
Был көндәрҙә бөтөн донъя иғтибары АҠШ лидеры Дональд Трамп менән РФ Президенты Владимир Путиндың 15 августа Аляскала үтәсәк осрашыуына йүнәлтелгән. "Ә ни өсөн тап Аляскала?" тигән һорауҙы биреүселәр күп икән. Бының үҙенә күрә символик мәғәнәһе бар, ти сәйәси күҙәтеүселәр. Бер яҡтан, был донъяуи иғтибарҙың Атлантика төбәгенән Тымыҡ океан киңлегенә күсеүенә ишаралаһа, икенсенән, ҡасандыр Рәсәй биләмәһе булған Аляскала - Европанан алыҫтараҡ булыу теләге һиҙемләнә.
Трамп менән Путиндың осрашыу ниәте билдәле булғас та Аляскаға Украина вәкиленең саҡырылмауы Киевта борсолоу тыуҙырҙы. Ләкин билдәле Беларусь сәйәсмәне Андрей Богодель был йәһәттән үҙ фекере менән уртаҡлашты: "Аляскалағы осрашыуҙа Украина конфликты берҙән-бер тема булып тормаясаҡ. Трамптың Арктика менән ныҡ ҡыҙыҡһыныуы билдәле һәм әлеге ваҡытта был биләмәлә уның өсөн Рәсәй берҙән-бер көнәркәш", - ти хәрби эксперт һәм ошо йүнәлештә үҙ-ара бәйләнештәр мәсьәләһе ҡараласаҡ, ләкин ике яҡлы стратегик масштабтағы ҡыҙыҡһыныуҙар киҫелеше сәбәпле, был хаҡта айырым белдереү яһалмауы ла ихтимал, тип фаразлай. "Рәсәй менән АҠШ - яҡын күршеләр. Улар бер-береһе менән сиктәш, - тип белдерә Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков.- Аляска менән Арктикала ике илдең иҡтисади ҡыҙыҡһыныуҙары бар, был өлкәлә үҙ-ара файҙалы һәм киң күләм проекттарҙы бойомға ашырыу мәсьәләләре ҡарала".
Эйе, Кремлдә АҠШ менән диалогтың Украина мәсьәләһе менән генә сикләнмәйәсәге хаҡында бер нисә тапҡыр ҡабатлап белдерҙеләр. АҠШ-тың CNN телеканалы хәбәр итеүенсә, Путин менән Трамп саммитына Зеленский саҡырылмаһа ла, Аҡ йорт уның ҡатнашыу мөмкинлеген ҡарай, ләкин был мәсьәлә аҙағынаса килешелмәгән әле. Был хаҡта РФ Президенты Путин, Зеленский менән һөйләшеүҙәрҙең мөмкин булыуы, ә бының өсөн шуға ярашлы шарттарҙың кәрәклеге, ләкин уға өлгәшеүҙең әлегә оҙайлы киләсәк булып тороуын белдерҙе.
Bloomberg фекеренсә, Путин менән һөйләшеүҙәр Аҡ йорт хужаһы өсөн уңышһыҙ тамамланыуы ла ихтимал, сөнки, The New York Times гәзите яҙып сығыуынса, Ҡушма Штаттар Украинаға баҫым яһау юлы менән уны үҙ ерҙәре өлөшөнән баш тарттырырға тырышыуы ихтимал, ә Украина президенты Зеленский иһә территорияларҙан баш тартыу мәсьәләһендә үҙенең ныҡлы ҡарарҙа ҡалыуы хаҡында әйтә килә. Хатта, ҡайһы бер аналитиктар шик белдереүенсә, Киевтың тыныслыҡ килешеүе төҙөүҙе һуҙыу маҡсатында Аляска осрашыуҙары һөҙөмтәһенә ҡарата протест сығыштары ойоштороуы ла ихтимал.
Өҫтәүенә, Рәсәй һәм АҠШ лидерҙарының саммиты ниндәй һөҙөмтә менән тамамланасағына ҡарамаҫтан, НАТО Украинаға ҡорал ебәреүҙе дауам итәсәк, тип вәғәҙәләй уның Генераль секретары Марк Рютте. Шул уҡ ваҡытта ул Аляска саммитында тыныслыҡҡа табан аҙым яһалыр һәм территориялар хаҡында фекер алышыуҙар башланыр тип уйлауын да әйтә. Үҙ сиратында Рәсәй Украинаны ҡорал менән тәьмин итеүҙең туҡтатылмауын конфликтты яйға һалыуҙы тотҡарлау тип билдәләне, бының диалогҡа түгел, ә кире эҙемтәләргә килтерәсәген иҫкәртте һәм НАТО илдәрен конфликтҡа этәреп, "ут менән уйнау" тип атаны. АҠШ-тың вице-президенты Джей Ди Вэнс әйтеүенсә, Дональд Трамп үҙе лә Алясҡа һөйләшеүҙәрендә уңышҡа әллә ни иҫәп тотмай, шулай ҙа мөмкинлекте һынап ҡарарға уйланы, сөнки был осрашыу хаҡында килешеүгә өлгәшеүҙе "Америка дипломатияһының уңышы" тип атанылар, ти Вэнс.
Ә Евросоюз был көндәрҙә үҙен нисек тота? Европа илдәре лидерҙары Украина һөйләшеүҙәре хаҡында белдереү менән сығыш яһаны. Улар Украина территорияһын хәрби бәйләнештәр һыҙығы буйынса билдәләүҙе кәрәк тип табыуҙарын хәбәр итә. Был белдереү Европаның төп лидерҙары: Британия, Германия, Италия, Польша, Финляндия, Франция президенттары һәм Еврокомиссия башлығы Урсула фон дер Ляйен исеменән баҫылып сыҡты. Мәскәүгә баҫым яһауҙы көсәйтеү маҡсатында Европа лидерҙары тотҡарландырылған Рәсәй активтарын Украинаны төҙөкләндереүгә тотонорға тәҡдим итә. Бынан тыш, улар Рәсәй - АҠШ саммитында Украина президенты Зеленскийҙың да ҡатнашыуын талап итә һәм уның территориянан баш тартыуы артабан хәүефһеҙлек гарантияһы менән нығытылырға тейешлеген шарт итеп ҡуя.
Ике президент осрашыуының көн тәртибендә, башта әйтеп кителеүенсә, стратегик тотороҡлолоҡтан алып, үҙ-ара сауҙа һәм Арктиканы үҙләштереү мәсьәләләре урын алып тора, тигәйнек. Әйткәндәй, саммит барасаҡ көндәр Аляскала АҠШ-тың Төньяҡ Америка ғәскәрҙәре командованиелары тарафынан ойошторолған "Арктика крайы" хәрби күнекмәләре менән тап киләсәк. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, күнекмәләрҙә АҠШ-тың НАТО буйынса союздаштары ла ҡатнаша һәм уларҙың маневрҙары Рәсәй менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа йүнәлтелә. Мәскәү Төньяҡ Атлантика альянсының Арктикалағы хәрәкәттәрен бер нисә тапҡыр тәнҡитләп тә сыҡҡайны һәм шул уҡ ваҡытта был төбәктә АҠШ менән хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын да белдергәйне. Һуңғы ваҡыт бындай хәрби күнекмәләр даими рәүештә үткәрелә башланы. Экс-президент Джо Байден хакимиәте ваҡытында уҡ әле Пентагон үҙенең Арктика стратегияһын яңыртып, Заполярьела АҠШ-тың хәрби хәрәкәттәрен киңәйтеү кәрәклеге хаҡында иғлан итте. Вашингтонға айырыуса Рәсәйҙең Арктикала Ҡытай менән хеҙмәттәшлеге оҡшап етмәй. Ләкин Дональд Трамптың Аҡ йортҡа ҡайтыуы менән Арктикала хеҙмәттәшлек итеү Рәсәй менән АҠШ-тың аралашыу мөмкинлеген тәьмин итәсәк өлкә булараҡ телгә алына башланы. Ошоға бәйле Аляска саммитының мөһимлеген күҙҙә тотоп, эксперттар, ниһайәт, Мәскәү менән Вашингтондың бер-береһе менән һөйләшеү генә түгел, бер-береһен ишетеү һәм аңлау мөмкинлегенә лә эйә буласағын күҙаллай.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 15 - 21 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА