«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТ БАЛАҪЫ АҪАЛАРЫ ЯҢЫ ТОРЛАҠ КОМПЛЕКСЫН БИҘӘЙӘСӘК
+  - 

Баш ҡаланың Затон биҫтәһендә башҡорт орнаменты стилендәге фасадтары булған яңы торлаҡ комплексы барлыҡҡа киләсәк. Халыҡтар Дуҫлығы проспектындағы йорттарҙы традицион башҡорт балаҫы аҫалары биҙәйәсәк.

Милли орнаменттар ҡулланыу идеяһы - заманса биналарға урындағы колорит биреү маҡсатында тормошҡа ашырыла, тинеләр төҙөүсе компанияла. "Проектта төбәктең традициялары һәм мәҙәни коды заманса ҡала киңлегенә үрелеп барыр һәм өлгө булыр тип көтәбеҙ", - тип аңлатма бирҙе "Самолет" девелоперы вәкиле.
Өфө архитектураһында орнамент күптән ҡулланыла. Мәҫәлән, Конгресс-холл фасады масштаблы башҡорт орнаменты менән биҙәлгән, ә эргәләге фонтан комплексы ҡурай сәскәләре рәүешендә эшләнгән. Өфө үҙәгендәге Hilton Garden Inn һәм Hampton by Hilton ҡунаҡханалары фасадтары ла башҡорт декорына хас орнаменттар һәм биҙәктәр менән биҙәлгән. Милли мотивтар менән рәссамдар ҙә илһамлана, һуңғы йылдарҙа уларҙың муралдары йыш ҡына бина стеналарында күренә. 2023 йылда рәссам Scheme күп ҡатлы йорттоң фасадында заманса интерпретацияла орнамент менән "ӨФӨ" 3D-мурал ижад итә. 2024 йылда Сергей Акрамов Карл Маркс урамында Башҡортостандың эндемик үҫемлектәренән флористик биҙәкле "Эндемик" муралын тәҡдим итә.
Торлаҡ комплексы Халыҡтар дуҫлығы проспектында урынлашасаҡ һәм гектарҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. Торлаҡтан тыш, комплекс биләмәһендә мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Шулай уҡ биш саҡрым оҙонлоҡтағы велосипед-йәйәүлеләр юлы һуҙыласаҡ - ул "Өфө муйынсағы" проектының дауамы буласаҡ. Ә Халыҡтар дуҫлығы проспекты аша компания ер өҫтө йәйәүлеләр үткәүеле төҙөйәсәк.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы ваҡытта Затон биҫтәһе матурлана бара, бөгөн ул Өфөнөң иң динамик үҫешкән райондарының береһе. Власть уны комплекслы үҫтереү менән шөғөлләнә: юлдарҙы ремонтлай, иҫке торлаҡты һүтә. 2026 йылда бында үҙәктән велосипед юлы һуҙыласаҡ - был хаҡта яҙ көнө мэр Ратмир Мәүлиев һөйләне. Бынан тыш, Башинформ хәбәр иткәнсә, Сергей Михалев, Михаил Зайцев урамдары һәм Халыҡтар дуҫлығы проспекты сиктәрендә еңел атлетика манежы һәм олимпия резервы училищеһы менән ҙур спорт комплексын төҙөү планлаштырыла.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 15 - 21 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.08.25 | Ҡаралған: 349

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru