«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СОЛОҠСОЛОҠ БАШҠОРТТАРҘЫҢ ТӨП ШӨҒӨЛДӘРЕНЕҢ БЕРЕҺЕ
+  - 

Бер мәл бал ҡорттары менән уғата ҡыҙыҡһынып киттем. Беренсенән, бал ҡорттары, солоҡ ағастары үҙҙәре үк миндә оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Икенсенән, бал ҡорттары тотоу иҡтисади йәһәттән дә бик файҙалы эшмәкәрлек.

Тәрән тамырлы һәм бал ҡорттары оя ҡорған ағас солоҡ тип атала. Солоҡ ағасы тамырынан өҫкә ҡарай бер ярым йәки ике сажин самаһы оҙонлоҡта була. Башлыса, ҡарағай, имән, йүкә, ҡарама ағастары солоҡсолоҡ өсөн бик ҡулай була. Башҡортостанда мин бер юлы ике-өс солоҡ урынлашҡан мөһабәт ҡарағайҙарҙы осратҡаным булды. Солоҡ һүҙе, минең уйымса, йә сармат, йә славян һүҙе булырға тейеш. Был шөғөлдөң боронғолоғон дәүерҙәр аша беҙгә килеп еткән ҡулъяҙмалар иҫбат итә. Солоҡто һаҡлау тураһында Ярославтың һәм Изъяславтың Новгород халҡы өсөн ҡабул иткән 1016 йылғы законы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Шул законға ярашлы, солоҡто урлау оло ғәйеп һаналған һәм уның өсөн тейешле язаһы ла булған. Әйткәндәй, батша Алексий Михаил улы ла 10-сы бүлектең 218, 219 статьяларында солоҡто һаҡлау буйынса үҙ ҡарарҙарын индергән. Башҡорттар араһында бишәр йөҙ, йә иһә меңәр солоғо булған ғаиләләр бихисап. Башҡорттар ҙа үҙҙәренең солоҡтарын күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлай.
Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн башҡорттар әллә ни күп көс һалмай. Иң мөһиме - таҙа һәм ҡоро солоҡтарҙың ваҡытында әҙер булыуы. Ҡош-ҡорттан, хайуандарҙан солоҡтарҙы һаҡлау кәрәк, шулай ҙа. Күп кенә солоҡто айыу эшлектән сығара. Умарта ни тиклем юғарылыҡта эленеп тормаһын, тайыш табан өҫкә йылп итеп менеп китә лә, бал ҡорттарын үлтереп, бал ашарға керешә. Әммә тәмле тамаҡ та бындай осраҡта ҙур зыян күрә: бал ҡорттарынан аяуһыҙ тешләнеп, айыуҙың бөтә тәне сей йәрәхәттәр менән тула. Башҡорттар һөйләүенсә, ҡайһы саҡ ағас башына бал ашарға үрмәләгән айыуға шул тиклем күп бал ҡорттары һырый, хатта бахыр януар тиҙ генә аҫҡа төшөп, үкерә-үкерә ерҙә аунарға, йә иһә йылғаға сумырға мәжбүр. Бал ҡорттарынан шул рәүешле ҡотолғандан һуң, айыу йәнә ағасҡа үрмәләй һәм балды ашап бөтмәйенсә, солоҡто ташлап китмәй. Уның был мутлығын солоҡтоң хужалары ғына туҡтата ала - ғәҙәттә, бур айыуҙы үлтерергә тура килә.
Айыуҙы үлтереү өсөн башҡорттар әллә күпме ысулдар уйлап тапҡан. Мин был ысулдарҙың иң билдәлеләрен генә һанап үтеп китәм:
- Солоғо булған ағас янына айыу эйәләһә, ағастың иң башына йыуан төпһә бәйләп элеп ҡуялар - өҫкә менеп барған айыу, ҡамасаулаған төпһәне бер ҡыйынлыҡһыҙ ситкә этәреп ебәрә һәм йәнә алға ынтылырға маташа. Тик төпһә, айыу уны нисек этеп ебәргән булһа, бәүелеп, шулай уҡ кире урынына барып тора. Айыу, асыуланып, төпһәне йәнә ситкә этәреп ебәрә. Шул уҡ көс менән кире әйләнеп ҡайтҡан төпһә айыуға тейә һәм уның асыуын йәнә ҡабарта. Йыуан төпһә барыбер айыуҙы ергә йығып төшөрә һәм, ғәҙәттә, тәмлетамаҡ алған йәрәхәттәренән йән бирә. Йәки башҡорттар ергә ағас ҡаҙыҡтар ҡағып сыға һәм уларҙың өҫтөнә ҡолап төшкән айыу шунда уҡ йән бирә.
- Солоҡло ағасҡа менгән саҡта айыуға алдан осланып ҡуйылған ағас таяҡтар ҡамасауламай. Бал ашап туйған айыу аҫҡа төшә башлай һәм аяҡтары менән осланған ағас таяҡтарға эләгеп, йәрәхәтләнә. Йәрәхәттәрҙән ҡанға батҡан, йә иһә ауыртыуҙарға түҙә алмай, өҫтән төшкән айыу ахыр сиктә йән бирә.
- Ҡағылыу менән үҙенән-үҙе атҡан ҡулайламалар ҙа бал яратыусы айыуҙар өсөн хәүеф тыуҙыра. Ләкин был ҡулайламалар ҡайһы саҡ яҙа ата һәм хәйләкәр айыу, эштең ниҙә икәнлеген аңлап ҡалып, артабан һаҡлыҡ менән генә йөрөргә тырыша. Солоҡҡа шулай уҡ тумыртҡалар ҙа ҙур зыян килтерә. Башҡортостанда бер бөжәк балды ғына түгел, бал ҡорттарын да бергә ашай. Немец телендә был бөжәк горниссе тип атала. Был бөжәктәрҙең башында бәләкәй генә мөгөҙҙәр ҙә бар. Горниссе нимәһе менәндер һағыҙаҡтарға ла оҡшаш, ләкин улар күпкә ҙурыраҡ. Башҡорттар һөйләүенсә, был бөжәктәр атты ла үлтерә ала (Автор күгәүендәрҙе күҙ уңында тотҡандыр ахыры - тәрж.) Бал ҡорттарына уларҙың бигерәк тә зыяны ҙур. Был бөжәктәрҙе юҡ итер өсөн ямғырлы төндө ояларын табып, унда эҫе һыу ҡойорға йә яндырырға кәрәк. Кешегә лә зыяны бар был бөжәктең - ул тешләгән урын шешеп сыға һәм оҙаҡ ваҡыт уңалмай. Улар үҙҙәренең ояларын стена буйына йә түшәм аҫтында яһаусан, әммә күпселеге бал ҡорттарын ҡыуып сығарып, солоҡтарҙа, ағас ҡыуыштарында йәшәй. Былтыр йәй улар минең дачамда торған ике солоғомдо эштән сығарҙы.
Башҡорттар балды һәм балауыҙҙы ҡалаға, йәрминкәләргә алып барып һатыусан. Башҡортостандың үҙенән генә меңәрләгән бот самаһы бал ситкә һатылып ебәреләлер, минеңсә. Башҡорттар балдан эсемлек тә яһай: уның өсөн улар ҡороттан әсетке эшләй һәм уның өҫтөнә утта йылытылған бал ҡоя. Был масса тиҙ арала әсеп тә ҡуя.

Петр РЫЧКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 25 июнгә тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru