«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

РУХИӘТ ҺАҠСЫҺЫ УЛ
+  - 

"Киске Өфө" - ул минең өсөн рухи аҙыҡ, күңелемде, йөрәгемде йылытҡан баҫма. Был гәзитте уҡығанда үҙ халҡыңдың тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли геройҙары тураһында беләһең, улар менән ғорурланаһың.

"Киске Өфө"нө сыға башлаған йылдарҙан алып уҡыйым. Республика яңылыҡтары, ауыл тормошо, милли байрамдар, халҡыбыҙҙың яулаған уңыштары һәм борсоған мәсьәләләр тураһында мәғлүмәт еткерә ул миңә.
Милли баҫманың төп ҡиммәте - телде һаҡлау, йәш быуында туған телгә, илгә һөйөү тәрбиәләү. "Киске Өфө"ләге ниндәй генә рубриканы алма, уларҙағы материалдар башҡорт халҡының асылын аса, республикалағы яҡшы яңылыҡтарҙы яҡтырта, тәнҡиткә лә ишаралай, тарихи хәтеребеҙҙе яңырта. Шулай уҡ ул ололарға ихтирам, изгелек, тырышлыҡ, тыуған ергә тоғролоҡ кеүек сифаттар тәрбиәләй. "Киске Өфө" гәзитен мин халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, быуындан-быуынға күскән ҡиммәттәрен һаҡлаусы, халыҡ хәтерен тергеҙеүсе баҫма тип ҡабул итәм һәм йыл һайын яҙылам.
"Киске Өфө"нөң тағы бер мөһим үҙенсәлеге - уның халыҡты берләштереү, милли үҙаңды уятыу, илһөйәрлек рухын нығытыуҙағы роле. Гәзитте уҡып, мин үҙемде башҡорт милләтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп тоям, милли асылымды тағы ла нығыраҡ аңлайым.
"Киске Өфө" - ул беҙҙең өсөн маяҡ, рухи терәк. Ул киләсәк быуынға милли рухыбыҙ асылын тапшыра. Шуға күрә мин уны даими уҡып барам, унан рух, дәрт алам. Ул - беҙҙең күңел көҙгөһө, рухи ҡиммәттәребеҙҙең һаҡсыһы.

Таңһылыу МӘЖИТОВА,
Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылы ағинәйе.

"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.25 | Ҡаралған: 437

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru