«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КЕР ҺАБЫНЫ
+  - 

Һатыу нөктәһендәге хужалыҡ әйберҙәре бүлегенә боролғас, кәрәкһеҙ нимәләй бер яҡ ситкә һалынған кер һабынын ҡулыма алып, уны танауыма яҡын килтереп, бер аҙ онотолоп торҙом.
Һәр һатып алыусының мәнфәғәтен күҙәтеүсе, теләктәрен һүҙһеҙ үтәүсе һатыусы ҡыҙ янымда пәйҙә булды.
- Здравствуйте, еще каким товаром интересуетесь, вам дополнительно что-нибудь предложить?
- Добрый день, спасибо, не надо, все на виду.
- Тогда, прошу прощения, что вы делаете?
- Как видите, нюхаю мыло, или подобная странная выходка запрещена у вас?
- Что вы! Это самое дешевое, хозяйственное мыло, к слову, его никто не покупает, могу показать другие, более современные варианты.
- Поверьте, для меня оно самое лучшее.
- Чем же она пахнет, эта дешевка?
- Матерью пахнет, моей мамой пахнет...
Йәш ҡыҙ миңә аптыраңҡырап, юғарынан аҫҡа ҡараны ла, сәйер кешене, йәғни мине ҡалдырып, китеп тә барҙы.
Әсәйем ныҡ сирләп, башҡаса тормаҫ өсөн түшәгенә ятҡас, барлыҡ эштәремде ситкә ҡуйып, эргәһенән бер аҙым да китмәҫкә ҡарар иттем. Табип тәғәйенләгән уколдарҙы ҡаҙайым, системалар ҡуям, сир төҫө юйылмаҫмы, тип, һары төҫ һеңешә барған биттәрен усым менән ҡат-ҡат һыпырам, сәстәрен тарайым, һорағанын, йәне теләгәнен һә тигәнсе алдына килтереп һалам, тик көсө, ҡарыуы ҡайта барған әсәйемдең һүрелә барған өмөтө, ана һүнәм, бына һүнәм, тип леп-леп килгән йәшәү сырағы ише теләк-үтенестәре лә кәмегәндән-кәмей бара. Күп ваҡыт ул түшәмгә төбәлеп, өнһөҙ-һүҙһеҙ ята. Мин үҙем дә күктән, әсәйемә инселәп, Тәңре төшөрөр сәләмәтлекте көтөп, ымһынып таш һындай һерәйгәнмен. Тормошҡа һис ҡасан ашмаҫтайҙы көтөүҙән дә ауырыраҡ, ғазаплыраҡ нимә юҡтыр ул был донъяла.
- Берәй нимә ашағың киләме әллә, әсәй? - тип өндәшәм ауыр тынлыҡты боҙоп.
Ә ул кипкән ирендәрен ялап ҡуя:
- Һин сығып, юғалып торған арала эсем һыртыма сыҡҡансы һыйланып алдым у!
Күҙгә ҡарап алдаша, мине генә түгел, үҙен дә шулай әүрәтә.
- Улайһа ни эшләйем?
- Тик кенә, ултырайыҡ, йәме, мин һинең бала сағыңды хәтерләп ятырмын, ә һин маҙаһыҙлауҙарымдан бер аҙға ғына буһа ла ял итеп, арынып ал. - Шунан миңә оло кинәнес килтерер мәшәҡәтен дә уйлап таба. - Күрше-тирә бик йыш инеп-сыҡҡылай, әллә ялбырап киткән сәстәремде рәткә килтерәйекме?
- Әйҙә һуң! - ҡыуанып китәм. - Бөҙрәләп ебәрәйекме? - Тәнде-йәнде баҫҡан ауырлыҡ сигенмәҫме бер аҙға ғына булһа ла, тип, мәрәкәләп ебәргән булам.
- Бөҙрә сәс, бөҙрә тормош йәштәргә килешә, ә минекенә сайыштырыу ҙа бара.
- Хәҙер плитәлә һыу йылытам да, "Пантин" тигән шәп шампунде килтерәм. Сифатлы нәмә күпертеп, ҡабартып, сәсәтәрҙе шымартып ебәрә.
- У әллә ниндәй нимә һеҙгә килешәлер ҙә, бәлки. Ғөмөрөм буйы сәстәремде кер һабыны менән йыуып, көл тоноғо менән сайҡатҡанымды беләһең...
Һорағанын, талап иткәнен табам. Йоҡарып, ап-аҡ ҡылғанға ҡалғанға күпме генә һабын кәрәк тиһең! Эшемде ослайым да сәстәрҙе тарарға керешеп китәм.
- Толомдарым әүәле, ишелеп, билемә ҡәҙәр төшөп тора торғайнылар.
- Улар хәҙер ҙә насар түгелдәр!
- Кәзә ҡойроғон күрә тороп юҡты әйттең ошо урында! Балам, тағы ла бер мыжығымды башҡар ҙа... Массаж кремыңды бер ситкәрәк ҡуйып, арҡамды иретелгән ҡаҙ майы менән һылаштыр сәле. Түҙер әмәлем ҡалманы, ярылып бара. Бик тырышып ҡаҡ һөйәккә ҡалған, ҡырғыстай арҡаны майларға керешеп китәм...
Ҡаҙ майы, кер һабыны... Ғәзиз әсәйҙе хәтерләткән һәр нимә шулай ҡәҙерле, күңелгә яҡын булалыр ул. Ә бына бар көнкүреш бысрағын һыпырып, йыуып төшөргән кер һабынының еҫен еҫкәһәм, әсәйемдең аҡ сәсле башына сал башымды эйгәндәй булам!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 13 - 19 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.25 | Ҡаралған: 388

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru