
йәғни Алтаҡталарҙағы сит һүҙҙәр аптырата ла, аҙаштыра ла.
"Тел яҙмышы - ил яҙмышы", тип бик хаҡ әйтә халҡыбыҙ, сөнки телен онотҡан илен дә, үҙен донъяға тыуҙырған әсәһен дә онотасаҡ. Ул ғына ла түгел, туған телен онотҡан - үҙ йөҙөн, асылын юғалта, ә был уның яҡты донъяға кеше булып тыуыуының мәғәнәһен юҡҡа сығара. Ә кем ул - телһеҙ, илһеҙ, ата-әсәһеҙ, йөҙһөҙ, йөкмәткеһеҙ? Аллаһ һаҡлаһын, ул кеше түгел, ә дала ҡамғағы, тимәк.
Дума депутаттары алдында сығыш яһап, билдәле режиссер Никита Михалков: "Берәй сит ил кешеһен машинаға ултыртып, Рәсәйҙең теләһә ҡайһы ҡалаһы буйлап йөрөтөргә тура килһә, ул үҙенең Рәсәйҙә икәненә ышанмаясаҡ та, сөнки урамдарҙағы алтаҡталар һәм магазин йәки ойошмалар атамаларының кәмендә 90 проценты латин хәрефтәре менән яҙылған инглиз һүҙҙәренән ғибәрәт", - тип бик дөрөҫ әйтте. Ысынлап та, бөгөн сит тел һүҙҙәре туған телебеҙҙе ҡыҫырыҡлай башланы түгелме? Ғөмүмән, бөгөн эшлекле даирәләрҙә генә түгел, хатта көнкүрешебеҙҙә лә (сөнки хәҙер сабыйҙарҙан алып, ауыл әбейҙәренә тиклем гаджет ҡуллана) сит ил һүҙҙәре менән аралашыуға күсте.
Әлбиттә, интернет ҡулланғанда дөйөм ҡабул ителгән сит ил һүҙҙәренән арынып булмағанда ла, тормошобоҙҙоң башҡа өлкәләрендә туған тел хазинабыҙҙы иркен файҙаланыу мөмкинлеген беҙгә бер кем дә тыймай, ләкин, йәнәһе лә, "уҡымышлы" һәм дә текә булып күренеү теләге еңә, күрәһең: бәғзе берәүҙәр күпселек өсөн аңлашылып етмәгән терминдар менән эш итеүҙе, йәғни сит һүҙҙәрҙе туған теленән өҫтөнөрәк ҡуя һәм әсә телебеҙҙә матур тәржемәһе, хатта бына тигән мәғәнәле, тасуири синонимдары булыуға ҡарамаҫтан, үҙ телен һанға һуҡмай маташа. Был үҙ-ара көндәлек аралашыуҙа ғына түгел, бигерәк тә эшлекле һәм фәнни даирәләрҙә, интернеттың яңылыҡтар таҫмаларында күҙ-ҡолаҡҡа сүп булып эләгеп кенә тора. Теге йәки был яңы ғына үҙләштерелгән "модалы" һүҙ аңлашылмаған хәлдә, уның рус теленә тәржемәһен ҡараниһәң, бына тигән аҫыл һүҙ хазиналарына тап булаһың.
Туған тел мөмкинлектәрен ҡыҫырыҡлаусы икенсе өлкә - әлеге алтаҡталар теле. Дөрөҫ, сит ил компаниялары Рәсәйҙән киткәс, улар тауар маркалары - фирма атамаларын да үҙҙәре менән алып китте, ләкин ватан етештереүселәре, һатыусылары һәм хеҙмәтләндереүселәре нишләптер ойошмаларын "серле" сит ил һүҙҙәре менән атап ҡырҡыша. Бының өсөн Рәсәйҙең ҙур ҡалалары урамынан үтеү ҙә кәрәк түгел, үҙебеҙҙең туған баш ҡалабыҙ Өфө урамдарына күҙ һалыу ҙа етә. Мәҫәлән, Өфө бизнесмендары Мәскәү коллегеларынан һис тә ҡалышмай. Башҡортостан баш ҡалаһында аҙым һайын беҙҙе "coffee", " open", "fresh", "sale" һәм "beer"ҙар саҡырып тора. Ә бит шул уҡ атамаларҙы матур һәм аңлайышлы итеп русса-башҡортса яҙып ҡуйырға була. Әллә, тейем, аптырағас, инглизса яҙһаң, кофе эсемлегенең тәме үҙгәреп, телде йоторлоҡ булып китәме икән? Әллә сит ил яҙыуы менән йәштәрҙе йәлеп итергә маташыуҙары микән? Ҡасандыр "Башҡортостан" ( тик хәҙер ул аңлашылмаған сәбәптәр менән "Башкирия" тип үҙгәртелде) сауҙа үҙәгендә "Ҡәһүәхана" ла эшләп тора ине лә бит, ул атаманы ла алып ташланылар.
Башҡортостанда йәшәп тә, урындағы йола һәм колориттарҙы яратмаған, уның ҡиммәттәрен баһаламаған, фәҡәт теләһә ниндәй сит ил рәүешенә теҙләнеүсе бахырҙар байтаҡ әле беҙҙә лә. Бахыр була инде, үҙ теленән баш тартып, туған йола-хазиналарын һанламаған әҙәмдәрҙе башҡаса нисек атарға? Ситтәрҙе хеҙмәтләндерергә теләгәс, ниңә һуң шул тарафтарға китеп эшләмәҫкә уларға? Әәә, уларҙың унда кәрәге лә юҡ икән шул: ситтәрҙең үҙҙәренеке етерлек. Тимәк, бынан шундай һабаҡ алырға ғына ҡала: үҙ ватаныңды, уның закондарын, ҡиммәттәрен һәм талаптарын ихтирам итеп, клиенттарың күңелен күреп, үҙ эшеңде башҡарырға; башҡаһына ҡыҫылмаҫҡа, сөнки ниндәй генә яҙыуҙар һәм рекламалар менән үткенсе иғтибарын йәлеп итергә тырышма, алтаҡталар мәсьәләһе компания, ойошма, магазин, ресторан, кафе хужаларының шәхси эше генә түгел, ул ҡала мөхитен билдәле бер тәртиптә һәм талап ителгәнсә, тел закондарына ярашлы һәм грамоталы итеп ҡороусы, ойоштороусы дизайн-код бурысы һанала. Архитектор Егор Попов әйтеүенсә, дизайн-код урамдағы юл күрһәткестәр менән билдәләрҙән алып, туҡталыштар һәм хатта сүп-сар һауыттарына тиклем биҙәлештәрҙе лә контролдә тотоу хоҡуғына эйә.
Шул уҡ ваҡытта Өфөлә алтаҡталарҙың архитектура-художестволы мәғлүмәти биҙәлеше тураһында документ ғәмәлдә. Уның буйынса үҙ эшен асҡан һәр эшҡыуар үҙ ойошмаһы алтаҡталарының өлгөһөн "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында" БР һәм "Реклама тураһында" федераль закондарға ярашлы, дәүләт телдәрендә яҙҙырып, өлгө варианттарын Өфө ҡала хакимиәтендә раҫлатҡандан һуң ғына элеп ҡуя ала. Үкенескә, был эште ойоштороуҙа баш ҡалабыҙҙа әле булһа тәртип юҡ, был өлкәләге закондарҙы бар тип тә белмәй башланылар һәм алтаҡталар башҡорт-рус дәүләт телдәрендә яҙылырға тейеш булып та, уларҙың күпселеге фәҡәт инглиз телендә генә яҙылып эленә. Йә булмаһа, рус телендә яҙылып та, башҡорт телендәге тәржемәһе күрәләтә һанға һуғылмай, алтаҡталағы законлы урынынан төшөрөп ҡалдырыла.
Бәғзе бер эшем эйәләре үҙҙәренең Рәсәйҙәге иң ҙур төбәк һаналған Башҡортостан Республикаһында йәшәп, аҡса һуғып ятыуҙары хаҡында ла онотоп китә, күрәһең. Һуңғы йылдарҙа был мәсьәләне контролдә тотоусы ла юҡ. Кем нимә теләй, шуны яҙып элә. Өҫтәүенә, Евросоюз илдәре тарафынан Рәсәйгә иғлан ителгән санкцияларға ла, уларҙың русофобик мөнәсәбәттәренә лә ҡарамаҫтан, илебеҙҙә һәм уның төбәктәрендә сит ил терминдары, атамалары менән мауығыуҙар, ғөмүмән, сит-ят рәүештәр алдында һуҡырҙарса табыныу күренештәре ғәжәп итә. Урамдарыбыҙҙы сит тел һүҙҙәре баҫып алды. Был мәсьәлә менән шөғөлләнергә тейешле чиновниктар үҙҙәренең туранан-тура вазифа бурыстарын тамам онотһа ла, Рәсәй Президенты Владимир Путин рус теле һәм Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм яҡлау, туған телдәрҙең таҙалығы мәсьәләһенә күптән иғтибарҙы йүнәлтә килә. Мәҫәлән, һуңғы тапҡыр ул был хаҡта Рәсәйҙә Рус теле, Пушкин көндәре айҡанлы рус теле һәм илдәге башҡа халыҡтар телдәрен күтәрмәләү тураһында дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыу буйынса Совет ултырышында һөйләне. Президент "сит ил һүҙҙәрен вульгар һәм механик рәүештә үҙләштереүҙән" арынырға ҡушты. Бигерәк тә, әгәр терминдарҙың рус телендә тәржемәһе булған хәлдә, тине ул. Уның һүҙҙәренсә, "кириллицаны файҙаланырға кәрәк, ә латиница һәм башҡа символдарҙан бутҡаны түгел".
Әйткәндәй, ошо юҫыҡта инглиз һүҙҙәрен һәм терминдарҙы сикләү тураһында закон проекты 2023 йылдан бирле ҡаралмай ятҡан икән. Президент уны ҡарауҙы тиҙләтергә ҡушты. Совет ултырышынан һуң ике аҙналап ваҡыт үткәс, ниһайәт, Дәүләт Думаһы алтаҡталарҙы һәм рекламаларҙы рус теленә күсереү хаҡында закон ҡабул итте. (Иҫкәрмә: был закон тауар билдәләренә ҡағылмаясаҡ). Ошоноң менән бәйле, Башҡортостаныбыҙ баш ҡалаһы Өфөлә лә алтаҡталар яңыра башлар һәм урамдарыбыҙ туған телебеҙ йылыһынан йәмләнеп, нурланып, балҡып китер һәм баш ҡалабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре, шулай уҡ килгән ҡунаҡтар теге йә был ойошманың исемен танымай аҙашып, уны эҙләп ҡаңғырып йөрөмәҫ, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Юғиһә, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары иғтибарына яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов тарафынан былтыр уҡ ҡуйылған инглиз атамалары хаҡындағы мәсьәлә эҙһеҙ-ниһеҙ онотолоп ҡуйҙы түгелме? Бөгөн бына уны ҡабаттан тергеҙергә форсат тыуҙы: йоҡлап ҡалмайыҡтар!
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 27 июнь – 3 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА