«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИШЕК ҠЫЙЫҠ, ТУҘҒАН ТОРБАЛАР...
+  - 

Ошо көндәрҙә генә әле торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә 1 июлдән байтаҡҡа арттырылған түләүҙәр квитанцияһын ҡулға алып, өнһөҙ ҡалдыҡ. Бер яҡтан уйлап ҡарағанда, бында бер ниндәй ҙә көтөлмәгән яңылыҡ та юҡ һымаҡ: тарифтар йыл да яңыра, арта тора, тик шулай ҙа был "йола"ның ныҡ ҡына кеҫәгә һуғыуына һис өйрәнеп булмай.

Эшләп йөрөүсе халыҡ өсөн, бәлки, был түләүҙәр әллә ни һиҙелерлек сығым да түгелдер. Ни тиһәң дә, "Башстат" мәғлүмәттәре буйынса республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы 70 меңдән артҡан һәм ул былтырғы күрһәткестәрҙән 11-12 процентҡа юғарыраҡ икән. Тик ғәҙеллек хаҡына шуны билдәләү ҙә кәрәк: был күрһәткес, эшсән халыҡтың барыһы ла бер тигеҙ эш хаҡы ала, тигән һүҙ түгел. Тимәк, яңы тарифтар күбеһенсә аҙ эш хаҡына тир түгеүселәр менән нигеҙҙә өлкән быуын иңенә тос ҡына йөк булып ята. Ошо йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән пенсионерҙарға тәғәйен 9,5 процент индексация ла әлеге тарифтарҙы ҡапларлыҡ кимәл булманы, сөнки БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты 1 июлдән коммуналь түләүҙәрҙе арттырыу кимәлен 14,5 процент тип раҫлаған күрһәткестең рөхсәт ителгән 2,1 процентҡа тирбәлеү ихтималы иҫәпкә алынып, Башҡортостан Башлығының былтырғы 13 ғинуар ҡарары менән быйыл 1 июлдән республика буйынса тарифтар уртаса 16,7 процентҡа ҡиммәтләнде.
Дөрөҫ, Тарифтар буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе Наил Шәрәфетдинов "Башинформ"ға әңгәмәһендә әйтеүенсә, был республика халҡының бөтәһе өсөн дә бер тигеҙ түләү һөҙөмтәһен билдәләүсе күрһәткес түгел, ә кешеләрҙең коммуналь хеҙмәттәрҙән файҙаланыу күләменә һәм тәртибенә бәйле. Мәҫәлән, һыу һәм яғыулыҡ ресурстарын һаҡсыл ҡулланыу, махсус иҫәп приборҙары ҡуйҙырыу, унан ҡала субсидия алыу, тейешле ташламалар менән файҙаланыу ҙа коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе бер аҙ булһа ла кәметергә булышлыҡ итәсәк саралар икәнен беләбеҙ. Тик шулай ҙа был юлы һүҙ икенсе юҫыҡтараҡ ине: баяғы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҡағыҙына өҫтәп яҙыласаҡ тағы бер хеҙмәт күрһәтеү хаҡында. Ни сыға, шул депутаттарҙан сыға, тигәндәй, Дәүләт Думаһы киләһе йылдың 1 мартынан Торлаҡ кодексына "ағымдағы ремонтҡа түләү" тигән өҫ-тәмәне коммуналь түләүҙәр квитанцияһына өҫтәү тураһында үҙгәреш индерергә ниәтләй. Был хәбәр торлаҡ хужаларын борсоуға һалды: ошоға бәйле коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ тағы ла артасаҡмы? Был башланғыстың авторҙары булған депутаттар әйтеүенсә, торлаҡҡа ағымдағы һәм башҡа ваҡ ремонт эштәре квитанциялағы әлеге "торлаҡты ҡарау (содержание)" пунктында "йәшеренгән". Асылда иһә, торлаҡ хужалары ҡасан һәм ниндәй ремонт эштәре башҡарылған һәм уның өсөн күпме сығымдар тотонолғанын белмәй ҙә, күрмәй ҙә. Күрмәй, сөнки, мәҫәлән, беҙҙең йортта төҙөлгәндән алып 25 йыл буйына бер генә тапҡыр ҙа ағымдағы ремонт эштәре үткәрелгәне юҡ, ә капиталь ремонт хаҡында бөтөнләй һүҙ алып барылмай. Дөрөҫ булһа, беҙҙең йорт советы рәйесе әйтеүенсә, ул 2030 йылға ҡаралған. Дөрөҫ, быйылғы көслө ҡойма ямғырҙарҙан һуң иң юғарығы 7-сенән алып 4-се ҡатҡа тиклем түбәнән һыу ағыуы, бер нисә фатирҙы зыянлауынан һуң ҡыйыҡ майҙанының "20 кв м өлөшөндә" (идарасы компанияның мастеры һүҙҙәренән) ниндәйҙер ремонт эштәре башҡарылды, ләкин беҙ белмәйбеҙ: бының өсөн идарасы компания күпме аҡса тотондо, ниндәй материалдар һатып алынды, был хаҡта ниндәй отчет төҙөлдө һ.б.
Депутаттар фекеренсә, "ремонт эштәре" өҫтәмәһен айырып яҙыу бына ошондай һәм башҡа төрлө һорауҙарға асыҡлыҡ индерәсәк, имеш. Ә йорт хужалары, квитанциялағы айырым статья өсөн өҫтәмә түләү һалынасаҡ, тип борсола. Үҙҙәренең комментарийҙарында фатир хужалары тағы бер пунктҡа аҡса түләп тә, ысынында эштәрҙең торошо үҙгәреп китеренә өмөт бағламауҙарын белдерә. Өҫтәүенә, торлаҡ ойошмалары берләшмәһе рәйесе Константин Крохин, әгәр был төҙәтмә индерелә ҡалһа, коммуналь түләүҙәр артасаҡ, тип утҡа кәрәсин һибә. Дөрөҫ, ул үҙ фекерен, төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың туҡтауһыҙ арта барыуына һылтанып, ышандырырлыҡ итеп нигеҙләй. Ә Дәүләт Думаһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесенең урынбаҫары Владимир Кошелев әйтеүенсә, был сара, киреһенсә, күп ҡатлы йорт хужалары мәнфәғәтен яҡлаясаҡ. Идарасы компаниялар башҡаса ремонт эштәре өсөн аҡсаны ҡыҫа йә булмаһа, финанс ҡытлығына һылтанып, ремонт эштәренән тайпыла алмаясаҡ, ти ул. Был фекерҙә лә дөрөҫлөк бар кеүек, ләкин ғәмәлдә идарасы компанияларҙың ремонтҡа тотонолған сығымдарын иҫәпләүҙә элеккесә үк асыҡлыҡ булмаясаҡ, фатир хужалары коммуналь хеҙмәттең был "арифметика"һының осона сыға алмаясаҡ, тип шик белдерә эксперттар.
Ошо урында ирекһеҙҙән һорау килеп тыуа: йылдан-йыл арта барған капиталь ремонт өсөн ай һайын иғәнә түләп, ағымдағы ремонт өсөн йәнә ай һайын өҫтәмә түләп, күпме ваҡыт беҙ тишек ҡыйыҡлы, туҙып бөткән канализациялы, буяуҙары ҡубып, цементы ҡойолоп торған йорттарҙа ыҙа сигеп йәшәргә тейеш икән?..

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 15 - 21 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.08.25 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 
Бөйөк аҡыллы кешеләр ошо өс бәләнең ҡорбаны була: ул йә иртә донъя ҡуя, йә хәйерселектә йәшәй, йә үҙенән һуң тоҡом ҡалдырмай.

(Боронғо һинд мәҡәле).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru