартыу, иҫке буяуҙы, тутыҡты алыу, ярыҡтарҙы төҙәтеү. Инженер күҙлегенән ҡарағанда, сәнғәт әҫәрҙәре менән эшләү бик ҡатмарлы, сөнки унда стандарт деталдәр юҡ. Салауат Юлаев һәйкәле пазл һымаҡ: болтлы тоташтырмалар һәм таяныс каркас бар. Һәйкәлде эстән таҙартыу, етешмәгән өлөштәрҙе монтажлау ҡыйын буласаҡ. Мин суйындан эшләнгән шундай ҙур һәйкәл күргәнем юҡ. Реставраторҙың мөһим бурысы - үҙенән бер нәмә лә өҫтәмәү, автор уйлағанса, деталдәрҙе яңыртыу, - ти реставратор-рәссам.

Роман ЯКИМЧУК.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 13 - 19 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.25 | Ҡаралған: 309

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru