«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТРАДИЦИЯЛАР ТӘРӘНЛЕГЕНӘН ТЕХНОЛОГИЯЛАР БЕЙЕКЛЕГЕНӘ
+  - 

Шулай итеп, 2 июлдә Өфөләге "Торатау" конгресс-холында XIII Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар советы һәм Студент фәнни берләшмәләре съезы үҙ эшен башланы.

"Традициялар тәрәнлегенән - технологиялар бейеклегенә тиклем" тип аталған сараға илдең төрлө төбәктәренән йәш ғалимдар, студенттар берләшмәләре әүҙемселәре, дәүләт ярҙамы алған йәш ғалимдар Рәсәй Президентының фән һәм инновациялар өлкәһендә йәш ғалимдар өсөн премияһы лауреаттары, фән, технологиялар һәм юғары белем биреү өлкәһендә идара итеү кадрҙары резервын үҫтереү программаһын тамамлаусылар, йәштәрҙең төрлө ғилми берләшмәләре вәкилдәре йыйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтары съезының пленар ултырышында сығыш яһап, "Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп, талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине, республика өсөн был - оло мәртәбә", - тип белдерҙе һәм форумды Өфөлә үткәрергә тигән ҡарар өсөн Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығына рәхмәт белдерҙе.
Ҡатнашыусылар ҙа форум сиктәрендә ойошторолған сараларҙан, күргәҙмәләрҙән, төрлө экскурсиялар, осрашыуҙарҙан ҡәнәғәт булып, үҙҙәренең матур фекерҙәре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Денис Секиринский, Башҡортостан - ғәҙәттәгесә, фәнни-технологик үҫеш буйынса алдынғылар рәтендә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм: "Төбәктәрҙең фәнни-технологик үҫешенең милли рейтингында тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн мөхитте баһалаған субрейтинг бар. Ул Рәсәй Федерацияһының теге йәки был субъектындағы тикшеренеүселәргә ни тиклем уңайлы булыуын күрһәтә. Был субрейтингта Башҡортостан - беренсе урында", - тигән баһаһын еткерҙе.
"Курчатов институты" ғилми-тикшеренеү үҙәгенең мегасайенс проекттар буйынса директор урынбаҫары, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы рәйесе Никита Марченков, Башҡортостан шулай уҡ йәш ғалимдарға ярҙам итеү буйынса ла илдә беренсе урынды биләй, тип әйтеп үтте. "Быйыл төбәктәр араһында съезды үткәреү урыны өсөн етди көрәш булды. Башҡортостан хаҡлы рәүештә еңеү яуланы, тип иҫәпләйем", - тине Никита Марченков.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров йәш ғалимдар һәм тотош Башҡортостан өсөн күләмле саралар үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне. "Бындай ваҡиғалар фән менән шөғөлләнгән тикшеренеүселәргә үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә, ғилми эшмәкәрлектең абруйын арттыра, - тине Башҡортостан Башлығы. - Бынан тыш, республика башҡа төбәктәрҙә эштең нисек ойошторолоуы, йәш ғалимдарҙың ниндәй ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүе тураһында ҡыҙыҡлы тәжрибәләргә эйә була".

"Киске Өфө" гәзите, №26, 4 - 10 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.25 | Ҡаралған: 89

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru