
Үткән аҙнала Яҡын Көнсығышта башланып киткән хәлдәр бөтөн донъяны хафаға һалды: Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху Иран ядро программаһына ҡаршы операция башлауы хаҡында иғлан итте һәм 13 июнь төнөндә 200-ләгән истребитель менән Ирандың ядро программаһы объекттарын, шул иҫәптән юғары хәрби начальниктар штабын утҡа тотто. Һөҙөмтәлә Ислам революцияһы һаҡсылары корпусының (КСИР) командующийы менән Ҡораллы көстәр генераль штабының начальнигы һәм атомсы физик-ғалимдар һәләк булды.
Тегеран Израилгә йөҙләгән ракета ебәреп, яуап уты асты. Бынан һуң 15 июнгә ҡарай төндә Израилдең иллеләгән истребителе Ирандың Тегерандағы ядро проекты объекттарына тағы һөжүм итте. Өс көн эсендә Израиль армияһы Ирандың 720 хәрби объектын утҡа тотто.
Ике ил араһындағы конфликт халыҡ-ара кимәлдә төрлө ҡараш тыуҙырҙы, ләкин күпселек, мәҫәлән, Рәсәй, Сәғүд Ғәрәбстаны, Британия, Япония, Оман, Индонезия, Венесуэла, Куба, Никарагуа, Һиндостан кеүек илдәр Израиль агрессияһын ғәйепләне һәм Ирандың ядро программаһын дипломатик көйләү юлы менән хәл итергә саҡырҙы.
АҠШ президенты Дональд Трамп шулай уҡ Иранға ядро килешеүе төҙөүҙе тиҙләтергә тәҡдим итте. Уның Израилдә АҠШ ҡоралының күп булыуы һәм унда улар менән нисек эш итергә яҡшы белеүҙәре хаҡындағы белдереүе иҫкәртеү кеүегерәк тә яңғыраны. Ул ғына ла түгел, Ғars менән Mehr мәғлүмәт агентлыҡтары яҙып сығыуынса, әгәр ҙә Иран Яҡын Көнсығыштағы Америка базаларына һөжүм итә ҡалһа, "АҠШ-тың Ҡораллы көстәре бығаса күрелмәгән кимәлдә һеҙгә ябырыласаҡ", тип тә өҫтәне һәм АҠШ-тың Израиль һөжүменә бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте булмауын белдерҙе. "Ҡараҡтың бүрке яна", тигәнсәрәк килеп сыға түгелме был? Сөнки АҠШ-тың Франция менән бергә Израилде яҡлап сығыш яһауы һәм уға Иран һөжүмен кире ҡағыуҙа булышлыҡ итеүе мәғлүм.
Уның ҡарауы, Трампҡа был араларҙа АҠШ-тың эске проблемалары менән ныҡлабыраҡ шөғөлләнеү хәйерлерәк булыр ине лә бит... 14 июнь, Трамптың ниәтләүенсә, икеләтә байрам булырға тейеш ине: беренсенән, АҠШ армияһы үҙенең 250 йыллыҡ юбилейын билдәләһә, ошо уҡ көн Аҡ йорт хужаһына 79 йәш тулды. Ләкин был көн әлеге Израиль - Иран конфликты, шулай уҡ 50 штатта Трамп сәйәсәтенә ҡаршы илде тетрәткән күп меңле митингылар, болалар башланып китте. Протеста ҡатнашыусылар Америка президентының миграция сәйәсәте арҡаһында илдән ҡыуылыуы ихтимал йөҙәрләгән мең кеше мәнфәғәтен яҡлап урамдарға сығырға мәжбүр булған. Митингылар бөтөн ил буйынса - Нью-Йорк менән Чикагонан алып, Сан-Франциско менән Мар-а-Лагоға тиклем барҙы. Урамға сыҡҡан халыҡ президенттан сәйәси йүнәлеште үҙгәртеүен, йә булмаһа властан китеүен талап итә. Йәш ағыҙыусы газ, резина пулялы ҡорал ҡулланып, ҡала полициялары протест белдереүселәр сығышын аяуһыҙ баҫтыра. Тәүге ҡорбандар, йәрәхәттәр алыусылар, һыбайлы полиция аттарының тояҡтары аҫтында ҡалыусылар күбәйә бара. Ниһайәт, резина пулялар ямғырынан ҡасып, митингысылар тирә-яҡҡа һибелә. Дональд Трамп Америка властарының хөсөтсөләр тарафынан ойошторолған һул радикалдар сығышы менән килешергә йыйынмауын белдерҙе һәм Пентагонға, юстиция, эске хәүефһеҙлек министрлыҡтарына илдәге тәртипһеҙлек эҙемтәләре буйынса саралар күрергә ҡушты...
Яҡын Көнсығыш конфликтына килгәндә иһә, күҙәтеүселәр фекеренсә, Рәсәй был юҫыҡта төп аралашсы роленә дәғүә итә. РФ Президенты Владимир Путин Иран президенты Масуд Пезешкиан һәм Израиль премьеры Нетаньяху менән телефон бәйләнешенә сыҡты һәм ике яҡты ла һөйләшеп килешеүҙәр юлына ҡайтырға саҡырҙы. Федерация Советының вице-спикеры Константин Косачев, Израиль менән Иран араһында килеп тыуған хәл өсөн яуаплылыҡтың ҙур өлөшө АҠШ намыҫында, тип белдерҙе, сөнки тап Вашингтон әлеге хәлдәрҙе иҫкәртеү мөмкинлеген биргән Иран ядро программаһының оҙайлы килешеүҙәрен өҙөүҙә ғәйепле. Шуға күрә лә конфликтты артабан йәйелдермәү өсөн Ҡушма Штаттар үҙ өҫтөнә айырыуса ҙур яуаплылыҡ алырға тейеш. Әйткәндәй, Трамптың Иран верховный лидеры Али Хаменеины юҡ итеү буйынса Израиль планына тыйыу һалыуы ана шул яуаплылыҡты таныуылыр ҙа, бәлки. Мәғлүмәт сығанаҡтарының береһе белдереүенсә, бәхеткә, был йәһәттән Ирандың сәйәси етәкселәрен эҙәрлекләү хаҡында әлегә һүҙ бармай.
Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ лидеры Дональд Трамп телефондан аралашҡанда Иран ядро программаһы буйынса һөйләшеүҙәр юлына ҡайтыу мөмкинлеге хаҡында фекер алышты. Иран үҙенә ҡарата агрессия туҡтатылған хәлдә Израилгә һөжүмде шулай уҡ туҡтатырға әҙер булыуын белдерҙе. Ә бына Израиль Тегеран ядро программаһына ҡағылышлы килешеүҙәргә өлгәшеүҙе теләмәй, тип белдерә Ислам республикаһының сит ил эштәре министры Аббас Аракчи.
Әйткәндәй, һуңғы яңылыҡтарҙа Украинаның һәләк булған 1212 һалдаттарының кәүҙәһен ҡабул итеп ала башлауы хаҡында хәбәр ителә.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА