«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫНЫС ХЕҘМӘТТӘ ЛӘ...
+  - 

"Башҡортостан Геройҙары" программаһы, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ҡабул ителгән "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының төбәк ҡушымтаһы булараҡ, 2025 йылдың 24 февралендә эшләй башланы. Уның төп маҡсаты - артабан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы предприятиеларында эшләү өсөн Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм ветерандарҙан идара итеү резервын туплау.

Проект менән төбәк Башлығы Радий Хәбиров шәхсән үҙе етәкселек итә. "Беҙ геройҙарыбыҙҙың тыуған төйәгебеҙгә еңеү менән ҡайтыуын көтәбеҙ. Алғы һыҙыҡта улар булдыҡлы етәксе, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн бик мөһим сифаттарға эйә булды. Тәү сиратта был - намыҫ һәм абруй, бурысҡа тоғролоҡ, Ватанға бирелгәнлек. Ысын патриотизм һәм яуаплылыҡ тойғоһо уларға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең сәскә атыуы өсөн йүнәлтелгән тыныс хеҙмәттә ярҙам итер, тип ышанам", - ти Радий Фәрит улы.
Илдус Васим улы Ғәббәсов "Башҡортостан Геройҙары" программаһы сиктәрендә әҙерлек үтеүселәр исемлегенә ингән. Ул Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән 2023 йылдың июнь айында китә. 31-се "Башҡортостан" полкында инженер-техник взвод командиры булып хеҙмәт итә. "Мин - запастағы офицер. Өлкән лейтенант дәрәжәһендәмен. Ватаныбыҙ алдында бурысымды үтәү маҡсатын күҙҙә тотоп, Махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән яҙылдым. Төрлө саҡтар булды, хәрби иптәштәрҙе юғалтыу бигерәк ауыр, башҡаһына түҙеп була", - ти ул. Илдус Вәсим улы Луганск Халыҡ Республикаһының Кременная ҡалаһы йүнәлешендә барған ауыр алыштарҙа ҡатнаша. Йәше тулыу сәбәпле, 2024 йылдың мартында, утҡа инеүенә туғыҙ ай тигәндә, демобилизация буйынса тыныс тормошҡа кире ҡайта.
Илдус Вәсим улы сығышы менән Әлшәй районының Торонтайыш ауылынан. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын инженер-гидротөҙөүсе һөнәре буйынса тамамлағас, хеҙмәт юлын Өфөлә башлай. Проектлау институттарында, төрлө төҙөлөш ойошмаларында эшләй. Ул "Сағыу" ("Яркий), Минһажев, Күперле торлаҡ комплекстары кеүек ҙур проектарҙы ғәмәлләштереүҙә ҡатнаша. Бөгөнгө көндә Өфө ҡала хакимиәтенең капитал төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй. Әйткәндәй, МХО-ға ла ул ошо кабинеттан китә.
"Башҡортостан Геройҙары" программаһына ингән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар бер йыллыҡ әҙерлек үтә. "Уҡыу, яңы белем үҙләштереү бер ваҡытта ла һуң түгел. Яңы белем бер ваҡытта ла артыҡ булмай. Ошо күҙлектән сығып, документтарымды комиссия ҡарамағына тапшырырға булдым. Әгәр мөмкинлектәремде тейешенсә баһалап, артабан мине ҡыҙыҡтырған эш, вазифа тәҡдим итәләр икән, республика, илебеҙ өсөн яңы урында хеҙмәт итергә әҙермен", - тип һөйләне Илдус Ғәббәсов.

"Киске Өфө" гәзите, №28, 18 - 24 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.25 | Ҡаралған: 90

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru