«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫҘ ТУЛТЫРЫП "ӨФӨБӨҘ", ТИМ
+  - 

Өфөбөҙ. Нәҡ шулай тип, ауыҙ тултырып, "Өфөбөҙ", тип әйтәм, сөнки баш ҡала республикабыҙҙы умыртҡа бағанаһылай үҙенә бәйләп тороусы бер үҙәк бит. Өфөнөң ҡап уртаһында йәшәүсе лә, төбәктең иң алыҫ районының төпкөл ауылында көн итеүсе лә баш ҡаланың тын алышын, үҙгәрештәрен күреп-белеп, аңлап тора. Бөгөнгө көндә, интернет заманында, мәғлүмәт йәшен тиҙлегендә тарала, шуға күрә һәр кем.бөтә эштәр, хәл-әүхәлдәр тураһында хәбәрҙар.

Мин Өфөлә дүрт тиҫтәнән ашыу йыл йәшәйем. Һупайлы биҫтәһенә килеп төпләнгәнгә тиклем, баш ҡаланың төрлө районында, урамында йәшәргә тура килде. Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, шул тирәлә барған һәр яңы үҙгәреште күңелемә һеңдерә барҙым һәм әле лә ошо ғәҙәтемде ташламайым. Эшем буйынса ҡала буйлап күп йөрөргә тура килә, шуға күрә күп нәмәне күреп-белеп торам. Әйтергә кәрәк, Өфө үҫә, урамдар төҙөкләндерелә, сауҙа үҙәктәре асыла, етмәһә, булғандары ла төрлөсә итеп исемдәрен үҙгәртә, яңы йорттар ҡалҡа, автобус туҡталҡалары яңыртыла һәм башҡалар.
Әлегә тиклемге күҙәтеүҙәремдән сығып, Шаҡша яҡтары баш ҡаланың төҙөкләндереүҙе иң көткән райондарының береһе тип әйтер инем. Был районда сүп-сар күп. Әллә сығармайҙар уны, әллә урындағы халыҡ үҙҙәре сүп-сарҙы ҡайҙа етте, шунда ташлап, был проблеманы арттырыуға юл ҡуя? Шулай ҙа төп сәбәп сүп-сарҙың ваҡытында һәм тулыһынса сығарылмауына ҡайтып ҡалалыр, тип уйлайым. Оло йәштәге кешеләр күп йәшәй Шаҡшала, тип билдәләр инем. Ләкин, ысынын әйткәндә, уларға ултырырға эскәмйәләр ҙә юҡ кимәлендә.Таяҡтарына таянып, ағасҡа һөйәлеп әңгәмәләшеп торған ҡарттарҙы күреү шатландырмай. Парктар ҙа юҡ тиерлек бында, йәштәр һәм балалар өсөн спорт, уйын майҙансыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Инорс биҫтәһе оҡшай миңә. Үҙе бер айырым дәүләт һымаҡ күрәм мин ошо биҫтәне ҡайһы саҡта. Үҙәктән алыҫ булыуҙарына ҡарамайынса, әүҙем һәм тиҙ үҫешкән был районда йәшәүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Ял итеү өсөн дә урындар күп, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ла етерлек, кинотеатрҙары ла бар. Ғөмүмән, таҙалыҡ яғынан да яҡшы район был. Көндән-көн тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәргән биҫтә, тип әйтер инем.
"Планета" сауҙа һәм күңел асыу комплексы тирәһе тураһында айырым әйтеп үткем килә. Әллә күпме өйҙәр төҙөлдө, уларҙың барыһы ла бейек йорттар, тимәк, халыҡ та бик күп йәшәй бында. Әле булһа йорттар төҙөүҙе дауам итәләр. Ә улар төрлө яҡҡа һуҙылған юлдар уртаһында ултыра, көнө-төнө тығындар, машина ҡуйыу урындары юҡ, иҫ китерлек тә инде.
Үҙем йәшәгән Һупайлы тураһында әйтеп үтергә кәрәктер. Минең өсөн иң яҡшы район ул Һупайлы. Бигерәк тә яҙҙан алып ҡышҡа тиклем бында йәшәү - йән рәхәте. Әлбиттә, ҡыш етеп, ҡарҙар яуһа, хәлдәр бер аҙ ҡатмарлаша: юлдар, тротуарҙар ҡарҙан әллә ни яҡшы итеп таҙартыла тип әйтә алмаҫ инем. Ә былай биҫтәлә йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар: балалар баҡсалары, мәктәптәр, үҙенең күле булған ял итеү паркы (хәҙер ул күл тирәләй ҙә йорттар төҙөргә итәләр бит әле), төрлө түңәрәктәр гөрләп эшләп тора, бар нәмә ҡул һуҙымы ерҙә генә. Ә велосипедсылар өсөн шарттар булдырылһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Өфө хаҡындағы ҡыҫҡаса күҙәтеүем ошолар. Башҡа райондар тураһында ла яҙырмын әле.

Батыр САФИН.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 13 - 19 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.25 | Ҡаралған: 29

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru