
"Ғаилә" республика ресурс үҙәгенә килгән бөтә ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәттәренең 80 проценты ғаиләлә көс ҡулланыу менән бәйле. Был хаҡта учреждение директоры урынбаҫары Ангелина Девятерикова һөйләй.
Уның билдәләүенсә, бындай проблема имен булмаған ғаиләләрҙә генә осрамай - абьюздан һәм туҡмалыуҙан зыян күргән ҡатындар уңышлы тормош алып барған, бер-нисә юғары белемгә эйә ханымдар, уларҙың ирҙәре лә йәмғиәттә юғары дәрәжә биләгән ир-ат. Ангелина Девятерикова белдереүенсә, ғаиләлә көс ҡулланыу ҡорбандарының 20-25 проценты яңы тормош башларға теләй, ә 75-80 процент араһында тирандарға кире ҡайтыусылар осрай.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина билдәләүенсә, бындай мәсьәләләрҙең һәр ваҡыт ике аспекты бар - юридик һәм психологик. "Ғаиләләге низағ факты буйынса административ эштәр ҡаралғанда - был административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында республика кодексында ҡаралған иң ябай административ эш. Әммә күпселек осраҡта административ комиссиялар һәр ваҡыт ниңәлер ике яҡ та ғәйепле тип иҫәпләй, һәм күпселек осраҡта агрессор ҙа, ҡорбан да яуаплылыҡҡа тарттырыла. Минең тәжрибәмдә ирҙе ҡулын күтәргән өсөн, ә ҡатынды көслө итеп ҡысҡырғаны өсөн яуаплылыҡҡа йәлеп итеү осраҡтары бар", - тип аңлатты Зөлфиә Гайсина.
Абьюзерҙы нисек танырға? Табип-психиатр, психотерапевт Татьяна Иващенко билдәләүенсә, абьюзер ир-егеттәр - йыш ҡына юғары борсолоу тойғоһо кисергән, үҙ-үҙен түбән баһалаған шәхестәр. Улар үҙҙәренең йәмғиәттә лайыҡлы урын ала алмауҙарын башҡа кешене рәнйетеүҙәре менән "баҫа".
Әммә ғаиләлә көс ҡулланыуға ынтылыш амбициялы, уңышлы кешеләрҙә лә бар. Бында төп сәбәп - уларҙың бала саҡта атай-әсәйҙәре тарафынан яҡлау, танылыу алмауында.
Белгес әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бындай тирандан китмәүендә психологик реакция ята. Улар ирҙәрен ике кеше - уны рәнйетеүсе "насар" һәм икенсе көнөндә сәскәләр тотоп килгән һәм ғәфү үтенгән "яҡшы" кеше булараҡ ҡабул итә. Улар "яҡшы ирҙең" килеүен, ә "насарының" китеүен көтөп йәшәй. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәлдең яҡшыға үҙгәрмәйәсәген ҡорбандар һуңлап аңлай.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 11 - 17 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|