«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘЙ КӨНДӘРЕ НИСЕК ҮТӘ?
+  - 


Йәй көндәре нисек үтә: тәбиғәт ҡосағында, йылға, диңгеҙ буйҙарындамы, әллә баҡсала көсөргәнешле хеҙмәт, еләк-емеш йыйыу менәнме, әллә ейән-ейәнсәрҙәр менән мәж килеү өҫтөндәһегеҙме?

Ынйы ӘҺЛИУЛЛИНА, Күгәрсен районы:
Йәйҙәрем шатлыҡҡа, яңы тәьҫораттарға тулы үтә. Бер көндө урманға йәки тауҙарға сығып, тәбиғәт ҡосағында саф һауа һулап, йомшаҡ үләндә ятып, күбәләк осҡанын күҙәтеп ял итәм. Башҡа бер көндә йылға ярына төшөп, һыуға сумып, ҡояшта ҡыҙынып, туғандар йәки дуҫтар менән аралашам. Байтаҡ көндәремде баҡсаға арнайым - көсөргәнешле хеҙмәттән һуң баҡса емешен ауыҙ итергә лә, матур сәскәләрҙең үҫеп китеүен күреп ҡыуанырға ла өлгөрәм. Еләк-емеш йыйырға сыҡҡан саҡта бал ҡорттарының тырышлығын күҙәтәм, ихата тулы хуш еҫкә һоҡланам. Ҡыҙым менән улымды һағынып килгән туғандарымдың балалары ла йәйге ялыбыҙҙы биҙәй - бергәләп сәфәргә сығабыҙ, уйын ойошторабыҙ, тәбиғәт күренештәре тураһында һөйләшәбеҙ. Көсөргәнешле уҡыу йылынан һуң балаларҙың һәр көнөн иҫтәлекле, йөрәкте йылытыр аралашыуҙар, әңгәмәләшеүҙәр менән үткәрергә тырышабыҙ.
Яңыраҡ бер хеҙмәттәшем: "Ни өсөн сит илгә сәйәхәткә сыҡмайһығыҙ? Беҙ ғаилә менән, аҡса йыйып булмаһа, йыл һайын кредит алып булһа ла диңгеҙгә барабыҙ ул", - тип әйтеп ҡуйҙы. Диңгеҙ күрәм, тип, беҙҙең илгә ҡаршы булған, уныһынан да бигерәк, беҙҙең туристар иҫәбенә байып, шул аҡсаға Рәсәйгә ҡаршы ҡорал алырға ярҙам иткән ҡитғаларға китеп бармаҫмын инде! Әлбиттә, был фекеремде әңгәмәсемә әйтмәнем. Диңгеҙ тулҡындары тураһында хыялын селпәрәмә килтереүҙән ҡурҡҡан өсөн түгел. Уның мине аңламаясағын белгәнгә өндәшмәүҙе хуп күрҙем.
Башҡортостан йылғаларын бер ниндәй диңгеҙгә лә алмаштырмайым. Беҙҙең аҡҡан йылғаларҙың һыуы таҙа, саф, үҙе геүләп-шыжлап, йырлап аға. Балыҡ юҡ, һыу бысраҡ йәки һыуыҡ, быларҙың барыһына ла йылғаларҙы быуыу, һыуһаҡлағыстар төҙөлөү сәбәпсе, тигәндәргә лә яуабым әҙер. Балыҡ та бар, һыуыбыҙ ҙа таҙа беҙҙең. Бына яңы ғына Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы шифаханала ял итеп ҡайттыҡ. Сит илдекененән бер нәмәһе менән дә кәм түгел. Артыҡ булмаһа әле! Рәхәтләнеп үҙебеҙҙә, урында етештерелгән ризыҡ менән туҡландыҡ, һыу индек, ҡыҙындыҡ. Һәр иртә урман тауышы, ҡоштар йыры уятты. Кисен йылға өҫтөндәге ай нурҙары, ҡоштар һайрауы, яһалма диңгеҙ тулҡыны - барыһы ла рухымды күтәреп, күңелемә ҡөҙрәт өҫтәп ҡайтарҙы. Әлбиттә, диңгеҙҙәр киңерәк, тулҡыны көслөрәк, тирә-яғы икенсерәк, ә Башҡортостан йылғаларында - яҡынлыҡ, йылылыҡ, таҙалыҡ, мөхәббәт, тыуған ергә тоғролоҡ бар. Шуға күрә миңә ҙур диңгеҙҙәр кәрәкмәй, үҙебеҙҙең йылғалар имен булһын.

Ғәйнулла РАХМАНҒОЛОВ, Мәләүез районы: Йәйге ял Хеҙмәт ғәле йәнәптәре менән ҡушарлап үтә. Аҙыраҡ аҡса эшләп алырға ла форсаты сығып ҡына тора. Үҙебеҙсә әйткәндә, "калым" күбәйә инде был осорҙа: кемгәлер гараж кәрәк, икенселәр иҙән һалыуымды һораны - ошо шөғөлдәрем үҙе минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Һәр заказ, һәр проект үҙенсә ҡыҙыҡлы: кемдер үҙенә бәләкәй, бик ябай гараж теләй, икенсеһе иһә иркен, ҙур, йылытыулы, һаҡсыл бина тураһында хыяллана. Һәр клиенттың үҙ маҡсаты, үҙ теләге - мин уларҙың барыһын да тормошҡа ашырырға тырышам. Ҡайһылыр эште тиҙ арала, ҡайһыһын ентекләп, ләкин юғары сифат менән эшләйем.
Ғөмүмән, мин һәр эшемде яратып башҡарам, сөнки кешеләргә ысынлап та файҙа килтереүемде беләм. Һәр яңы проектты ҙур ихласлыҡ менән башҡарып, клиенттарҙың ышанысын ҡаҙанып йәшәйем. Һәр эшем - минең хеҙмәтем, тәжрибәм, күңел көсөм емеше. Ваҡыт үткән һайын, урамдар буйлап йөрөгәндә, үҙем эшләгән эштәрҙе күреп, күңелем йылына. Ҡайһы бер клиенттарым рәхмәт әйтеп, минең хаҡта дуҫтарына, күршеләренә һөйләй, тағы заказдар өҫтәлә. Был өлкәлә күп нәмәгә өйрәндем: матди яҡтан да, оҫталыҡ серҙәре яғынан да. Ләкин иң мөһиме - мине эшемдең кешеләргә кәрәкле булыуы, уларҙың ышанысын аҡлауы ғорурландыра.
Әлбиттә, ғаилә менән ял итергә лә тырышам. Ейән-ейәнсәрҙәрем менән туйғансы аралашыу, уларҙың шатлығын күреү, ваҡытты бергә үткәреү минең өсөн бик мөһим. Шул бәләкәстәрҙең күңелен күрер өсөн генә лә өҫтәмә эш алырға тура килә ҡайһы берҙә. Улар ҡыуанысын күреү - үҙе бер рухи байлыҡ, ниндәй генә эш хаҡынан да ҡиммәтерәк. Эш араһында Нөгөш һыуһаҡлағысына барып, теплоходта елдәй елкенеп, тулҡындарҙы кисеп, урман-тауҙар араһында йөрөп ҡайттыҡ. Йәнәш ултырған ейәнсәрҙәрҙең көлөшөүе кәйефте күтәреүе, һыу өҫтөндә яҡтыраҡ булып балҡыған ҡояш - быларҙың барыһы ла бәхетле мәлдәр, һөйөнөслө, йылы тәьҫораттар.
Ғаилә менән Торатауға ла күтәрелдек. Йыл да бер тапҡыр булһа ла изге тауға артылыу - үҙе ҡыуаныс. Бейеклектән киңлеккә һоҡланып, балалар менән бергә сәй эсеп, фотолар төшөрөп, өмөт, шатлыҡ, тыныслыҡ йыйып ҡайтаһың. Тап бына ошондай ваҡытында мин ял итәм. Яратҡан эшем һәм яратҡан ғаиләм менән үҙемде бәхетле тип һанайым. Янымда ейән-ейәнсәрҙәрем, ғаиләм булғанда күңелем тыныс. Ысын ял шулдыр, тип уйлайым.

Эльвира СӘЛИХОВА, Көйөргәҙе районы: Йәйге ялым, йылдағыса, емеш-еләк йыйыу, баҡса уңыштарын йыйып эшкәртеү, ҡышҡылыҡҡа запас туплау менән үтә. Баҡсама иртә яҙҙан уҡ күңел биреп ҡарайым: төрлө йәшелсә-емеш, еләк-емеш үҫтерәм, һәр үҫентене һаҡлап, ваҡытында сығарып, ауырыуҙан һаҡлап тәрбиәләйем.
Йәй еткәс, уңышының муллығына һөйөнөп, еләк-емеште оло һауыттарға йыям, ҡайнатма, компот ҡайнатып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйем. Сейә, алма, ҡарағат, алманан барыһы бергә йөҙләгән банка компот ябам. Әллә ҡайҙа, әллә нисек эшләнгән һуттарҙы ғүмерҙә лә һатып алғаным юҡ. Алғаным да, эскәнем дә булманы, балаларға ла шулай өйрәттем. Ҡыяр, помидор тоҙларға әле саҡ ҡына иртәрәк, шулай ҙа банкалар, ҡапҡастар күптән әҙерләп ҡуйҙым инде. Ҡыш еткәс, үҙем эшләгән һуттар, компоттар, ҡайнатмалар, үҙ баҡса емешенән әҙерләнгән витаминлы салаттар - минең тырышлығымдың емеше, күңелемдең йылыһы барыһы ла өҫтәлгә ҡунаҡлай, балаларға, туғандарға, дуҫтарға күстәнәскә китеп бөтә.
Үҙ ҡулың менән үҫтергән помидор, ҡыяр, кишер, башҡа төрлө емеш-еләк - уларҙың тәме магазиндағынан бөтөнләй айырыла. Һуңғы йылдарҙа ҡауын да, баклажан да, баҡса еләге лә үҫтерә башланым. Грушаны ла балалар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә яратып ашай. Ҡыш көндәрендә табын түрендә үҙем әҙерләгән ашамлыҡтарҙы күреп, рәхәтләнеп, хуш еҫенә, саф тәменә һоҡланып, рәхәтләнеп ашар өсөн отпускымды йыл һайын йәй айына тура килтереп алам. Йәйге ялым шулай үтә инде. Отпускынан эшкә арып сығам, әммә ғаиләмдең сәләмәт туҡланыуына булышлыҡ итәм, бала саҡтан килгән оҫталыҡ, тырышлыҡ, тыуған ергә ихтирам булдырған ошо шөғөлөм, ошо булмышым - минең яҙмышым, ғорурлығым.

Шулай итеп...
Күрҙегеҙме, уҡынығыҙмы, һығымта эшләнегеҙме: беҙҙең халыҡ шулай ял итә. Хеҙмәт ғәле йәнәптәре һәр саҡ уның йәнәшәһендә. Маҡсат та изге: ул үҙе һәр саҡ хәрәкәттә һәм бәрәкәттә. Ул - тәбиғәт балаһы, уның иғтибары тирә-йүндең именлеген күҙәтеү генә түгел, ә тәбиғәт биргән байлыҡтан һәм хозурлыҡтан файҙаланыу. Дөрөҫ булдымы был һығымта?

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 8 - 14 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.25 | Ҡаралған: 71

Киске Өфө
 

Донъяла мөхәббәт һәм изгелек былай ҙа күп түгел, шуға ла уларҙы игелекһеҙ кешеләргә өләшеп, әрәм итмәгеҙ.

(Фридрих Ницше).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru